Понедельник, 20.05.2024, 03:26
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Категории раздела
Минең файлдар [22]
Фотолар [2]
Презентациялар [3]
Дәрескә ҡулланыу өсөн презентациялар
Статистика

Файлдар каталогы


Зәки Вәлиди Сәйетбабала.
[ Скачать с сервера (19.8 Kb) ]19.02.2020, 21:10

Зәки Вәлиди Сәйетбабала.

Сабир хәҙрәт.Әссәләмәғәләйкүм,мөхтәрәм Әхмәтшах туған!Әлмөхаят абыстай! Имен-аман килеп еттегеҙме.Йорт-ырыуҙар,юрматылар,суҡлыҡайҙар!Көҙәндәр ни хәлдә.Мал-тыуарҙар теүәлме.

Әхмәтшах хәҙрәт.Вәғәләйкүмәссәләм,хөрмәтле Сабир хажи,сәйетбабалар!Ай-һай күркәм ерҙә,Аллаһу хаҡ тәғәләнең ожмахҡа тиң ерендә йәшәйһегеҙҙә инде.

Мөхәмәтша Латыпов.Халҡыбыҙ,донъялар,ырыуҙар,йорттар,ауылдарыбыҙ именлегенә бер аят уҡып алайыҡ. (Уҡый Ғилметдин Фахретдинов .Сабир хажи хәлфәһе).

Әхмәтзәки менән бергә Үтәктә Хабибназар хәҙрәт мәсетендә уҡыған саҡта минең дә бит һеҙҙә булғаным бар.Йылҡы өйөрҙәрегеҙҙең Ирәндек буйҙарына,Аҡбейек битләүҙәренә тиклем барып етеүен һөйләй торған инегеҙ.Нисек әле йырығыҙ.

Аҡбейеккәй тауҙы тәңре биргән,

Аҡ тирмәләр ҡороп йәйлә тип.

Үрешеңдән уйнап ҡолон килә,

Ҡороҡһоҙ уҡ елгә бәйлә тип.

 

Ғәбреп Йәлил Сәйфуллин хәлфә. Хөрмәтле,Әхмәтшах хәҙрәт! Һеҙҙең хаж сәфәрегеҙ хаҡындағы “Әл Хитазға сәфәр” һәм ҡайнығыҙ Хәбибназар Һатлыҡов улы Үтәки хаҡындағы “Һатлыҡ улының тормошо” исемле китаптарығыҙҙы ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым.Ни тиклем тәьҫораттар,ни тиклем башҡорт тарихы.

Сабир хәҙрәт Халиҡов.Мөхтәрәм Әхмәтшах хажи! Һеҙ минән 6 йәшкә кесе булһағыҙ ҙа халҡыбыҙ өсөн бик күп сауаплы эштәр эшләп өлгөргәнһегеҙ.Ә инде хаж сәфәрҙә ............

Ғәбделйәлил мулла Сираев.Һеҙҙең Көҙәндәге 4 бинала урынлашҡан мәҙрәсәгеҙ хаҡында күп маҡтау һүҙҙәре ишеттек.Йөҙ илле ике йөҙ самаһы шәкерткә белем биреүҙе ойошторған олуғ шәхес икәнлегегеҙҙе лә.Балалары һеҙҙә уҡыған бик күп тау башҡорттарынан мәҙрәсәгеҙҙә ғәрәп фарсы рус телдәре һәм математика уҡытылыуын беләбеҙ,иншаллаһ.

Шәйәхмәтов Ширияздан Шәймарҙан улы. Мөхтәрәм Әхмәтшах хажи!Атайығыҙ Вәлит бай хаҡында ла бик күп маҡтау һүҙҙәре халҡыбыҙ телендә йөрөй.Уның йорто,тирмәһе бит 1850 йылдарҙа тирә-йүндә ҙур йыйылыштар,мәжлестәр ойошторола торған үҙәк булған.Шуға күрә башҡорт кантон башлыҡтары,генералдар,губернаторҙар,шәхестәр уның мосафирҙары була торған булған.Улың Әхмәтзәкигә Вәлит олатаһы исеме менән Вәлиди шәрифе биреп бик дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Иншалла,әле 27 генә йәшлек йәш ғалим Әхмәтзәки ҙә халҡыбыҙ өсөн оло эштәр атҡарып сығыр әле ул.

Өммөлхаят абыстай. Бисмиллаһи рахмани рахим,Әлхәм дүллилләһи раббил ғәләмин! Мөхтәрәм имам-хатиптар,күркәм ир-азаматтар! Әсә күңеле менән һиҙенәм,улым Әхмәтзәкиҙә бында яҡынлашып килә,ахырыһы.Ул бит кисә ауылға ҡайтып һеҙҙе күреп китәм тип,юлсылар аша хәбәр ҙә ебәргән ине.Әхмәтшаһ хәҙрәт,кискә Ҡаранйылғала кейәүҙәге ҡыҙым Сараны барып күреп әйләнербеҙ инде.

Ишектән Әхмәтзәки Вәлиди менән Мәжит Ғафури килеп керә. Ауыл аҡһаҡалдары урындарынан тора,уларҙы ҡаршы алалар,күрешәләр,һаулыҡ,сәләмәтлек һорашалар,бер сүрә доға уҡып алалар.

Сабир хәҙрәт Халиҡов.Түрҙән уҙа һалығыҙ,хөрмәтле ҡунаҡтар!Йәш ғалимыбыҙ һәм бөгөнгө көндә халҡыбыҙ етәксеһе хөрмәтле Әхмәтзәки Әхмәтшах улы!Шулай уҡ,халҡыбыҙ шағиры Ғабделмәжит Нурғани улы!Бөгөн ниндәй мәшһүр зыялылар беҙҙең изге Сәйетбаба еренә аяҡ баҫты.Быны насип әйләгәне өсөн Аллаһу хаҡ тәғәләгә мең рәхмәтлебеҙ!

Сабит хажи Хәсәнов.Һеҙҙең Ырымбурҙа Башҡортостан ҡоролтайында һөйләгән нотоҡтарығыҙ беҙҙең Кесе Табын ырыуы халҡында бик ҙур ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы.

Хәбибназар Үтәки.Әхмәтзәки ейәнем! Һинең һәм арҡаҙаштарыңдың Башҡортостан мөхтәриәте юлындағы тырышлыҡтарығыҙҙың уңышлы буласағын белгерткән бер төштә күрҙем әле, Иншалла.

Әхмәтшах хәҙрәт.Улым ,Башҡортостан мөхтәриәте йәки автономияһы минең уйымса һис бер шикләнеүһеҙ тормошҡа ашырылған бер эш кеүек күреп һөйөнәбеҙ.Был хәрәкәт һине улым йәннәткә индереүсе бер хеҙмәт ул,иншаллаһ,илаһи мәрхәмәт һиңә тиҙ арала тапшырылырға тейеш бер бүләк тип аңлайым.

Әхмәтзәки Вәлиди. Хөрмәтле ил ағалары,шәйехтәр,төбәгебеҙҙең иманлы заттары,сәйетбабалар!

Һеҙҙә һуңғы тапҡыр 1915 йылда булғандан һуң, йыл аҙағында Өфө губернаһы мосолмандары Думаға үҙҙәренең вәкиле итеп һайлағандан һуң, бөгөнгө көнгә тиклем сәйәси эшмәкәрлектән бушағанда юҡ ул. Бер үк ваҡытта Петербургта булыуымдан файҙаланып,ғилми эҙләнеү эштәре менән дә шөғөлләндем.

Февраль революцияһын,”йә раббым,ошоноң менән минең милләтемә лә бер ҡотолоу юлы ас”,- тип Аллаға ялбарыу һүҙҙәрен әйтеп ҡаршыланым.

Быйыл 7 майҙа Мәскәүҙә үткән Рәсәй мосолмандарының дөйөм конгресында башҡорттарҙан ҙур делегация менән барып,милләттәрҙең мөхтәриәте һәм федерация платформаһын ҡабул итеүгә өлгәштек.

20 июлдә Ырымбурҙа 1-се башҡорт ҡоролтайы,28 августа Өфөлә 2-се башҡорт ҡоролтайҙарын үткәреү Башҡорт Өлкә Шураһын ойоштороп,Ырымбурҙа “ Башҡорт” исемле гәзит сығарыуҙы ойоштороп милли автономия буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды.

Рәсәй халыҡтарының,шул иҫәптән башҡорт халҡының үҙбилдәләнеш хоҡуғы – беҙҙең төп маҡсат.

Үҙ еребеҙгә,Башҡортостаныбыҙға үҙебеҙ хужа булырға тейешбеҙ.Өфө губернаһы мосолмандары бында ла беҙҙе тулыһынса хупланы.Ошо барлыҡ башҡорт мосолман йыйындарын хуплағанығыҙ өсөн Сәйетбаба зыялыларына бик ҙур рәхмәт.

Ноябрҙә Башҡорт өлкә шураһы фарманы менән Башҡортостанды автономиялы республика тип иғлан итергә йыйынабыҙ,Алла бирһә.

Йәшәһен ирекле башҡорт халҡы!

( Аллаһу Әкбәр тигән тауыштар яңғырай).

 

Мәжит Ғафури.” Шатлыҡ” шиғыры.

Рәхимйән Сәлихов – бәйетсе. Хөрмәтле Ғәбделмәжит тиңдәш! Иҫләйһеңдер Троицк мәҙрәсәһендә уҡыған сағыбыҙҙа мин һиңә лә бер бәйетемде уҡып ишеттергән инем. Шуны бөгөндә ил ағаларына һөйләп ишеттерәйем әле.

Ете ҡыҙ.

Етегән йондоҙҙай тигеҙ

Үҫкәйнеләр ете ҡыҙ.

Әхирәттәр булышып

Бөткәйнеләр ете ҡыҙ.

Мәндем һыуын буйларға

Барғайнылар ете ҡыҙ.

Балыҡтарҙай уйнашып

Йөҙгәйнеләр ете ҡыҙ.

Яр буйында егеттәрҙе

Күргәйнеләр ете ҡыҙ.

Оялышып ир- аттан

Сумғайнылар ете ҡыҙ.

Егеттәрҙең мутлығын

Белгәйнеләр ете ҡыҙ.

Һыу сәсрәтеп уйнағанда

Көлгәйнеләр ете ҡыҙ.

Егеттәр китмәгәс ярҙан

Һыуҙан сыҡмай ете ҡыҙ.

Хурлыҡтарға ҡалмаҫ өсөн

Һыуға батты ете ҡыҙ.

Етегәндәй тигеҙ ине

Һай ете ҡыҙ,ете ҡыҙ.

Етегән батһа,кире ҡалҡа

Кире ҡалҡмаҫ ете ҡыҙ.

 

 

Эпилог.

18 февраль 1967 йыл.Төркиә.Истанбул ( Стамбул).

Әхмәтзәки Вәлиди (77 йәштә) ҡулында баҫтырылған “ Хәтирәләр” китабы.

Мырҙаҡай һәм Үтәк йыйындары рәсми ваҡиға булманы,мәжлестәре рәүешендә үткән был йыйындарҙа ҡағиҙә яҙылмаған,гүзәл ҡарарҙар ҡабул ителде.

Немец шағиры Гейненың “ Ысын мосолман ожмах хаҡында тормоштағы ысынбарлыҡ кеүек һөйләй”,- тигән шиғыры бигерәк тә атайым менән Сабир хәҙрәткә тап килә ине.

Беҙ бында атайыма,Сабир хәҙрәткә,олатайыма эйәреп,уларҙың төрки аяттарын тыңлап,күп намаҙ уҡып ҡымыҙ эстек.МИңә 1908 йылда ҡыҙын биреүгә риза булған Ғабдерахман исемле байҙың өйөндә мосафир булдыҡ.

Һөҙөмтәһе буйынса Өфөләге конгрестан да мөһимерәк бер йыйын булды Мырҙаҡайҙа.

Был йыйылыштар 18 –се быуатта башҡорт күтәрелештәре дәүерендәге йыйындарҙы хәтерләтә ине.

Ундағы һөйләшеүҙәр күңелемдә милләтемдең азатлыҡ хәрәкәтенә тоғро ҡалыу һәм был юлда ғүмеремде лә фиҙа ҡылырға әҙер булыу теләге уятты.

 

 

Мәжит Ғафури. “Шатлыҡ “ шиғыры.

 

 

Категория: Минең файлдар | Добавил: zilyaidrisova74
Просмотров: 310 | Загрузок: 0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика