Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы сайты
"Ни сәсһәң - шуны урырһың", тигән тапҡыр әйтем бар. Ул белем алыуға һәм тәрбиәгә туранан тура бәйләнгән. Баланың нисек йәшәүен, нисек тын алыуын белеү, уға ихтирамлы һәм иғтибарлы булыу - уҡытыусының иң төп һәм изге бурысы.
Туған телем! Башҡорт теле! Ниндәй моңло, ғорур яңғырай минең телем.
Ошо телде, ата-бабалар телен түкмәй-сәсмәй киләсәк быуынға еткереү - минең, һинең мөҡәддәс бурысың, эй, башҡортом!
|