Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Идрисова Зили Хурматулловны - Уҡыусылар ижады
Среда, 08.05.2024, 22:23
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Статистика

Уҡыусылар ижады

Эҙлән, уйлан, тырыш —маҡсатыңа иреш!

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Ғафури районының мәғариф бүлеге

Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе

 

1).Эҙләнеү эшенең темаһы:

        “ Урамым кем исемен йөрөтә?”

Башҡарҙы: Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба

урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы

Иҙрисова Азалия

Етәксеһе: Иҙрисова Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы

Йөкмәткеһе.

1.Инеш.

Сәйетбаба- минең тыуған ерем.

2.Төп өлөш.

Урамым кем исемен йөрөтә?

3.Күршеләрҙең хәтер ептәре.

4.Йомғаҡлау.

5.Ҡулланылған әҙәбиәт.

6.Ҡушымта

Эҙләнеү эшемдең темаһы:”Урамым кем исемен йөрөтә?”

Ни өсөн мин был теманы һайланым?

Балалар баҡсаһында йөрөгәндә һәр ваҡыт тәрбиәсе апай ниндәй урамда йәшәүебеҙ тураһында әңғәмә үткәрә торған ине.Минең урамдың исемен әйтеүе нисектер ҡыйын тойола торғайны һәм шул ваҡытта үҙемдең алдыма маҡсат ҡуйҙым.Үҫә төшкәс,ни өсөн урамым шундай исемгә эйә булған икән,үҙем йәшәгән урамға исеме бирелгән кешеләр тураһында белеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым.Һәм мин яңылышманым,эшемде аҙағына тиклем алып барып еткерҙем.Быға,әлбиттә, минең фәнни етәксем һәм күрше тирәм,ата-әсәйем ярҙамға килде.

Теманың кәрәклеге йәки актуаллеге:

-Урамдарҙың тарихын белергә,урамдарға исемдәре ҡушылған билдәле кешеләрҙең тормош юлын өйрәнергә.

Мин был маҡсатҡа ирешер өсөн нимәләр эшләнем?

Мәғлүмәттәр йыйҙым,һорауҙар әҙерләнем,күршеләр менән һөйләшеү алып барҙым,тирә-яҡты өйрәнеү музейында булдым.

Һорауҙарым түбәндәгеләр булды:

Кемдәр ул Дәминевтар?

Ни өсөн беҙҙең урам шундай исем йөрөтә?

Ҡайҙа эшләгән һәм ниндәй яҡшы эштәре ҡалған?

Гипотеза: Мин йәшәгән урамға исеме бирелгән шәхестәр тураһында белергә,уларҙың исемдәренә тап төшөрмәҫкә тейешбеҙ.

Сәйетбаба-тыуып-үҫкән ерем – олпат тауҙар ҡосағында,һалҡын һыулы йылғыр Мәндем һәм боролоп-боролоп аҡҡан Өйә йылғалары буйында урынлашҡан.Тирә-яғын киң яландар,урман-тауҙар уратып алған.Саф һыулы сылтыр шишмәләре ауылыма йәм өҫтәй. Ауылымдың килеп сығышы ла бик ҡыҙыҡ ҡына. Бынан күп йылдар элек Өйә йылғаһының ике яҡ ярына Мырҙаҡай һәм Сәйетбаба тигән бабайҙар килеп ултырып, донъя көтә башлайҙар.Ауылдың бер яғын Сәйетбаба,ә икенсе яғын Мырҙаҡай тип йөрөтә ауыл халҡы.Йылдар үтә тора,ауылдың исеме Сәйетбаба булып ҡына ҡала.2004 йылда ауыл үҙенең 300 йыллыҡ күркәм байрамын билдәләп үтте.

Беҙҙең ауылды республикала ғына түгел,ә сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр.Сит илдән килгән ҡунаҡтар,туристар өсөн ауылыбыҙ ҡапҡалары һәр ваҡыт асыҡ.Һоҡланғыс тәбиғәтебеҙҙе,телде йоторлоҡ милли аш- һыуыбыҙҙы һағынып,Ер шарының төрлө тарафынан бер туҡтауһыҙ килеп торалар.

Ауылыбыҙҙа күп йылдар башҡорт тарихи- мәҙәни үҙәге эшләп килә.Телебеҙҙе,милли йолаларыбыҙҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә,башҡортомдоң тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә күп көс һала был үҙәк.Артабан да шулай бөтә ер йөҙөндә “башҡортомдоң мәңгелеген күрһәтеүсе” изге,нурлы төйәк булып ҡалһын ине Сәйетбабам.

Ауылым үҙенең уңған,эшһөйәр кешеләре менән дә бик бай.Ауылымда бөтәһе 17 урам.Бөгөн мин һеҙҙе шул урамдарҙың береһе менән таныштырасаҡмын.

Тәрбиәсе апай аҙнаның 1 көнөндә һәр ваҡыт урамдар тураһында әңғәмә үткәреп,һәр беребеҙҙең ниндәй урамда йәшәүебеҙ тураһында,ни өсөн урамға шундай исем бирелеүе хаҡында һәм күршеләребеҙ тураһында әңғәмә үткәрергә яратыр ине.Ә минең иң яратмағаным ошо һөйләшеү булыр ине,сөнки урамымдың исемен әйтеүе миңә шул тиклем ауыр тойола торғайны.Дуҫтарымдың күбеһе Мәктәп,Мәндем,Еҙем кеүек еңел генә әйтелгән урамдарҙа йәшәйҙәр.Ошо ваҡытта уҡ үҙемә маҡсат ҡуйҙым.Урамым ни өсөн шундай исем алған.Уҡый башлағас,мәктәптә ошондай темаға һөйләшеүҙәр күбәйҙе.Мин урамымдың тарихы менән таныша башланым,хәҙер үҙем уҡый беләм.Иң тәүҙә эшемде мәҙәниәт йортонда урынлашҡан тирә-яҡты өйрәнеү музейынан башланым.Унда мине Сәйетбаба башҡорт тарихы мәҙәни үҙәге директоры Рәзим Ибраһим улы Мәүлитҡолов ҡаршы алды. Ул музейҙағы мәғлүмәттәр менән таныштырып сыҡты,әҙме- күпме мәғлүмәт тупланды,эште башларға ла була.

Мин Башҡортостандың иң ҙур ауылы Сәйетбабаның Бер туған Дәминевтар урамында йәшәйем.Урамым бик матур,эргәһендә генә “Әтәс ҡойоһо” урынлашҡан.Был ҡойоноң һыуы шул тиклем тәмле.Ауылыма килен булып төшкән йәш еңгәләрҙе ошо ҡойоға һыу юлы башлатырға алып киләләр.

Унда бөтәһе 29 йорт.Урамыбыҙҙа эшһөйәр кешеләр йәшәй,күпләп мал,ҡош-ҡорт аҫрайҙар.Бөтәһе 14 уҡыусы уҡый. Иң бәләкәйе Айтуған балалар баҡсаһына йөрөһә,иң олоһо- Шаһибәк бабай,90 йөштә.Ул әле лә йәштәргә биргеһеҙ,йүгереп йөрөй,дәртләнеп донъя көтә.Урамыбыҙҙа уңған,тырыш,татыу ғаиләләр генә йәшәй.Ут күршеләрем Айзирәк әбей менән Барый бабай Йәнмырҙиндарҙы,хатта,”Башҡортостан телевидениеһынан килеп,”Бай баҡса” тапшырыуынан да күрһәттеләр.Гөлмира әбей менән Фәрит бабай Мәүлемберҙиндар мал үрсетәләр,Ғәлиә әбей менән Фәнил бабай Суфийәновтар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр.Раиль бабай Аҙнабаев үҙенең урамында кирбес яһаһа,Зәйтүнә әбей Баязитова кеүек,ап-аҡ ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ҡайнатҡан кеше Башҡортостанда ла һирәктер әле.Уның оҫталығында телевидениенан килеп төшөрөп,Башҡортостан халҡына күрһәттеләр.Закир бабай Ишмырҙинды ауылда,районда ғына түгел,республикала ла яҡшы беләләр.Ул һәр ваҡыт ауылда бер сара,байрам уйлап сығарып тора.Бик шәп ойоштороусы ул!Ауыл халҡын туплап-йыйнап,өгөт-нәсихәттәрен уҡып ҡына тора.Ҡоролтай рәйесе шулай булырға тейеш тә.Ауыл тормошонда ҡайнап,йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып ҡалмай,башҡаларҙы ла үҙ артынан эйәртә.Көслө тауышлы.оҫта йырсы ла үҙе.Ә хәләл ефете Рәшиҙә әбей оҫта бейеүсе һәм моңло ҡумыҙсы.

Эргәмдә генә торған Зәйтүнә әбей хаҡында ла күп һөйләргә була.Ул үҙенең ярты ғүмерен халыҡтың һаулығы алдында торған ысын йөрәкле шәфҡәт туташы.Уның тыңғыһыҙ хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, уның тырышлығы ,бер ваҡытта ҡурҡыу белмәүе,һәр ваҡыт уяу булыуы Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау грамотаһына эйә булған.Ә инде беҙҙең ғаилә мал үрсетеүҙе,бал ҡорттары аҫрауҙы,ағас эшен үҙ өҫтөнә алған.Таһир ағай Ишмырҙин үҙ эшен асып ебәрҙе.Халыҡты кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеп тора ул.Онын,шәкәрен,мал ризыҡтарын кешеләрҙең өйҙәренә үк илтеп ҡуя.

Бына шундай егәрле кешеләр йәшәгән урамда йәшәйем мин.

Ә хәҙер урамым тураһында яҙып үтәйем.Башҡорт тарихи мәҙәни үҙәге етәксеһе түбәндәгеләрҙе һөйләне: урамға исем ауыл Советы ҡарары менән 1970 йылда бирелде.Мөхәмәтша бабайҙың 5 улы ла Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм береһе лә тыуған ауылдарына әйләнеп ҡайтмай.Улар Йәһүҙә-1904 йылғы,Шаһивәлей -1908,Мөхәмәтриза -1910 ,Әхмәтша -1914 , Мөхәмәт – 1922 йылғы.

Музейҙа булғандан һуң күршеләргә кереп һөйләшеү үткәрҙем.

Рәшиҙә әбей менән Зәкир бабай Ишмырзиндарҙың йортонда.Улар түбәндәгеләрҙе һөйләнеләр:Ошо беҙҙең урамдың уртаһында Мәстүрә тигән әбей менән Мөхәмәтша тигән бабай йәшәгән.Уларҙың бер-бер артлы 5 улдары донъя яңғыратып ауаз һалғандар.Уландар үҫеп етеп,егет ҡорона еткәс,берәм-берәм әрме сафына алына торалар.Һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә.Бабай үҙе лә һуғышҡа китә.Тыуған еребеҙҙе батырҙарса көрәшеп ,дошмандарҙан һаҡлап күп ҡан ҡоялар.Бер өйҙән һуғышҡа киткән 6 уҙамандың береһе лә тыуған ауылына әйләнеп ҡайтмайҙар,яу яландарында баштарын һалалар.Бөгөнгө беҙҙең яҡты,матур киләсәгебеҙ өсөн үҙҙәрен аямай көрәшкәндәр улар.Шуның өсөн дә ауыл халҡы уларҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереп уларҙың исемдәрен ҡушҡан да инде.Халыҡ уларҙы онотмай һәр ваҡыт иҫтәренә төшөрөп,Ҡоръан аяттары ла уҡытып торалар.Беҙ ошондай батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ.Үҙебеҙҙең тырышып уҡыуыбыҙ менән өлгө булып торорға тейешбеҙ.

Зәйтүнә әбей Шәмситова һөйләгәндәре:Тәүҙә урамды “Шишмә” тип атанылар,сөнки урамдың башланып киткән ерендә генә “Әтәс ҡойоһо” урынлашҡан.Был ҡойоноңда үҙенә күрә тарихы ла бар.Ни өсөн “Әтәс ҡойоһо” тигән исем алған һуң был ҡойо?Әтәс ул иртә таңдан үҙенең “Ки-ки-ри-күк” тигән тауышы менән бөтә ауылды уята.Егәрле кеше генә иртүк тороп эшен бөтөрә.Килендәрҙе ошо шишмәлә һыу юлы башлаталар,әтәс кеүек иртүк тороуҙарын теләгән ауыл халҡы килен булып төшкән йәш ҡыҙҙарға.Һуңынан “Телеграф” урамына әйләнде.Бер туған Дәминевтар урамдың 3-сө исеме.Беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн баштарын һалған 5бер туған егеттәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү өсөн эшләнде был эш.Бик дөрөҫ ҡушылды был исем беҙҙең урамға.Беҙ улар менән һәр ваҡыт ғорурланып йәшәйбеҙ.

Урамымдың иң оло кешеһе Шаһибәк бабайҙың сығышы:Шаһибәк бабай декабрь айында ғына үҙенең 90 йәшенә аяҡ баҫты.Ул да урамдың тарихы тураһында күп нәмәләр һөйләне.Урамыбыҙҙың юлы беҙҙең ауылдан 3 километр алыҫлыҡта ятҡан Ҡолҡан ауылына алып бара.Заманында Урам осонда ғына баҫыу бар ине.Унда ишелеп игене,сөгөлдөрө,борсағы,көнбағышы үҫте.Ошо урамдың малайҙары баҫыу ҡапҡаһын асып,машиналарҙы сығарыр инеләр.Көтөү ҡайтыр ваҡыт етһә,мал кереп ҡуймаһын тип,күмәкләп баҫыу ҡапҡаһын һаҡланылар.Үҙгәртеп ҡороуҙар заманында колхоздар юҡҡа сыҡты.Улар юҡҡа сыҡҡас,билдәле инде баҫыуҙар ҙа ташландыҡ хәлгә ҡалды.Хәҙер баҫыуҙарҙа оҙон кесерткән,дегәнәк,шайтан таяғынан башҡа бер ни ҙә үҫмәй,-тип үҙе ең һыҙғанып эшләп йәшәгән осороноң хәтерен ептәрен һүтте.Ә беҙҙең быуын быларҙың береһен дә белмәй үҫә.Беҙ ошоларҙы ололарҙан һорашып,эҙләнеү эштәре яҙып,беҙҙән һуң килгән быуынға ла ҡалдырырға тейешбеҙ.

Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан ауыл китапханаһында ла булырға тура килде миңә.Сөнки урам тураһында мәғлүмәттәр йыйғанда Зәкир бабай ошо урамдың “Урам байрамы”н үткәргәндәрен дә һөйләгән ине.Ошо урам байрамы уңайынан ауылдашым,яҙыусы Гөлнур Яҡупова шиғыр яҙған.Ул шиғырҙы табып уҡыу бәхетенә лә ирештем мин.”Шишмә урамына бағышлау” тип атала ине был шиғыр,сөнки урамдың тәүге исеме “Шишмә” тип аталған бит.

Нигеҙ ташым минең һиндә түгел,

Тыуып үҫтем Үҙәк урамда.

Тик ышанам,Шишмә урамы,

Үҙ итерһең,ҡасан барһам да.

Моғайын да,йөҙөм аҡ булыр,

Берәү әйтер әле: ин,әйҙүк!

Ауыл барҙа,урам барҙа бөтмәҫ

Ҡунаҡсыл һәм алсаҡ инәйҙәр.

Йомғаҡлау.

Тикшереү эшен алып барып мин үҙемә күп нәмәләр астым. Ауылымдың,урамымдың тарихын белдем,билдәле шәхестәре менән таныштым. Ысынлап та,тарихты белмәй тороп,бөгөнгөнө күҙ алдына килтереүе бик ҡыйын.Шуның өсөн иптәштәремә тарих менән күберәк ҡыҙыҡһынығыҙ тип, өндәшер инем.Мин кескәйерәк саҡта юҡҡа бошонғанмын икән,урамымдың исемен әйтә алмай йонсоған булһам,үҫә төшкәс шундай урамда йәшәүем менән ғорурланам.Тарихты беләйек,өйрәнәйек,тарих менән ҡыҙыҡһынайыҡ,тип тамамлайым үҙемдең сығышымды.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.”Табын” газетаһы,8февраль,2014 й. №15

2.Альбом “Бер туған Дәминевтар урамы”.

3.Г.Яҡупова. Мөхәбәткә мәҙхиә.Өфө,китап,1996й. 148-151-се биттәр.

4.Музей материалдары.

5.Күршеләрҙең хәтер ептәре.

2)Кейекбаев уҡыуҙары.

3)Был ғүмерҙәр ике килмәй.

4)Башҡорттоң данлы ҡурайы. Кесе Табын ырыуы ҡурайсылары(Эҙләнеү эше)

5)Эҙләнеү эше.Зәки Вәлиди Сәйетбабала.

6)Инша.Оран һала Ер-Әсә!

7)Эҙләнеү эшенең темаһы:Рәшит Назаров шиғриәтендә “Йөрәк” концепты.

8)Эҙләнеү эшенең темаһы:«Туғанлыҡ тамырҙарын барлайым “

9)Минең башҡорт теле уҡытыусым.Инша

10)Был ғүмерҙәр ике килмәй.Эҙләнеү эше.

 

 

 


Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика