Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Идрисова Зили Хурматулловны - Кластан тыш саралар
Среда, 08.05.2024, 10:17
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Статистика

Кластан тыш саралар

Сценарий

Алып барыусы:

  • Хәйерле көн, хөрмәтле ата-әсәләр, уҡытыусылар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла ата-әсәләр йыйылышында күреүебеҙгә шатбыҙ һәм ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ!

Ғаилә ул – мөхәббәт,

Ғаилә ул – шатлыҡ,

Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,

Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,

Ғаилә – ул балалар!

Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!

- Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

- Ғаиләне ғаилә итеп һаҡлаусы, бәхет утын һүндермәүсе, бөтәбеҙҙе бәлә-ҡазанан ҡурсалаусы кеше – әсәй тураһында бер халыҡ аҡылы уҡып китергә теләйбеҙ.

- Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ." Алла әйткән: "Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен. Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың. Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар" - тине Алла. Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала һораны: "Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!" Алла тыныс ҡына тауыш менән: "Уның исеме бик ябай ғына - Әсәй" - тине.

- Һеҙҙең алда класс уҡыусыһы “Әсә” шиғыры менән.

 

Әсә!

Йөрәгемдең иң ҡәҙерле хисе,

Күңелемдең ул иң түрендә;

Ул-һалҡында йылытыусың һинең,

Йыуанысың ауыр көнөңдә.

Һоҡланып ҡарап торорлоҡ-

Күҙҙе ала алмайбыҙ.

Әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн

Йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

 

 

 

Алып барыусы:

 

- Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек. Тик әсә үҙе генә яңғыҙ ҡанат кеүек оса алмаҫ ине. Әсәнең терәге – атай бит ул! Атай - ул матур һүҙҙәр ҙә гел һөйләмәйҙер, наҙлап ҡына һәр саҡ ҡарамайҙыр, тик ул һәр саҡ балаға авторитет та, яҡлаусы ла, ярҙамсы ла, ғаилә тотҡаһы ла...

- Һеҙҙең өсөнкласс уҡыусыһы сығышы. “Атайыма” шиғыры.

АТАЙЫМА Фирүзә Абдуллина

Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,

Сабырлығың, тыныс аҡылың

Бәләкәйҙән миңә терәк булды,

Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.

Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,

Һин булғанға башым юғары,

Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,

Шуға ышаныслы юлдарым.

Атай, һинең менән донъя йәмле,

Шат йылмая һәр көн әсәйем,

Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,

Тыныс күңел менән йәшәйем.

 

- Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарға концерт номерҙары теҙмәһен тәҡдим итәбеҙ. Башҡарылған йыр-бейеүҙәр – һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт сәләме. Ҡул сабып, йылмайып ял итегеҙ!

 

-Һеҙҙең өсөн 2 класс уҡыусылары башҡарыуында “................................” йыры яңғырай

- Һеҙҙең иғтибарҙа класс уҡыусылары сығышы..............................

- 4 класс уҡыусылары башҡарыуында ................................ йыры

- 6 класс уҡыусылары башҡарыуында һинд бейеүе

- класс уҡыусылары башҡарыуында йыр. “Бәхеттә, шатлыҡта”

-

- 10 класс уҡыусылары башҡарыуында татар бейеүе

- 7 класс уҡыусылары башҡарыуында йыр. “Рәхмәт, атай, әсәй!”

- 6 класс уҡыусылары сығышы. .................................

-5 класс уҡыусылары башҡарыуында кавказ бейеүе

Алып барыусы:

- Ғаиләнең гөлө - ул бала. Ата-әсәнең һәр алған һулышы, һәр ынтылышы, һәр ҡыуанысы - ул бала. Бала – киләсәк тигәндәй, яҡты киләсәк булдырыу өсөн тәрбиәле балалар тәрбиәләү мотлаҡ. Алтындан баһалы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле булған нәмә-тәрбиәле балалыр. Ата үә әсә өсөн тәрбиәле баланан да ҙур байлыҡ һис булмаҫ. Тәрбиәле бала һәр саҡ йөҙгә аҡлыҡ килтерер. Тәрбиәле баланы һәр кем яратыр үә маҡтап һөйләр. Тәрбиәһеҙ баланы бер кеше лә яратмаҫ, бәлки хурларҙар үә кәмһетерҙәр. Тәрбиәле бала ата-әсәһен хөрмәт итер, яратыр, ҡәҙерләр, ярҙам итер, һүҙҙәрен йыҡмаҫ һәм һәр саҡ изгелек кенә ҡылырға ынтылыр.

- Тәрбиәлелек, ата-әсә һүҙен тотоу-тотмау хаҡында 9 класс уҡыусыһы башҡарыуында ҡобайырҙан өҙөк.

 

 

 

Алып барыусы.

“Ил тыныслығы ирҙә булһа, йән тыныслығы – ҡатында, ил киләсәге балала!” – тиелә бит халыҡ мәҡәлендә …Эйе, кешелектең киләсәге бөгөнгө балалар ҡулында. Уларҙың һау-сәләмәт һәм бәхетле булып үҫһен өсөн өлкәндәр ҡайғыртырға тейеш.

 

Уҡыусылар:

Сабый тыуа, ҡабыҙып киң ғәләмгә

Яҙмышының серле йондоҙон.

Бәхетле әсә, һөйөнөп, бәхет бағлап,

Ҡулдарына ала ул- ҡыҙын.

 

Уҡыусы:

Шул минуттан яңы кеше өсөн

Тормош һынауҙары башлана.

Йә, Хоҙайым, көсһөҙ был сабыйҙы

Рәхмәтеңдән генә ташлама.

 

Уҡыусы:

Татыу тыныс ғаиләлә үҫһен,

Тойоп пар ҡанаттар йылыһын.

Киләсәккә юлдар һайлағанда

Тәүге аҙымдары ныҡ булһын.

 

Уҡыусы:

Балаларға ерҙә йәшәү өсөн,

Атай- әсәй кәңәше бик кәрәк,

Әсәй наҙы йәнгә шифа булһа,

Ауыр саҡта атай ныҡ терәк.

 

Уҡыусы:

Балаларҙың көлөүҙәре

Тыныслыҡтың йыры һымаҡ.

Ул көлөүгә бала саҡтың

Әллә күпме йыры һыйған.

 

Уҡыусы:

Кәрәк түгел тәржемәсе-

Көлөшәбеҙ бер телдә беҙ.

Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ,

Бирешмәйбеҙ бер кемгә беҙ.

 

 

Алып барыусы:

- Хөрмәтле ата-әсәләр! 2018 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һәммәбеҙҙең ғаиләләре ныҡ, тулы, йылы булһын! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ – именлек, аяҙ күк йөҙө, ғаиләләрегеҙгә муллыҡ - бәрәкәт теләйбеҙ! Бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын!

 

 

- Һүҙҙе мәктәп директоры Рәмилә Әсҡәт ҡыҙына бирәбеҙ!

 

 

“ Исемдәремәңге хәтерҙә” исемле

Жәлил Кейекбаевҡа арналған әҙәби кисәнең

сценарийы.

1 а.б.Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, ҡәҙерле балалар! Үҙенең арҙаҡлы улдарын хөрмəт иткəн йырлы-моңло Сəйетбаба урта мәктәбендә һеҙҙе күреүебеҙгə сикһеҙ шатбыҙ. Бөгөн беҙ күренекле яҡташыбыҙ, арҙаҡлы башҡорт ғалимы, донъя тюркологияһындағы киң билдəле фəн əһеле һəм талантлы əҙип, филология фəндəре докторы, профессор, күренекле тел белгесе, полиглот-тюрколог, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған фəн эшмəкəре, Ленин, Почет билдәһе ордены кавалеры Жəлил Ғиниəт улы Кейекбаевтың 105 йыллығына арналған “Исемдәре мәңге хәтерҙә” исемле әҙәби уйын- кисәгә йыйылғанбыҙ.

2 а.б.: Һəр бер кеше башҡа берəүгə лə оҡшамаған тылсымлы йондоҙ, тик үҙенə генə хас серле донъя ул. Əлбиттə, күк көмбəҙендəге йондоҙҙарҙың үтə сағыуҙары, уртаса яҡтылары һəм тоноҡтары булған кеүек, кешелəрҙең дə төрлөһө була. Берəүҙəре менəн айҙар, йылдар бергə йəшəйһең, ə айырылышҡас хəтер һандығыңды аҡтарып ҡараһаң, уларҙың ҡалдырған эҙҙəренə юлыға алмай ыҙаланаһың.

1 а.б.: Икенселəре менəн иһə һынаулы көндəр генə бергə булаһың, шуға ҡарамаҫтан, улар һинең күңелеңдə мəңге һүнмəҫ яҡты нур, аңыңда тормошоңа мəғəнə һəм йүнəлеш бирə алырлыҡ идеалдар ҡабыҙып китə. Жəлил Ғиниәт улы Кейекбаев беҙҙең хəтерҙə тап шундай аҫыл ирҙəрҙең береһе булып ҡалды һəм ҡаласаҡ.

Концерт номеры “лирик бейеү”

1 а.б.: Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 7 ноябрендә(иҫке стиль буйынса 25 октябрь) Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында донъяға килә. Башҡорт педагогия техникумын тамамлағандан һуң Мәскәүҙең Беренсе сит ил телдәре институтында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы барған осорҙа – 1942-1943 йылдарҙа – Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбендә директор булып эшләй, немец теленән дәрестәр бирә.

2 а.б.:Өфөгә килгәс, төрлө институттарҙа лекциялар уҡый. 1949 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, һуңынан Башҡорт дәүләт университетында проректор булып эшләй. Артабанғы бөтә тормошо университет менән бәйле була.

1 уҡыусы Жəлил ағай һəр көн иртə менəн

Атлап уҙыр ине һылтыҡлап.

Ҡара тышлы ауыр ҙур портфелен

Ҡултыҡ аҫтарына ҡултыҡлап.

Йырланы ул «Сибай», «Һанаҡаны»

Аҡ ташына баҫып Мəндемдең.

Ҙур булһа ла үҙе ябай булды,

Яҡын дуҫы булдыһəр кемдең.

Тыуған яҡтарына ҡайтҡанда ла

Киткəндə лə ошо яҡтарҙан.

Ғорур бөркөт кеүек осор инее

Юғарыраҡ ашып Уралдан.

Алға табан ҡараш ташланы ла

Килəсəккə ҡыйыу атланы.

Ғəҙеллекте генə яҡын итте

Саф намыҫы булды ҡалҡаны.

1 а.б.: Ғалим башҡорт тел ғилеме, төрки Урал-Алтай телдәре буйынса йөҙҙән артыҡ хеҙмәт яҙа. Башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфологияһы өлкәһендә уңышлы эшләй. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа. Телсе ғалим 50-нән ашыу сит телдәрҙе яҡшы белә. Немец һәм венгр телдәренән башҡортсаға туранан-тура тәржемәләр яһай. “Туғандар һәм таныштар” романын, повестар, ҡобайырҙар, балалар өсөн әкиәттәр ижад итә.

2 а.б.: Ғалимға Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул «Ленин», «Почет Билдәһе» ордендары менән бүләкләнә. Күренекле ғалимдың исеме Сәйетбаба урта мәктәбенә бирелә, Жәлил Кейекбаев исемендәге республика премияһы булдырыла, тыуған ауылы Ҡаранйылғала ғалимдың тормош юлын, фәнни хеҙмәттәрен сағылдырған Йорт- музейы эшләп килә, йыл һайын уның тыуған көнөндә беҙҙең мәктәптә “Кейекбаев уҡыуҙары” үткәрелә.

1 а.б.: Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы гимназияһы ла беҙҙең яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтә. Сәйетбаба, Ҡаранйылға ауылдарында Кейекбаев исемендәге урамдар бар. Бөгөн шуныһы ҡыуанаслы: яҡташыбыҙ, оло əҙиптең исеме бөтə донъяға билдəле мираҫтары халҡыбыҙҙың күңеленə үтеп инеп, рухи хазинабыҙ булып йөрəктəрҙə мəңгелек урын алды.

1 а.б.: Бөгөн беҙ уҡыусылар һеҙҙең менән “Нимә?Ҡайҙа?Ҡасан? уйынында ҡатнашып,Жәлил Кейекбаев тураһында белгәндәребеҙҙе иҫебеҙгә төшөрөп,белмәгәндәребеҙҙе белеп үтәсәкбеҙ.

2 а.б. Сәхнә түренә ярышта ҡатнашыусы 3 команданы саҡырабыҙ.

Рәхим итегеҙ!

2 а.б.: Хөрмәтле уйынсылар,һеҙҙе жюри рәйесе һәм ағзалары менән таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ.

1 а.б.: Жюри рәйесе – Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы,Почет билдәһе ордены кавалеры,остазы Жәлил Кейекбаевтың эшен дауам итеүсе,арымай-талмай ғалимдың йорт-музейын булдырыусы,ауылыбыҙҙың почетлы имам-хатибы Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов,

Жюри ағзалары:Рима Камил ҡыҙы Ишмырҙина – филология фәндәре кандидаты,бөгөнгө музейҙың алмаштырғыһыҙ етәксеһе,

Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы Заһиҙуллина – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,

Аида Аҙнаева- 11 класс уҡыусыһы,уҡыусылар советы рәйесе.

2 а.б. Ярышҡа фатиха бирер өсөн һүҙ һеҙгә Ғиндулла Ширияздан улы.

1 а.б. Танышыу(командалар үҙҙәре менән таныштыра).

2 а.б. Ярыштың икенсе төрө: викторина һорауҙарына яуаптар(командалар алып барыусылар әйткән һәр һорауға яуап бирәләр,дөрөҫ яуапҡа 1 очко).

2 а.б. Беҙ бәләкәйҙән әкиәт тыңларға яратабыҙ.Киләһе ярыштың төрө әкиәттәргә бағышлана ла инде.Жәлил Кейекбаевтың “Урман әкиәттәре” тигән йыйынтығына тупланған әкиәттәрен сәхнәләштереү(был эш алдан өйгә эш итеп бирелгән ине).

1 а.б. Кроссворд сисеү.

2 а.б. Артабанғы ярыш: Ж.Кейекбаев әҫәрҙәренән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.Һәр дөрөҫ яуапҡа 1 очко.

1 а.б. Бирелгән монографиялар араһынан Ж.Ғ.Кейекбаевтың монографияларын һайлап алырға.

2 а.б. Жюри очколарҙы иҫәпләй торғансы,беҙ Ж.Кейекбаевтың яратып башҡарған йырҙарын тыңлап алайыҡ(фонояҙма тыңлау).

1 а.б. Һүҙ жюриға(жюри урындар билдәләп,командаларҙы бүләкләй).

1 а.б. Башҡорт халыҡ мәҡәле шулай ти:”Атаңдың ғына улы булма- халҡыңдың да улы бул”.Эйе,Жәлил Кейекбаев башҡорт халҡының ғына түгел,ә күп төрлө милләт халыҡтарының да һөйкөмлө,яратҡан улы булып ҡалды һәм ҡаласаҡ.

2 а.б.: Ғилем ынйыларын мул тараттың

Төрлө илдə,төрлө телдəрҙə

Башҡортостан улы, халҡың улы

Һин булырға хаҡлы аҫыл ир.

Яңғыҙ ағас булып йəшəмəнең,

Оло ағас булдың урманда.

Яҡты иҫтəлегең йөрəктəрҙə

Мəңгелеккə балҡыр Уралда.

1 а.б.: Жәлил ағай Кейекбаев хаҡында иң изге хис-тойғолар менəн һуғарып иҫтəлек яҙыусыларҙың һаны ла бихисап һəм килəсəктə лə бик күп булыр əле.

Һин бɵгɵн дә тере беҙҙеӊ ɵсɵн

Уралыӊда телсе – кейек һин

Халҡыӊ хәтерендә һин мәӊгелек var container = document.getElementById('nativeroll_video_cont'); if (container) { var parent = container.parentElement; if (parent) { const wrapper = document.createElement('div'); wrapper.classList.add('js-teasers-wrapper'); parent.insertBefore(wrapper, container.nextSibling); } }

Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика