Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Идрисова Зили Хурматулловны - Олимпиада
Среда, 08.05.2024, 07:11
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Статистика

Олимпиада

Муниципаль кимәлдә үткәрелгән башҡорт теле (дәүләт теле булараҡ) олимпиада һорауҙар

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

олимпиада һорауҙары (7 класс)

1. Тәҡдим ителгән һүҙҙәргә антонимдар уйлап яҙығыҙ.

Ҙур - килә -

Бейек – йүгерә -

Оҙон – юғары -

Эҫе - ҡаты -

2. Бирелгән исемдәргә тура килгән ҡылымдар өҫтәп яҙығыҙ.

Ел

Үлән

Балыҡ

Машина

Һарыҡ

Эт

3. “Ҡыш” темаһы буйынса ике һөйләм уйлап яҙығыҙ.

4. Ике мәҡәл яҙығыҙ.

5. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.

1) Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.

2) Беҙҙең ауыл Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан.

3) Айрат 7-се класта уҡый.

6. Шиғыр нисек атала? Авторын яҙығыҙ.

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм –

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм.

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап

Ҡараның күҙҙәремә.

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың

Бәләкәс йөрәгемә…

7. Уҡтар ярҙамында шағирҙарҙың әҫәрҙәрен күрһәтегеҙ.

М.Кәрим “Башҡорт теле”

З.Биишева “Көҙҙәр еткәс”

К.Кинйәбулатова “Уҡытыусыма”

8. Ҡош исемдәрен тәржемә итегеҙ.

Ҡарға –

Күгәрсен –

Һандуғас –

Кәкүк -

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

олимпиада һорауҙары (8 класс)

1. Тейешле сифаттар өҫтәп яҙығыҙ.

Аҡбур аҡ, ә күмер …

Лимон әсе, ә бал …

Йәй көнө көндәр йылы, ә ҡыш көнө …

Тейен бәләкәй, ә айыу …

2. Тән ағзаларының атамаларын яҙығыҙ.

3. Исемдәргә ялғау ҡушылғанда хата ебәрелгән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.

1) Йодоҙҙар, болоттар, уйынсыҡлар, баҡсалар;

2) Клоундар, тауҙар, ҡуянлар, уттар.

4. Башҡортостан Республикаһындағы 5 йылға исемен яҙығыҙ.

1)

2)

3)

4)

5)

 

5. Башҡортостан Республикаһының флагы ниндәй төҫтәрҙә һәм төҫтәр ниндәй тәртиптә (последовательности) урынлашҡан?

6. Рауил Бикбаев ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? Уның ике әҫәренең атамаһын яҙығыҙ.

7. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең аңлатмаһын яҙығыҙ.

Бүрәнә аша бүре күреү –

Кәкре ҡайынға терәтеү –

Башы күккә тейеү -

8. “Чехов Башҡортостанда” картинаһының авторы кем?

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

олимпиада һорауҙары (9 класс)

1. Һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә яҙығыҙ.

Алма, ҡыуаҡ, ялан, йылға, буран, ел,, һыуыҡ, көҙ, төтөн

2. Мәғәнәләре буйынса ҡушма һүҙҙәр табып яҙығыҙ.

1) Алма бирә торған ағас. …

2) Күлдә йәшәүсе аҡ төҫтәге күсмә ҡош. ….

3) Өҫтәлгә япма. ….

3. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.

4. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙығыҙ.

1) Эш оҫтанан …

2) Күл тамсынан …

3) Аҙ һөйлә, күп …

5. Йылға, күлдәр ниндәй районда урынлашҡан? Уҡ менән күрһәтегеҙ.

Асылыкүл Дәүләкән

Кандракүл Мәләүез

Эйек Туймазы

Йүрәҙән Күгәрсен

Нөгөш Салауат

Һаҡмар Баймаҡ

6. Горизонталь буйынса буш шаҡмаҡтарға тейешле хәрефтәрҙе яҙығыҙ.

б ы л

б й к

ҡ й ҡ

т й н

й ғ а

м й л

7. 2018 йылдың 12 декабрендә ҡайһы яҙыусының тыуған көнө булды? Нисә йәш тулды һәм уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

8. “Чехов Башҡортостанда” картинаһының авторы кем?

9. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.

1) Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.

2) Башҡортостандағы иң ҙур күл – Асылыкүл.

3) Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.

10.Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Гимнының һүҙҙәренең һәм музыкаһының авторҙарын яҙығыҙ.

 

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

олимпиада һорауҙары (10 класс)

1. Яңы йыл менән ҡотлап, класташығыҙҙың электрон почтаһына ебәреү өсөн ҡотлау хаты яҙығыҙ.

2. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.

3. Түбәндәге һүҙбәйләнештәрҙә сифат булып килгән һүҙҙәр аҫтына тулҡынлы, рәүештәр аҫтына бер һыҙыҡ һыҙығыҙ.

Яҡшы уҡый, ҡысҡырып һөйләй, матур сәскә, яҡшы китап, тырышып эшләй, тырыш уҡыусы, аҡ ҡағыҙ, матур йырлай.

4. Тәбиғәт менән бәйле һүҙҙәрҙе яҙыу өсөн горизонталь буйынса буш шаҡмаҡтарҙы тултырығыҙ.

у м

ғ р

с ә

ҡ р у

о т

5. Ҡылымдарҙы тейешле формала яҙығыҙ.

Мин ҡышты яратам…

Һин ҡышты …

Ул ҡышты…

Беҙ ҡышты …

Һеҙ ҡышты …

Улар ҡышты …

6. Үҙегеҙҙең ҡасан, ҡайҙа тыуғанығыҙҙы, атай-әсәйегеҙҙең, туғандарығыҙҙың, олатай-өләсәйегеҙҙең исемен яҙығыҙ.

7. “Кем өсөн?” шиғырының авторын яҙығыҙ.

8. Яҙыусы һәм шағирҙарҙың берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ:

М.Кәрим-

Р.Бикбаев –

М.Аҡмулла –

9. 2018 йылдың 12 декабрендә ҡайһы яҙыусының тыуған көнө булды? Нисә йәш тулды һәм уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?.

10. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде?

 

Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

олимпиада һорауҙары (11 класс)

1. Һүҙҙәрҙе тәржемә итеп яҙығыҙ.

Ватан, дуҫлыҡ, шөғөлләнәм, һөнәр, теләк, берҙәмлек, сер, хазина, уйлайым, тасуири уҡыу.

2. Шатланыу һүҙенең синонимын яҙығыҙ.

3. Ҡышҡы каникулдар етеп килә. Иптәшегеҙҙән ҡайҙа ял итеүен һәм нимәләр эшләүе тураһында белеү өсөн һорауҙар яҙығыҙ.

4. Һөйләмдең баш киҫәктәре аҫтына һыҙығыҙ.

Мин алыҫ сәйәхәттән ҡайтып киләм.

5. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.

6. Күренекле шәхестәр исемлеге араһынан һәр төркөмгә тура килгән исемдәрҙе һайлап алып яҙығыҙ.

Тимер Йосопов, Нурия Ирсаева, Айҙар Ғәлимов, Рәшит Нурмөхәмәтов, Рәми Ғарипов, Муса Гәрәев, Әхмәт Лутфуллин, Роберт Заһретдинов, Шайморатов Генерал, Арыҫлан Мөбәрәков, Даян Мурзин, Ноғман Мусин, Александр Филиппов, Шәһит

Хоҙайбирҙин, Светлана Арғынбаева, Владислав Меос, Абдулхаҡ Игебаев, Илдар Абдразаҡов, Ҡәҙим Аралбаев, Сергей Аксаков.

Яҙыусылар –

Сәнғәт оҫталары –

Рәссамдар –

Батырҙар –

7. Башҡортостандағы халыҡ яҙыусыларының исемдәрен һәм уларҙың бер әҫәренең исемен яҙығыҙ.

8. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырының авторы кем? Шиғыр нимә тураһында? Яҙығыҙ.

9. (С.Юлаев) шиғыры нисек атала?

Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым –

Минең изге төйәгем,

Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

10. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде? Һеҙ ниндәй сараларҙа ҡатнаштығыҙ?

Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн

башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

1. Рәүеш тә, сифат та билдәне белдерә. Уларҙың айырмаларын яҙығыҙ.

Миҫалдар килтерегеҙ

2. Мәғәнәләре буйынса ниндәй хәлдәр була? Һәр береһен атап сығығыҙ

3. Эйә менән хәбәр араһында ниндәй осраҡтарҙа һыҙыҡ ҡуйыла? Миҫалдар килтерегеҙ.

4. Интонация яғынан һөйләмдәр ниндәй төрҙәрҙә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ

5. Ниндәй һөйләмдәр ҡушма һөйләм тип атала? Ҡушма һөйләмдәр ниндәй төрҙәргә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ

6. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.Ҡараһаҡал – Башҡортостан тарихындағы атаҡлы шәхес.

7. Тағы күкрәп яҙҙар килде ерҙәр йәшәрҙе һыуҙар ташты болондар сәскәләргә күмелде һөйләмендә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?

Башҡорт теленән яуаптар

1. Предметтың билдәһен белдергән һүҙ сифат тип атала. Мәҫәлән: ҙур йорт, матур күлдәк;

Эш-хәлдең билдәһен белдергән һүҙ рәүеш тип атала. Мәҫәлән: шәп йөҙә, яҡшы уҡый. (1 б.)

2.Хәл төрҙәре: рәүеш хәле, урын хәле, ваҡыт хәле, күләм-дәрәжә хәле, сәбәп хәле, маҡсат хәле, шарт хәле, кире хәл. (1 б.)

3.- Эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән килгәндә.

- Эйә алмаштан, хәбәр исемдән йәки исем урынында ҡулланылған бүтән һүҙ төркөмөнән килгәндә. (1 б.)

4. Хәбәр һөйләм . Кемдер килеп инде. Бойороҡ һөйләм . Бөгөн һин быны бөгөн үк эшләргә тейеһең!, Өндәү һөйләм.Онотмайыҡ илдең күргәнен! Һорау һөйләм. Атай, һин иртәгә эшләйһеңме?( 1б.)

5.Кәмендә ике ябай һөйләмдән торған һөйләмдәр ҡушма һөйләмдәр тип атала. Ҡушма һөйләмдәр теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә бүленәләр Мәҫәлән: а )Урман өнһөҙ, йә ул йоҡлай, йә ул уйлана һымаҡ. б ) Әсәй, мине таңда уят әле, дала өҫтөн томан алғанда.(2 б.)

6.( 1 б.)

7. Тағы күкрәп яҙҙар килде, ерҙәр йәшәрҙе, һыуҙар ташты, болондар сәскәләргә күмелде.( 1 б.)
 

6-сы класс  
Башҡорт теленән һорауҙар
1.Башҡортостан ниндәй өлкәләр һәм республикалар менән сиктәш?:
1.Пермь, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Татарстан, Удмурт республикалары менән
2.  Пермь, Һамар,Свердловск өлкәләре һәм Татарстан, Удмурт республикалары менән
3. Пермь, Ҡаҙаҡстан
 
2. Башҡортостандың майҙаны:
1. 143 600 квадрат км
2. 255 600 квадрат км
3. 365 600 квадрат км
 
3. Башҡортостанда иң бейек тау:
1. Ирәмәл
2. Ямантау
3. Ирәндек
 
4. Был шиғыр юлдарының авторы:
  “Арыҫландар үҙ ерен залимдарҙан тапатмаҫ…”
1.З.Биишева
2.Ф.Туғыҙбаева
3.Ш.Бабич
 
5. Предметтарҙы белдергән һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?:
1. исем
2. ҡылым
3. сифат
4. рәүеш
 
6. Исемгә хас булмаған грамматик категория:
1. килеш
2. һан
3. эйәлек заты
4. хәбәрлек заты
5. йүнәлеш
 
7.  Билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй килештә?:
“Батшаның үҙенән алданған Исмәғил Тасимов ҡартайған көнөндә бер йыуаныс тапҡан булды: уға ярҙам итешкән Ҡарамышевтың улы Алексей, Мәскәү
университетын тамамлағас, Тасимовтың ошо Тау училищеһына инеп уҡыны”. (Ғ.Хөсәйенов. Рудасы Исмәғил Тасим улы)
1.төбәү
2.сығанаҡ
3.төшөм
4.эйәлек
 
8. Билдәләнгән һүҙҙәрҙә ниндәй ялғау бар?
“Сәләхи балам, кейеҙем менән яҫтығымды ҡалдырып китегеҙ инде. Бер-ике көндән һуң кәзәмде һатып, йыйыу аҡсаһын түләрмен…- тип ҡарағайны, уның
һүҙен тыңламанылар”.(М.Ғафури. Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда)
1. күплек ялғауы
2. килеш ялғауы
3. эйәлек заты ялғауы
4. хәбәрлек ялғауы
 
9. Был юлдарҙың авторы.
“Салауат нисә йәшендә,йәшел ҡамсат бүрке башында”.
1.С.Ҡудаш
2.Ш.Бабич
3.Башҡорт халыҡ йыры
 
10. Билдәләнгән исем ниндәй юл менән яһалған?
“Инде Пугачев уйға батты. Ҡуңыр йөҙө ҡарағусҡыллана төшөп, ҡара һаҡал- мыйығы төҫөнә яҡынайҙы”.  (М.Иҙелбаев.Юлай улы Салауат)
1.ялғау ҡушыу юлы
2. һүҙҙәрҙе парлау юлы
3. һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы
4. һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартып ҡушыу
 
11. Билдәләнгән һүҙ ниндәй килештә?
“Салауат пакетты маңлайына һәм йөрәге тапҡырына ҡуйып алды ла, түҙемһеҙлек менән мисәттәрен ватты…”  (С.Злобин. Салауат Юлаев)
1.төбәү
2.сығанаҡ
3.төшөм
 
12. “Башҡа һуғышсылар ҙа шул уҡ теләкте белдергәс, Буранбай асыуланды..” (Я.Хамматов. Төньяҡ амурҙары).
 Билдәләнгән исем:
1.яһалма
2.ҡушма
 
13. “ …Мортазинды йәнә юлбаҫарлыҡта ғәйепләйәсәктәр, алдан иғлан итеп тормайынса, мәкерле рәүештә төнөн килеп баҫты, тип ҡәһәрләйәсәктәр.” (Р.Солтангәрәев. Осто бөркөт).
Билдәләнгән исем:
1. яһалма
2.ҡушма
 
14. Билдәләнгән исемдәрҙең ҡайһыларында күплек ялғауы бар?:
1. “Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап,мәғрүр тора бында ҡаялар”. (Р.Бикбаев. Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”)
2.“Ағиҙелгә элмәк һалмайбыҙ бит,үҙебеҙгә элмәк һалабыҙ”. (Р.Бикбаев. Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”)
3.“Юҡ-бар диңгеҙеңдән былайыраҡ
Һыуһаҡлағыс бынды буласаҡ!”  (Р.Бикбаев. Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”)
 
15. “Байҙың этенә Ҡыҙҙар урамындағы аслы-туҡлы эттәр ҙә
ҡушылдылар”.(Я.Хамматов. Бөртөкләп йыйыла алтын).
Билдәләнгән сифат:
1.тамыр
2. яһалма
3.ҡушма
 
16 .“Большевиктар әйтә: был донъяла
   Ярлы халыҡ хөкөмө йөрөһөн, тип”. (Ш.Бабич. Башҡорт халҡына көйлө
хитап).
Билдәләнгән сифат ниндәй дәрәжәлә?:
1.төп
2.сағыштырыу
3.аҙһытыу
4.артыҡлыҡ
 
17. “Дутов, Колчак әйтә: эш башына
  Алтын тажлы батша менһен, тип” (Ш.Бабич. Башҡорт халҡына көйлө
хитап)
Билдәләнгән сифат:
1.төп
2.шартлы
 
 18. Шартлы сифаттар дәрәжә менән үҙгәрәме?:
1. эйе
2.юҡ
 
19. М.Өмөтбаевтың әҫәре:
1. “Башҡорт балы”
2. “Башҡорт ҡорото”
3. “Бишбармаҡ”
4. “Ҡымыҙ”
 
20. А.Матросовтың(Ш.Мөхәмәтйәнов) ҡаһарманлығы тураһында ниндәй
әҫәрҙә яҙылған.
1. Р.Солтангәрәев. “Осто бөркөт”.
2. Ә.Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”.
3. Я.Хамматов. “Башҡорттар китте һуғышҡа”.
 
21. “…Мин ни эшләп йәйәү киләм әле,-тигән була,-һин бит мине елкәңдә
күтәреп йөрөргә тейешһең”. (“Алдар менән шайтан” әкиәтенән)
Билдәләнгән алмаштарҙың төркөмсәһе:
1.күрһәтеү
2.билдәһеҙлек
3.һорау
4.билдәләү
5. зат
 
22. “Шул ҡатындың әйткәненә ышанып, Шүлгән ҡанды тәмләп ҡарамаҡсы
булды, ти”. (“Урал батыр” әкиәтенән). Билдәләнгән алмаштарҙың
төркөмсәһе:
1.күрһәтеү
2.билдәһеҙлек
3.һорау
4.билдәләү
5. зат
 
23. “Үҙе сәсән булып, Байыҡ атаһынан йәшләй айырылған, ил гиҙеп
йөрөгөн”. (Байыҡ сәсән) Билдәләнгән алмаштарҙың төркөмсәһе:
2.билдәһеҙлек
3.һорау
4.билдәләү
5. зат
 
24. “Икенсе ҡиммәт нәмә-аҡыл тигән,
   Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл тигән”. (М.Аҡмулла. Нәсихәттәр)
Билдәләнгән һандың төркөмсәһен билдәлә:
 1. сама һаны
2. кәсер һаны
3. бүлем һаны
4. йыйыу һаны
5. төп һан
6. рәт һаны
 
25. Рим цифрҙарынан һуң ялғау…
1. яҙыла
2. яҙылмай
 
26. Датаны белдергән һандарға яҙыуҙа…
1. ялғау ҡушыла
2. ялғау ҡушылмай


6-сы класс
Башҡорт әҙәбиәтенән һорауҙар

1.“Төньяҡ амурҙары” романының авторы.
2.”Башҡорт халҡына көйлө хитап” шиғырының авторы.
3. Муса Мортазин тураһындағы повесть һәм уның авторы.
4. “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһының авторы.
5. Александр Матросовтың батырлығы тураһындағы әҫәр һәм уның авторы.
6.”Йософ ҡиссаһы”әҫәренең авторы.
7. “Нәсихәттәр”шиғырының авторы.
8. Ниндәй сәсәндәрҙе беләһегеҙ?
9.”Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”шиғырының авторы.
10. “Өсөнсө төн тоташ ҡар яуа”шиғырының авторы.
11. “Аманат”ҡобайырының авторы
12.”Халҡыма хат” шиғырының авторы.
13. “Кәмһетелгәндәр” романының авторы
14. “Ҡыҙыл Паша”драмаһының авторы
15.”Алдар батыр” ҡиссаһы әҫәренең авторы
16. “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесының авторы
17. “Дуҫ булайыҡ”әҫәренең авторы


7-се класс
Башҡорт  теленән һорауҙар

1.А)Алтын ҙур булмай.
  Б)Алтын  балдаҡ- һөйөү билдәһе.  Ошо һөйләмдәрҙә  алтын  һүҙе   ниндәй
һүҙ төркөмдәренә ҡарай?
2.Яһалма,  ҡушма  исемдәргә  миҫалдар килтер.  Улар менән һөйләмдәр төҙө.
3.Ҡоштар һайраша, кешеләр йөҙөндә шатлыҡ балҡый. Был
һөйләмдә  ҡылымдарҙы билдәлә, берәүһен һайлап, грамматик  анализ  яһа.
4.Ҡылым һөйкәлештәрен  һанап сыҡ. Миҫалдар килтер
5.Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған  үҫкән ер артыҡ.      

Һөйләмдәге ҡылымдарҙың төркөмсәһен билдәлә.
 

Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар
1.  Нимә  ул тарихи фараз? Тарихи фаразға ҡараған ниндәй әҫәр беләһең?Авторы кем?
2.”Күк бүреләре”  китабының авторы кем? Был автор яҙған ҡайһы әҫәрҙе өйрәндең?
3. Башҡорттарҙың  ете  ырыуын һанап сыҡ.  “Ете  ырыу” әҫәренең авторы кем?
4. Аҡмулланың   белемгә өндәгән  ниндәй шиғырын беләһең? Уның тағы  ниндәй  шиғырҙарын  беләһең?
5. Башҡорт халыҡ йырҙарын һанап сыҡ.
 
 
1. 8–се класс
Башҡорт  теленән һорауҙар
1.Ғәмһеҙ  аҡсарлаҡтар үткер ҡанаттары  менән тулҡын һырттарын  киҫкеләй.
А)Һөйләмде  һүҙбәйләнештәргә тарҡат,һүҙбәйләнештәрҙең  төрҙәрен  билдәлә.
Б)Һөйләмгә  тулы  синтаксис  анализ  яһа.
2.Хәл төрҙәрен  һанап,миҫалдар килтер.
3.Бирелгән һөйләмгә  тыныш билдәләрен  ҡуй:
Тартсы  әле егет  ҡурайыңды  
Ауыр  донъя  еңел тойолһон.
4. Йыйнаҡ  һәм  тарҡау  һөйләмдәргә  миҫалдар килтер.
5. Яулап  алынған  дан -  мәңгелек,   әммә даулап  алынған  дан -  бер көнлөк.   
Ошо  һөйләмдәге һәр  һүҙҙең   ниндәй һүҙ  төркөмөнә  ҡарауын  билдәлә.
 
Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар
1.”Бәпләп  -  әрләп тел менән
  Кеше  иткән   инәбеҙ  
  Эшле иткән инәбеҙ”.
Был юлдарҙың  авторы кем?  Өҙөк ҡайһы  әҫәрҙән?
2. Тел, тыуған ер тураһында мәҡәлдәр яҙ.
3.8  кластың  дәреслеге авторҙарын  яҙ  .
4.”Йырҡыс  тиреһе”  повесының авторы кем? Әҫәрҙә төп  проблема нимәлә?
5. Кем  ул Мостай  Кәрим ?  Һин  уның ниндәй  әҫәрҙәрен беләһең?
 

9–сы класс
Башҡорт  теленән һорауҙар

1.Ни өсөн һөйләмдәр ике йәки бер составлы тип йөрөтөлә?Бер составлы һөйләм төрҙәрен һанап сыҡ.Һәр береһенә  миҫалдар килтер.
2.Бирелгән һүҙҙәрҙе төшөм килешкә ҡуйып яҙ:көҙ,металл,киоск,календарь,июль,ҡолон
3.Яһалышы яғынан сифаттар нисә төргә бүленә.Миҫалдар килтер.
4.Дуҫлыҡ,берҙәмлек,тыуған ил тураһында  3 мәҡәл яҙығыҙ.
5.Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.
 
Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар
1.”Иҙеүкәй менән Мораҙым”  эпосын нисәнсе йылғы ҡулъяҙманан кем яҙып алған? Барлығы нисә юлдан тора?Ниндәй тарихи дәүерҙе сағылдыра?
2.Кем ул Батырша?Батшаға яҙған хатында ниндәй проблемаларҙы күтәрә?
3.Салауат Юлаев тураһында ниндәй әҫәрҙәр беләһең?Авторҙары менән 5 - һен һанап сыҡ.
4.Мифтахетдин Аҡмулла ҡайҙа, ҡасан тыуған? Белгән 5 шиғырының исемдәрен яҙ.
5.Йола поэзияһына нимәләр инә?Башҡорт халҡында ниндәй йолалар
һаҡланып килә?

10 класс
Башҡорт  теленән һорауҙар

1.Эйәлек һәм хәбәрлек категориялары тураһында һөйлә.Миҫалдар килтер.
2. Алыҫ  һүҙенең антонимын яҙ.Был һүҙҙең синонимдары бармы?
3.Яңғырау тартынҡыларҙы һанап сыҡ.
4.Илебеҙ күге ышаныслы ҡулдарҙа! Һөйләмдә исемдәрҙе табып,килештәрен
билдәлә,һайлап береһенә морфологик анализ яһа.
5.Бирелгән һөйләмгә синтаксик анализ яһа,схемаһын төҙө:
Кешеләрҙең көл төҫлө йөҙҙәренә нур йүгерҙе,эстәренә йылы инде,һәр кем
ҡораллы башҡорттарҙы күреп ҡалырға тырышты.
 
Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар
1.Башҡорт халҡының  тәүге шағиры исемен кемгә нисәнсе йылда бирәләр?Шағир нисәнсе йылда,ҡайҙа тыуған?
2.Түбәндәге өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән алынғанлығын билдәләгеҙ,авторын әйтегеҙ.
,Бер рус китап һатыусыһында Ғәрәп Нәүзиҙең “Рус-ғәрәп һүҙлеге”
китабына тап булдым.Аҡсам бик аҙ булыу сәбәпле,китапты
алайыммы,алмайыммы тип,лавкаға өс көн инеп-сығып
йөрөнөм.Ниһайәт,алдым.Был китап минең өсөн бик ҡиммәтле булды.
Һүҙлекте ҡулланып,ара-тирә ултырып,Ядринцевтың китабынан айырым
өҙөктәрҙе төркисә тәржемә итеп,Биктимергә уҡыр инем.
3.Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев  ҡасан,ҡайҙа тыуған?Уның ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге тураһында ни әйтә алаһың?
4.Айбулат,Гөлйөҙөм,Ныязғол бай,һ.б. геройҙар ҡайһы яҙыусының ниндәй әҫәренән?
5.Афористик  ижад үҙ эсенә жанрҙарҙы үҙ эсенә ала?


11класс
Башҡорт  теленән һорауҙар

1.Илең китһә,ни ҡалыр?
Яңғыҙ яман бей ҡалыр(ҡобайырҙан)
Аҫтына һыҙылған һүҙгә фонетик анализ яһағыҙ.
2.Булһағыҙ ихлас,эскерһеҙ,тик ихласлыҡ күрерһегеҙ.
Аҫтына һыҙылған һүҙгә морфологик анализ яһағыҙ.
3.Ҡушма һөйләмдәрҙең ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ?Миҫалдар килтерегеҙ.
4.Окоптарҙа  заяға үтеүсе йәшлегем өсөн үртәлгән ерем өсөн Бетховен
өсөн таныш булмаған дуҫым музыкант өсөн мин аяуһыҙ үс алдым.(И.А.)
Кәрәле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙ,синтаксик анализ яһа.
5.Урыҫ мәктәптәренең 11 класында уҡыған башҡорт балалары өсөн
сығарылған дәреслектәрҙең авторҙары кем?
 
Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар
 
1.Зәйнәб Биишева ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
2.Старшина,Абсатый,Садовский һ.б. геройҙар хәрәкәт иткән әҫәр нисек атала,авторы кем?
3.М.Кәримдең  трагик әҫәрҙәрен һанап сыҡ.Тәңкәбикә- ҡайһы драмаһының геройы?
4. 1755 йылғы ихтилал етәксеһе – Батырша тураһында кем ниндәй әҫәр яҙған?
5.Ниндәйжанрҙы сеңләү тип йөрөтәләр?Билдәләмә бирегеҙ.Бөгөн был жанр йәшәйме?
 
 


                                                                                                                                 


 

Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика