Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Идрисова Зили Хурматулловны - ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА
Среда, 08.05.2024, 15:50
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Статистика

ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА

Минең исемем,фамилиям:

Иҙрисова Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы

Башҡарған вазифам: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Эш урыным: Ғафури районы,Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Телефон: 89373429385

Еmail zilya.idrisova.74@mail.ru

Белемем юғары

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультеты, 1996 йыл

Педагогик эш стажым : 19 йыл

Квалификациям: юғары (Высшая квалификационная категория по должности “Учитель”,2018 год,май)

Профессиональ ҡыҙыҡһыныуҙарым: башҡорт телен өйрәнеүҙә яңы методтар һәм алымдар уйлап табыу

Хобби: китаптар уҡыу, бейеү, сценарийҙар яҙыу.

    Мин,Иҙрисова Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы,Ғафури районы Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

     1974 йылдың ыжғыр буранлы ҡарлы февраль айында Ғафури районының Сәйетбаба ауылында икенсе бала булып донъяға тыуғанмын.1981 йылдың 1 сентябрендә әсәйем мине етәкләп Сәйетбаба урта мәктәбенең 1-се класына уҡырға биргән.1991 йылда урта мәктәпте уңышлы тамамлағас,башҡорт теленә булған һөйөүем,уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге мине Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына алып килде.Юғары белемде Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ алдым.2001 йылда йылда үҙемдең тыуған ауылымда, ун бер йыл белем алған мәктәбемдә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта башланым.

   Дөйөм педагогик стажым 19 йыл.Мин үҙ дәрестәремде ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле, мауыҡтырғыс,юғары кимәлдә үткәрергә тырышам. Уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреүҙә,ижади һәләттәрен үҫтереүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының яңы технологияларҙы өйрәнеүе һәм дәрестә уңышлы файҙаланыуы ҙур роль уйнай. Уҡыусыларым район кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа,фәнни-эҙләнеү эштәрендә,”Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр,”Өмөтлө ҡәләм” бәйгеләрендә еңеү яулайҙар,республика күләмендә лә ҙур уңышҡа өлгәшәләр.

    Төрлө инновацион технологиялар ҡулланырға тырышам,балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә эшләйем.Дәрестә тел,халыҡ,ил тойғоһо төшөнсәләренең һәр кемгә ғәзиз булыуын,уҡыусыларҙы илһөйәр,телһөйәр итеп тәрбиәләү эшен алып барам.Белемемде камиллаштырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләйем.

Уҡытыусы һөнәрен яратып башҡарам,һәр уҡыусыма ышаныслы ҡараш менән ҡарайым.

Йәмғиәт эштәрендә лә ҙур теләк менән ҡатнашам.Байрамдарға сценарийҙар яҙырға,китаптар уҡырға,бейергә яратам.Төрлө байрамдар, кисәләр, осрашыуҙар үткәреү,спорт ярыштарында ҡатнашыу –былар бөтәһе лә минең яратып башҡарған эштәрем.

Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика