Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Идрисова Зили Хурматулловны - Эш программалары
Среда, 08.05.2024, 12:39
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Статистика

Эш программалары

   Башҡорт әҙәбиәтенән һәм теленән эш программаһы (5-9 кластар өсөн)

 

2.3.2.3. Башкирский язык

Аңлатма яҙыу

 

Уҡыу программаһы түбәндәге документтарҙы иҫәпкә алып төҙөлә:

1. “Мәғариф тураһында” Рәсәй Федерацияһының Законы (“Закон об образовании” Закон Российской Федерации)

2. “Мәғарифтураһында” БашҡортостанРеспубликаһы Законы:

- 6 статья – “Белем алыу теле (телдәре)

3. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы законы.

4. Төп дөйөм белем эстәлегенең мәжбүри м инимумы (БР Мәғариф министрлығы).

7. Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар / төҙ.: З.М.Ғәбитова. - Өфө: Китап, 2012.

Дәреслектәр:

Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле: Урта мәктәптең 5-се класы өсөн дәреслек.- Өфө: Китап,2011 .-256 бит.

Солтанбаева Х.В.,Толомбаев Х.А., Балапанова Л.С. Башҡорт теле : Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6-сы класы дәреслек. –Өфө: Китап, 2012.-212 бит.

Аҙнабаев Ә.М., Таһирова С.А. Әсә теле (Ябай һөйләм синтаксисы): Урта мәктәптең 7-се класы өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2009. -176 бит.

Абдуллина Ф.Ф., Аҡъюлова С.Б. Әсә теле : Урта мәктәптең 8-се класы өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2009. – 192 бит.

Псәнчин В.Ш. Әсә теле : Урта мәктәптең 9-сы класы өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2009. -168 бит.

 

V-IXкластарҙа сәғәттәр һаны:

5-сы класс - 105 сәғәт, 6-сы класс – 105 сәғәт, 7-се класс – 70 сәғәт, 8-се класс - 70 сәғәт, 9-сы класс - 68 сәғәт. Бөтәһе – 418 сәғәт.

 

“Башҡорт теле” уҡыу предметына дөйөм характеристика

Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының дөйөм йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе , аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ , тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төн бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аүлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компетентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Өлгө программала коммуникатив- эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошҡа ашыра.

Беренсе (1 цифры аҫтында) тел һәм телмәр күренеше һәм уларҙың хәрәкәттә булыуын аңлатыусы лингвистик аңлатмаларҙың исемлеге бирелә. Икенсе (2 цифры аҫтында) тейешле аңлатмаларҙы өйрәнеү процесында эшкәртелеүсе төп уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлек төрҙәре һанап кителә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмкәрәлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Фунциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы- предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү , ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү , уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б.) ; регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү ; үҙ контроль, үҙ баһалау , үҙ коррекциялау һ.б. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компетенты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңынла тота.

Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

 

“Башҡорт теле” уҡыу предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре

Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиилаштырыуға ынтылыу;

аралашыу прцесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

 

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:

телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу ( эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү ( һайлап алыу, танышыу);

төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге( матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт – дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;

һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүәмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә алыу;

стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең ( индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә ( план. Һөйләү, конспект, аннтотация) һөйләй алыу;

төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

Предмет һөҙөмтәләре:

телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында , тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

тел ғилеменең төп аңлатмалары : лингвистикам(тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр , телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ- мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлекиәрен үҙләштереү;

башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төр стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, лексик, һүҙьяһалыш, морфологик) , һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

тел- һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

 

“Башҡорт әҙәбиәте” уҡыу предметын үҙләштереү һөҙөмтәләре.

“Башҡорт әҙәбиәте” курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:

Шәхсән сифаттар:

  1. Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;
  2. Этник һәм милли сағылышын таныу:
  • үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
  • мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;
  • һаулыҡты нығытырғы һәм һаҡларға;
  • ата-әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;
  1. Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;
  2. Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;
  3. Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау;
  4. Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;
  5. Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ-әхлаҡ һәм икенсе кешеләрһең тойғоларын уртаҡлаша алыу;
  6. Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;
  7. Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.

Метапредмет һәләттәре:

Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив).

  1. Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу;
  2. Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү;
  • уҡыу прцесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
  • әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусы һәм художестволы әҫәр буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙерләнеү эше алып барырға, уның буйынса презентация эшләй белеү;
  • билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү;
  1. Үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып компьютер грамоталылығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны төҙәтә! Һәм техник эшкәртә белеү;
  2. Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү;
  3. Сағыштырыу, аеализлау, синтез, дөйөмләштереү кеүеғ логик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу;
  4. Әңгәмәсеһенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү;
  5. Объекттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.

Предмет һәләттәре:

  1. Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау;
  2. Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау;
  3. Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;
  4. Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу;
  5. Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ-ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау;
  6. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү;
  7. Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү;
  8. Уҡыу компонентына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу, йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөнсәләр менән художестволы, фәнни-популяр һәи уҡыу текстарын үҙгәртеп ҡора белеү;
  9. Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу;
  10. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдөлөү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;
  11. 70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белеү;

 

2)“Һәләтле балалар менән эшләү” программаһы.

 

 

 

Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика