Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Идрисова Зили Хурматулловны - Тесттар
Среда, 08.05.2024, 21:08
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Статистика

Тесттар

5 класс .Ҡылым.

1.Уҡый,яҙа,килә ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А.Үткән заман

Б.Хәҙерге заман

В.Киләсәк заман

2.Барҙы,яҙған,эшләне ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А. Үткән заман

Б. Хәҙерге заман

В. Киләсәк заман

3.Атлар,барасаҡ,йүгерер ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А. Үткән заман

Б. Хәҙерге заман

В. Киләсәк заман

4.Бара,килә,эшләй ҡылымдары ниндәй һанда килгән?

А.Берлек

Б.Күплек

5.Баралар,киләләр,эшләйҙәр ҡылымдары ниндәй һанда килгән?

А. Берлек

Б. Күплек

6.Уҡыйым,уҡыйбыҙ ҡылымдары ниндәй затта килгән?

А.1-се зат

Б.2-се зат

В.3-сө зат

7.Эшләй,эшләйҙәр ҡылымдары ниндәй затта килгән?

А. 1-се зат

Б. 2-се зат

В. 3-сө зат

8.Уҡый,яҙҙыҡ,барҙы ҡылымдары ниндәй төргә ҡарай?

А.Үҙ аллы ҡылымдар.

Б.Ярҙамлыҡ ҡылымдар.

9.Уҡый ине,яҙа башланы,эшләй торҙо.Аҫтына һыҙылған ҡылымдар ниндәй төргә ҡарай?

А. Үҙ аллы ҡылымдар.

Б. Ярҙамлыҡ ҡылымдар.

10.Кил,яҙ,уҡы ҡылымдары яһалышы яғынан ниндәй төргә ҡарай?

А.Тамыр ҡылым

Б.Яһалма ҡылым

11.Ҡотла,һаҡлан,башла,эҙлә ҡылымдары ниндәй төргә ҡарай?

А. Тамыр ҡылымааопапртмапписааа

Б. Яһалма ҡылым

12.Кил,яҙ,эшлә ҡылымдары ниндәй төргә ҡарай?

А.Бойороҡ

Б.Хәбәр

В.Шарт

Г.Теләк.

13.Киләм,килербеҙ,ҡыуанды,китер ҡылымдары ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А. Бойороҡ

Б. Хәбәр

В. Шарт

Г. Теләк.

14.Килһәм,яҙһа,барһа,уйнаһалар ҡылымдары ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А. Бойороҡ

Б. Хәбәр

В. Шарт

Г. Теләк.

15.Ҡайтҡы килә,китмәксе булам,бараһы бар ҡылымдары ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?

А. Бойороҡ

Б. Хәбәр

В. Шарт

Г. Теләк.

16.Уйна,уйнағыҙ бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй затта килгән?

А.1-се зат

Б.2-се зат

В.3-сө зат

17.Барығыҙ,барһындар бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй һанда кигән?

А.Берлек

Б.Күплек

18.Ҡайтҡан,ҡайтты,барҙым,килгәйне хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А. Үткән заман

Б. Хәҙерге заман

В. Киләсәк заман

19.Ҡайта,ҡарай,уҡымай хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А. Үткән заман

Б. Хәҙерге заман

В. Киләсәк заман

20.Барыр,яҙасаҡ,килербеҙ,булмаясаҡ хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

А. Үткән заман

Б. Хәҙерге заман

В. Киләсәк заман

 

6 класс

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Лексика.Исем.

1.Иңдәрендә тигән һүҙҙә ниндәй һүһынҡылар ҡулланылған?

А.Ҡалын һуҙынҡылар

Б.Нәҙек һуҙынҡылар

В.Иренләшкән һуҙынҡылар.

2.Урман шаулай был ниндәй һөйләм?

А.Йыйнаҡ

Б.Тарҡау

В.Һорау

Г.Өндәү

3.Ҡатыҡ ошо һүҙҙә ниндәй тартынҡылар килгән?

А.Яңғырау

Б.Һаңғырау

В.Талғын

4.Ашъяулыҡ һүҙе яһалышы яғынан ниндәй һүҙ?

А.Тамыр

Б.Яһалма

В.Ҡушма

5.Танауын сөйгә элгән фразиологик берәмегенең синонимы ҡайһы?

А.Әрләй

Б.Маҡтана

В.Алдаша

Г.Үсекләй.

6.Кем? һорауына ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр яуап була?

А.Хайуан атамалары

Б.Ҡош-ҡорт атамалары

В.Кешене белдергән һүҙҙәр

Г.Йәнһеҙ әйберҙәр.

7.Эшсе һүҙе яһалышы яғынан ниндәй һүҙ?

А.Тамыр

Б.Яһалма

В.Ҡушма

8.Урман тәрән тынлыҡҡа сумған һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән?

А.Эйә

Б.Хәбәр

В.Аныҡлаусы
Г.Тултырыусы.

Д.Хәл.

9.Баҡса һүҙенә ҡайһы күплек ялғауы ҡушылыр?

А.-тар

Б.-лар

В.-ҙар

Г.-дар

10.Йәшәүем һүҙе ниндәй эйәлек заты ялғауы ҡабул иткән?

А.1-се зат

Б.2-се зат

В.3-сө зат

11.Балаһына һүҙе ниндәй килештә килгән?

А.Эйәлек

Б.Төбәү

В.Төшөм

Г.Урын-ваҡыт

Д.Сығанаҡ.

12.Хәҙергә уҡыуым яҡшы ғына бара һөйләмендә ҡайһы һүҙ эйәлек затында килгән?

А.Яҡшы

Б.Хәҙергә

В.Бара

Г.Уҡыуым

Д.Ғына

13.Ат һүҙенә тамырҙаш һүҙҙе тап?

А.Атыш

Б.Атай

В.Атлай

Г.Атлы

Д.Атҡан

14.Ҡурай һүҙе ҡайһы төркөмгә ҡарай?

А.Төп башҡорт һүҙе.

Б.Үҙләштерелгән һүҙ.

В.Интернациональ һүҙ.

Г.Профессиональ һүҙ.

15.Бара-бара тигән ҡушма һүҙ ниндәй юл менән яһалған?

А.Ҡушыу.

Б.Парлау.

В.Ҡабатлау.

Г.Бәйләү.

Д.Ҡыҫҡартыу

16.Рәшит миңә китабын биреп торҙо һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй килештә килгән?

А.Эйәлек

Б.Төбәү

В.Төшөм

Г.Урын-ваҡыт

Д.Сығанаҡ.

17.Кем?Нимә? һорауҙарына яуап булған исемдәр ниндәй килештә була?

А.Төп

Б.Эйәлек

В.Төбәү

Г.Төшөм

Д.Урын-ваҡыт

Ҙ.Сығанаҡ.

18.Бөгөн ҡала баҡсаһында ҙур байрам булды һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй килештә килә?

А.Төп

Б.Эйәлек

В.Төбәү

Г.Төшөм

Д.Урын-ваҡыт

Ҙ.Сығанаҡ.

19.Әҙәби китаптан һөйләм күсереп яҙҙым һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй килештә?

А.Төп Д.Урын-ваҡыт

Б.Эйәлек

В.Төбәү

Г.Төшөм

Күсереп алыу өсөн тесттар

1) Рәүеш.6 класс

2)Сифат.Һан. 6 класс

3)Алмаш.Ҡылым.6 класс

 

Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика