Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Идрисова Зили Хурматулловны - Дәрес материалдары
Среда, 08.05.2024, 12:29
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Статистика

Дәрес материалдары

Теркәүестәрҙе ҡабатлау өсөн тест.( 6 класс)

1.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен билдәләгеҙ.

1.Теркәүес,бәйләүес,киҫәксә,рәүеш,ымлыҡ.

2.Теркәүес,бәйләүес,киҫәксә.

3. Киҫәксә, теркәүес,бәйләүес,алмаш,ымлыҡ.

4. Бәйләүес, теркәүес киҫәксә,исем,ымлыҡ.

2.Теркәүестәр генә булған төркөмдө билдәләгеҙ.

1.Һәм,ә,тағы,ләкин,сөнки,иң,әгәр.

2.Тимәк,гүйә,юҡһа,ғына,иһә,йәғни,тик.

3.Иһә,тағы,хатта,йә,шуға,гәрсә,әле.

4.Шуның өсөн,шуға ла,сөнки,йәғни,ай-һай,гәрсә.

3.Тағы,йәнә,һәм,шулай уҡ теркәүестәренең төрөн билдәләгеҙ.

1.Ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре.

2.Йыйыу теркәүестәре.

3.Бүлеү теркәүестәре.

4.Аныҡлау теркәүестәре.

4.Составында ҡаршы ҡуйыу теркәүесе булған һөйләмде билдәләгеҙ.

1.Йә эш бирәһегеҙ,йә башты алып сығып китәм. (Х.Ғиләжев).

2.Матур,ыҫпай,ләкин артыҡ бер төрлө,төҫһөҙ почерк был. (Х.Ғиләжев).

3.Мин дә юрый уның артынан тәгәрәгән булдым. ( С.Агиш).

4.Иртән дә,көндөҙ ҙә,кис тә ул үҙ урынында ҡалды. (М.Кәрим).

5.Тағы нимәлер етмәй,тағы нимәлер юҡ кеүек.(Р.Ғарипов).

5.Теркәүесе генә булған һөйләмде билдәләгеҙ.

1.Минең илемдә ҡояш та яҡты,

Йондоҙҙар ҙа шат,ер ҙә бик яҡшы. (М.Хәй).

2.Әсәләрҙең наҙлы һүҙе

Бәхетле һәм көслө итә. (Г.Юнысова).

3.Әсәйҙәр байрамы менән

Башланалар зәңгәр яҙҙар.(Г.Юнысова).

4.Әгәр телем йәшәй икән,

Йәшәйәсәк халҡым да. (И.Кинйәбулатов).

6.Тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылған һөйләмде табығыҙ.

1.Әгәр төтөн бағана булып күтәрелһә,ышанығыҙ:көн салт аяҙ буласаҡ,ә инде ергә ятһа,яуым-төшөмдө көтөгөҙ. (Календарҙан).

2.Ул бик оҫта һуғыша,еңелеүҙе белмәй шуға күрә бик эре ғорур кеше.(С.Сурина).

3.Үҙе тымыҡ,һәм моңһоу булһа ла ғәйрәтле ул беҙҙең Дим.(М.Ғәли).

4.Ҡулда ҡамсы,сыбыҡ булырға тейеш түгел сөнки кавалерия аты ундай “тәртипте” яратмай. (С.Кулибай).

1.Йәйәләрҙе асып,кәрәкле тыныш билдәләре ҡуйып,һөйләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ.

1)Ҡарамыш аңлай: дүрт кешегә ҡаршы тора алмаясаҡ шулай (ҙа) һынырға,ҡасып ҡотолорға уйламай. (Н.Мусин).

2) Ләкин һыуҙың бер тамсыһын (да) йотмай ә бер алдына бер артына әйләнеп бер уңға бер һулға ҡарап тир-яҡҡа бөркөп ебәрә. (“Урал батыр” эпосынан).

3)Их,дуҫтар,йәмле (лә) көнөбөҙ ә тыуыр көн тағы (ла) яҡтыраҡ. (Б.Бикбай).

4) Батырша Ҡазан губернаһы татарҙары менән шулай (уҡ) ҡаҙаҡтар менән ныҡлы бәйләнеш урынлаштыра. (Ғ.Хөсәйенов).

5) Бына шуның өсөн дә йә Ағиҙел (дә) йә уға ҡоя торған бер йылғала (ла) ҙур һыуһаҡлағыс төҙөү кәрәк ине.

2.Тейешле ялғауҙарҙы,теркәүестәрҙе өҫтәп,мәҡәлдәрҙе күсереп алығыҙ.

1.Тау (ҙа) тау. Урман (да) урман.Ҡояш бик аҙға ғына күренә (лә) тағы юғала. Беҙ барабыҙ (ҙа) барабыҙ. Уңда (ла),һулда (ла)ҡуйы ағаслыҡ.

2.Сит ер (...) солтан булғансы,үҙ илең (...) олтан бул. Ағас нәҫеле ер (...),ир нәҫеле ил (...)

Текст менән танышып сыҡ, һорауҙарға яуап бир.


Апрелдең тәүге көндәренән үк ҡар ныҡлап ирей, йылғаларҙа боҙ ҡуҙғала. Шуға уны һыу айы тип атайҙар.

Апрелдә беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ көньяҡтан ҡайта. Ҡарғалар һәм сыйырсыҡтар апрель башында уҡ килә. Оҙаҡламай күктә һабан турғайҙары һайрай башлар. Урмандарҙа ҡыҙылтүш тауышы яңғырар. Апрель аҙағында тәүге сәскәләр күренә. Ләкин ағастар яланғас тора әле. Апрелдә күп йәнлектәр ҡышҡы тундарын йәйгегә алмаштыра. Йылғалар, күлдәр боҙҙан асыла. Ошо ваҡытта Илдар менән Айтуған Мәндем йылғаһына боҙ киткәнен ҡарарға барҙылар.

 

1.Текста ниндәй ҡош исемдәре осрай? Күсереп яҙырға.
 

2.Кемдәр улар “ҡанатлы дуҫтар”?________________________________________________

 

3.Тексҡа исем бир.

 

4.Һөйләмдәрҙең башҡортса вариантын текстан табып билдәләргә.

В конце апреля появляются первые цветы. ____________________________

 

В апреле многие животные свои зимние шубы меняют на летние.


5.Яңғыҙлыҡ,уртаҡлыҡ исемдәрҙе яҙырға.


6.Һүҙҙәрҙе килеш буйынса үҙгәртергә.

Эш, боҙ ,ағас

 

7.Күплектә торған исемдәрҙе күсереп яҙырға:


8.Һүҙҙәрҙең антонимдарын табырға.

Ҡайта ______________________

Башлана____________________

Тәүге______________________

күп _______________________


9.Һүҙҙәрҙе ҡулланып, һөйләм төҙөргә. Умырзая, ҡояш, тамсылар, яҙ.

 

10.Ҡушма исемдәрҙе табып яҙырға.

 

11.Һуңғы һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.

 

 

Тиҙәйткестәр

Мин күктә, һеҙ ерҙә!
Мин күктә, һеҙ ерҙә!
Бик рәхәт миңә үрҙә,
Ҡурҡыныс түгел бер ҙә!

Мәктәптәр матур биҙәлгән,
мәктәптәр ишеге асыҡ.
Балалар уҡырға бара,
Шатланып,дәртле баҫып.

Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы.
Биш бесәйҙең биш башына
Емерелмәһен мейес ташы.

Әйтсе миңә, әйтсе миңә,
Әйтсе серен, әсәкәй!
Әллә һин бешергәнгәме,
Бигерәк тәмле әпәкәй!

Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.

Бәҙриҙең бөҙрә Бәҙәре биҙәкһеҙ биҙрәһен биҙәкләткән.

Һары һаҡаллы Һаҙыйҙың һары Һарығолағы һары һаламда ята.

Усыма усаҡтан уҫаҡ осҡоно осто.
Турғайлы туғайҙағы талға тамға тамғалағандар.

Ҡыйын өҙҙөрттөрҙөләр,сүбен өйҙөрттөрҙөләр,саңын өрҙөрттөрҙөләр.

Беҙҙең кәзәбеҙ мөгөҙлө,һеҙҙең кәзәгеҙ мөгөҙһөҙ..

Эй энекәш, энекәш,
Этең этлеген итә,
Эш эшләп этләнгәедә,
Тота ла тешләп китә

Эт эшенең эҙемтәһе-
Минең йыртылҙан күлдәк.
Эргәмдә юҡ энә, еп тә,
Торам эт кеүегерәк.

Өләсәйем.

Өйҙәгеләрҙе өҙлөкһөҙ
Өйрәтә өләсәйем:
Өлкәндәр өгөт өләшә,
Өгөттәр өләшәйем!
Өлкәндәр өмөт өләшә-
Өмөттәр өләшәйем!
Өҙөлөп- өҙөлөп,
Өҙөлөп- өҙөлөп,
Өндәшә өләсәйем.

 

Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика