Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Идрисова Зили Хурматулловны - ЭССЕ
Среда, 08.05.2024, 23:47
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Статистика

ЭССЕ

Мин –уҡытыусы.

Ер йөҙөндәге иң ҡатмарлы, иң серле затҡа –

кешегә аң-белем, тәрбиә бирә белеү –

үҙе бер талант, тәбиғәт биргән ҡөҙрәт.

Ғиниәт Ҡунафин

  Ҡояшлы беренсе сентябрь иртәһе… Мин китап - дәфтәрҙәремде һалған портфелемды арҡама аҫып, бер ҡулыма үҙемдән дә ҙур булған сәскә бәйләмен тотоп, ә икенсе ҡулым менән әсәйемде етәкләп беренсе тапҡыр мәктәп һуҡмағынан атланым. Мәктәп тупһаһын тәү тапҡыр атлап үткәс тә, мин ҡаршы алыусы уҡытыусыға ҡарап туҡтап ҡалдым. Ул миңә ихлас йылмайҙы һәм тирә-яҡ яҡтырып киткәндәй тойолдо. Арабыҙҙа ниндәйҙер йылылыҡ урынлашты, һәм был хис бер ҡасан да мине ташламаны.

Тәүге уҡытыусым мине уҡырға, яҙырға, тәбиғәтте, тыуған ерҙе, телде яратырға, кешеләрҙе аңларға,кешелекле, инсафлы,тәрбиәле булырға өйрәтте. Ул минең өсөн ябай уҡытыусы ғына түгел, тормош һуҡмағынан алып барыусы маяҡ ине. Нимәлер килеп сыҡмаһа, сабыр ғына төшөндөрҙө, бер ваҡытта ла әрләмәне. Икеләнеберәк ҡалған саҡтарҙа уның бер күҙ һирпеп алыуы етә ине: унда күпме ышаныс һәм хуплау сағыла торғайны. Ошо изге күңелле кешенең тәүге дәрестәре минең киләсәгемә орлоҡтарын һалғандыр, моғайын. Мәктәпте тамамлағас, мин , ике лә уйлап тормайынса, Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтының филология факултетына юл тоттом. Бында мин тел һәм әҙәбиәт уҡытыу методикаһын үҙләштерҙем, уҡытыусы һөнәренең асылына, серҙәренә төшөндөм.

   Инде институтты уңышлы тамамлап, уҡытыусы булып эшләй башлауыма ла 18 йылдан артыҡ ваҡыт үтеп киткән. Баласаҡ хыялым тормошҡа ашты. Мин Уҡытыусы! Һәм мин ябай уҡытыусы ғына түгел, ә туған тел - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын! Ә инде бындай вазифаны башҡарыу уҡытыусынан икеләтә яуаплылыҡ талап итә.

Бөйөк рус яҙыусыһы Л. Н. Толстой “ Яҡшы уҡытыусы ғүмере буйына педагогик аҡылға үҙенең уҡыусылары менән өйрәнә”- тип әйткән. Был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята. Йылдар үткән һайын мин быға нығыраҡ инанам. Уҡытыусы ғүмере буйына уйлана, эҙләнә, камиллаша. Минең уйымса, уҡытыусы иң башта балаларға яҡын килеп, тормошҡа уҡыусыларының күҙе менән ҡарарға тейеш. Бары тик шул рухи берҙәмлек аша ғына балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулап алырға мөмкин.

  Элек- электән белемле кешене ололап ихтирам иткәндәр, хөрмәтләгәндәр. Олоһо ла, кесеһе лә кәңәш һорап килгән, уҡытыусы һүҙен тыңлаған, унан үрнәк алған. Үҙемдең уҡытыусыларым араһында иң хөрмәтлеһе – Фәниә Әкрәм ҡыҙы булды. Ул мине үҙенең ябай, алсаҡ, тыныс, тәрән аҡыллы булыуы менән бала саҡтан уҡ әсир иткәйне. Әлеге ваҡытта ла мин уның ярҙамына, йылы һүҙенә, кәңәштәренә мохтажмын. Уҡытыусы һәр ваҡыт маяҡ булып, алға әйҙәп йәшәгән, һәр ваҡыт кешеләр менән бергә булған. Ул үҙ һөнәренең оҫтаһы ғына түгел, шул кәңәш һорап килеүселәрҙең күңелен яулап алырлыҡ, ышаныс тыуҙырырлыҡ, сабырлыҡ менән, тыңлап кәңәшен еткереүсе лә, серҙәш тә, психолог та, актер ҙа, күрәҙәсе лә, етәксе лә булырға тейеш.

  Ә бына Сократ уҡытыусыны ямғыр тамсыһы менән сағыштырған. Ысынлап та, ямғыр тамсыһы бар тереклеккә йән өрә, энергия бирә, үҫергә ярҙам итә. Укытыусы ла шул ямғыр тамсыһылай һәр уҡыусының потенциалын аса, белем орлоҡтарын һалып, уның мөмкинселектәрен асырға ярҙам итә, тормошта дөрөҫ үҫеш, йүнәлеш күрһәтә. Ә инде бөйөк мәғрифәтсе М. Өмөтбаев әйткәнсә “ бала күңеле аҡ ҡағыҙ, ни яҙһаң шул ҡала, бала зиһене- лакмус, ни һөйләһәләр, шул һеңә”. Беҙ уҡытыусылар ошо аҡ ҡағыҙға бары тик матурлыҡ, изгелек,мәрхәмәтлелек орлоҡтарын сәсергә, заман талаптарына яуап биргән, һәр яҡтан камил булған, фекер йөрөтә алған, һәләтле шәхес итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ.

  Күренекле ғалим- педагог Я. Каменский: Аҙ белгән кеше бик аҙ өйрәтә ала”, тигән. Эйе, уҡытыусы һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләргә, белемен камиллаштырырға, үҙенеңэше менән янып- көйөп йәшәргә тейеш. Тормош алға бара. Беҙ егерме беренсе быуат вәкилдәре. Йәмғиәт һәм мәктәп тормошонда ла бик күп үҙгәрештәр бара. Яңы инновацион технологиялар, компьютер, интернет селтәре, матбуғат саралары һәм башҡалар.Уҡытыусы барыһын да ҡуллана белергә һәм заман менән бергә атларға тейеш. Бары тик шул осраҡта ғына һин уҡыусылар алдында үҙ дәрәжәңде юғалтмаясаҡһың, уларҙа үҙеңә,предметыңа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята аласаҡһың. Мин дә үҙ эшемдә яңы алымдар ҡулланам, дәрестәремә һәр уҡыусым ашҡынып килһен өсөн туҡтауһыҙ эҙләнәм, уҡыусы менән уҡытыусы араһында ижади хеҙмәттәшлек тыуҙырырға тырышам, ә иң мөһиме- һәр уҡыусыны шәхес итеп ҡабул итәм. Әлбиттә, эшемдә ауырлыҡтар ҙа бар.

  • Башҡорт теле уҡытыусыһы... Ул - бөгөнгө көндөң маяғы. Һиңә өмөт тулы ышаныс менән заман үҙе баҡҡан. Шуға ла мин һәр дәрескә яңылыҡ алып килергә тырышам. Һөйләргә өйрәтеү, телмәр үҫтереү – минең төп маҡсатым. телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы ҡулланып; “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында баҫылған алдынғы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһенә таянып эшләйем.

Башҡорт телен уҡытыуҙа осраған проблеманы сисеү өсөн төрлө методтар, формаларҙы ҡулланам.

Мин һөнәр һайлауымда яңылышмағанымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым. Уҡытыусы булыу – ул минең булмышым, яҙмышым. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ бәләкәй генә ағас үҫентеһен ултыртаһығыҙ. Бер нисә тиҫтә йылдан ошо урында мәғрур, киң тармаҡлы ағас үҫеп сығасаҡ. Барыһы ла уға ҡарап һоҡланасаҡтар һәм һәр береһе ирекһеҙҙән ағасты ултыртыусыны хөрмәт менән иҫкә аласаҡ. Был изге эш кешелек доньяһының булмышына хас булһа, Уҡытыусы исемен йөрөтөүсе бөйөк һөнәр эйәһе иңенә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Ана шул мәғрур ағастарҙың шаулап үҫеүе беҙҙән тора. Уҡытыусы, бөтә көсөн биреп, бөтә яҡшылыҡты уҡыусыларының күңеленә һеңдерергә тырыша: ерҙе, тормошто аңларға, уны яратырға өйрәтә. Уның ижад емеше яҙ сәсеп көҙ урып торған ғына түгел, ә йылдар аша билдәләнә.

Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының роле бик ҙур. Сөнки беҙ әҙәбиәт ғилеме менән берлектә балаларҙа кешелек һәм әҙәплелек сифаттары тәрбиәләйбеҙ. Иң мөһиме – балаларҙы яратыу, уларға күңел йылыһын бирә белеү.

Мин бәхетле! Сөнки мин ошо бер үк ваҡытта ҡатлаулы ла һәм шул уҡ ваҡытта барлыҡ кешеләр өсөн кәрәкле һөнәремдән тәм табам, ләззәт алам, һәр уҡыусымдың кескенә уңышына ла сабыйҙарса һөйөнәм, эшемдән ҡәнәғәтлек алам. Минең яратҡан һөнәрем, яратҡан мәктәбем, миңә һорау тулы күҙҙәре менән ҡарап торған уҡыусыларым , мине аңлаған һәм терәк булған ғаиләм бар.

Инде бына нисә йыл һәр көн иртән мәктәп тупһаһын атлап керәм. Бынан күп йылдар элек беренсе уҡытыусым мине ҡаршы алған кеүек, йылмайып инде үҙемдең уҡыусыларымды ҡаршы алам:

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!

Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика