Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Идрисова Зили Хурматулловны - Асыҡ дәрестәр
Четверг, 09.05.2024, 02:27
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Статистика

Асыҡ дәрестәр

.

Тема:”Һан” темаһын йомғаҡлау. (6 класс)

Маҡсаттар: 1) һан һүҙ төркөмө тураһында алған белемдәрҙе системаға һалыу;

2)уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен арттырыу,телмәрен үҫтереү;

3) тыуған илгә һөйөү, ветерендарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү. Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның геройҙары тураһында белемдәрен арттырыу;

Лексик тема: Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл!

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, экран, ” ВОТУМ” системаһы, дәреслек, карточкалар, ”ҡояш” һүрәте, өсмөйөшлө һалдат хаттары.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу моменты.

– Уҡыусылар, башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ.

Слайд1. (Хор менән уҡыу).

Алтын ҡояш, һаумы!

Зәңгәр һауа, һаумы!

Шаян елкәй, һаумы!

Кескәй имән, һаумы!

Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә-

Сәләмләйем һеҙҙе лә.

– Ултырығыҙ.

  • Кәйефтәр нисек ? (Яуаптар).
  • Күңелдәребеҙҙе күтәрер өсөн бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ.(йылмаялар).
  • Әйҙәгеҙ күтәренке кәйеф һәм күтәренке күңел менән дәресебеҙҙе башлайыҡ.

Инеш. Минең исемем Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы! Районыбыҙҙың Сәйетбаба урта мәктәбенән килдем. Бөгөн мин һеҙгә башҡорт теле дәресе үткәрәм. Һеҙҙең янып торған күҙҙәрегеҙҙе, йылмайып торған йөҙҙәрегеҙҙе күреүгә мин сикһеҙ шатмын.

Слайд2. (Экранға күҙ һалайыҡ).

1941-1945

1945-2020

75

Слайд 3. Бөйөк Ватан һуғышы, Еңеүгә – 75 йыл!

–Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ икән?

–Эйе, беҙ бөгөн дәрестә һандар тураһында быға тиклем алған белемдәребеҙҙе нығытасаҡбыҙ, белемдәребеҙҙе баһалаясаҡбыҙ, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән ата-бабаларыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙҙе иҫкә алырбыҙ, Еңеү тураһында һөйләшербеҙ.

Иғтибар менән ҡарап, тыңлап ултырығыҙ. Дәресебеҙҙә шундай проблеманы ла сисербеҙ: тормошта һандар кәрәкме икән? Ни өсөн кәрәк?

Дәфтәрҙәрҙе астыҡ. Бөгөнгө числоны, көндө, теманы яҙып ҡуйҙыҡ.

Слайд 4. Егерме икенсе ғинуар.

Шаршамбы.

“Һан” темаһын йомғаҡлау.

Лексик тема: Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл!

Тиҙәйткесте дөрөҫ уҡып,телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ.

Слайд 5. Мейес башында биш бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы,

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес ташы. (Төркөмдәрҙә ҡысҡырып уҡыу, ҡайһы төркөм дөрөҫ уҡыны – билдәләү, баһалау).

  • Был тиҙәйткестә ниндәй һан осраны? (биш).

Слайд 6. Һандар

/ \

Ябай Ҡушма

  • Ниндәй һан (ябаймы, ҡушмамы, ниндәй төркөмсәгә ҡарай)?
  • Һандар нисә төркөмсәгә бүленә?

Слайд 7. Һан төркөмсәләре.

  • Һандар нисек яҙыла?

Слайд 8.Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.

– Дөрөҫ, афариндар! Һеҙ «Һан» темаһын аңлағанһығыҙ.

Төркөмдәрҙә эш.

I төркөм – Фразеологизмдар һүҙлегенән һандар менән фразеологизмдар табырға;

II төркөм – аңлатмалы һүҙлектән берлек, бергә, берләшеү, берәмләп, берҙәм һүҙҙәрен аңлатыу;

III төркөм – Берәү бөтәһе өсөн, бөтәһе берәү өсөн тигән мәҡәлдән һанды табырға һәм килеш менән үҙгәртергә;

IV төркөм – һандар менән мәҡәлдәр уйларға (5).

Эштәребеҙҙе уңышлы тамамланыҡ. Бик шәп. Эштәребеҙҙе нисек баһалайбыҙ ? (ҡулдар менән күрһәтеү –сингапур).

Ял минуты. ”Беләм” уйыны.

Уҡыусылар баҫалар, парта буйлап һанайҙар. 3- кә бүленгән һандар урынына “беләм” тип әйтергә тейештәр һәм ҡул сабалар (сингапур). Мин башлайым 1 (бүленмәй). 3 “Беләм” Ҡул саба. 6,9,12,15.

Яңылышмай иң аҙаҡ ҡалыусы – еңеүсе була.

Тәрбиәүи момент.

Еңеү тураһында һөйләшеү.

Слайд 9,10,11 Һуғыш тураһында картиналар.

Һуғыш!..” тигән ҡәһәрле һалҡын һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр ҡыҫыла, меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы мейеләрҙе телеп үткәндәй була. Ғәзиз иле, ата-әсәһе, балалары, бөтә кешелек өсөн йәнен аямай ут эсенә ташланған яугирҙар күҙ алдынан үтә. Күпме кешенең ғүмерен ҡыйҙы, күпме сабыйҙы етем ҡалдырҙы, бәхетен селпәрәмә килтерҙе был һуғыш!.. Быларҙы иҫәпләп тә, барлап та бөтөп булмай…

1941й 22 июнендә таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия, һуғыш иғлан итеп тормайынса, беҙҙең илгә һөжүм итә.

Һорауҙар: Бөйөк Ватан һуғышы ҡасан башланған? 1941 й.22 июнь

2) Нисә көн дауам иткән? (1418 көн)

3)Бөйөк Ватан һуғышы ҡасан тамамлана. 1945 й. 9 май

3) Һуғыш тураһында ниндәй әҫәрҙәр уҡығанығыҙ бар?

4) Ниндәй кинолар ҡаранығыҙ?

Слайд 12. “Һеңлекәш” кинофильмын күрһәтеп китеү (картина).

Карточкалар менән эш. Һүҙҙәрҙе тәртипкә килтереп, һөйләм төҙөргә.

  1. Быйыл, Бөйөк, билдәләй, Еңеүҙең, халҡыбыҙ, 75 йыллығын.
  2. 4 йыл, Бөйөк Ватан һуғышы, иткән, дауам, йәки 1418 көн.
  3. Яугир, Башҡортостандан, ҡатнаша, 700 меңдән ашыу.

Төркөмләп эшләү.

I төркөм – һандар ҡулланып, Еңеүгә бағышлап шиғыр сығарырға;

II төркөм – һандар ҡулланып, “Минең олатайым һалдат булған “ тигән темаға ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә;

III төркөм – өсмөйөшлө һалдат хаттары биреп, һөйләмдәр төҙөтөү (кем иң оҙон һөйләм төҙөй). М.1942 йылда яҙылған һалдат хаты.

1943 йылдың 23 февралендә яҙылған һалдат хаты. Һ.б.

IV төркөм – “Аманат” журналына ниндәй мәҡәлә яҙыр инегеҙ?

Бер нисә һөйләм төҙөргә (яҙасаҡ мәҡәлә тураһында).

Һеҙҙең класс журналға яҙылдымы?

Йомғаҡлау. Тест. ВОТУМ системаһы, пульттар менән эшләйҙәр, экранда һәр уҡыусының фамилияһы сыға һәм һәр яуапҡа баһа ҡуйыла бара.

Уҡыусылар, һеҙҙең дәрестә алған баһаларығыҙҙы ВОТУМ системаһы үҙе сығарҙы, баһалар менән ҡәнәғәтһегеҙме?

Дәресте йомғаҡлау.

– Шулай итеп, дәресебеҙҙе йомғаҡлайбыҙ.

– Дәрес башында “Һандар тормошта кәрәкме?” тигән проблемалы һорау ҡуйылған ине, һеҙ ниндәй һығымтаға килдегеҙ?

– Эйе, кәрәк. (Һанар өсөн: көндәрҙе, аҙналарҙы, йылдарҙы, тарихты белер өсөн, аҡсаны... һ.б.).

– Бөгөн беҙҙең дәресебеҙҙең башынан аҙағына тиклем ҡояш үҙенең йылы нурҙары менән һеҙҙе иркәләп, наҙлап, уңыштар теләп торҙо.

– Ә һеҙ, уҡыусылар, миңә үҙегеҙҙең алсаҡ йөҙөгөҙ, йылмайыулы ҡарашығыҙ менән ҡояшты хәтерләтеп, йылылыҡ бөркөп, ярҙам итеп торҙоғоҙ. Рәхмәт һеҙгә! Әйҙәгеҙ, ҡояш нурҙары тағы ла үҙенең нурҙарын йәлләмәй беҙгә нығыраҡ һибеүен теләп,мәҡәлдәр әйтеп ебәрәйек.Мәҡәлдәрҙе 1-2- се төркөмдәге уҡыусылар башын әйтә,3-4- се төркөмдәге уҡыусылар ҡояш нурҙарынан уның дауамын эҙләй.

Мәҡәлдәр.(Һандар менән)

Әйҙәгеҙ, дәресебеҙҙе “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йыры менән тамамлап ҡуяйыҡ.

Ерҙә йәшәгән һәр кемгә лә иң мөһиме – Тыныслыҡ! Бөгөнгө матур, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеү яҡынлаштырырға көстәрен йәлләмәгән өләсәйҙәребеҙгә бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ!

Слайд 14. (Беҙ теләйбеҙ тыныслыҡ).

Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә

Бер битеңдә моңһоу ай һаман!

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама…

(М.Кәрим)

Рефлексия.

– Дәрес оҡшанымы? Кемдәргә ҡыйын булды? Кем “Һан” темаһын яҡшы үҙләштерҙем, ти?

 

8 класс Башҡорт әҙәбиәте

Тема: 1-се сиректә өйрәнгән темаларҙы йомғаҡлау.

Маҡсаттар:1)уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү,йомғаҡлау,системаға һалыу,2)әҙәбиәт дәресендә алған белемдәрен тормош менән бәйләргә өйрәтеү,3) яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә һөйөү уятыу.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу моменты.

2.Үткән дәрес материалдарын ҡабатлау,системаға һалыу.

8-се класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән тест һорауҙары (1-се сирек)

1.Р.Бикбаевтың “Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!” шиғыры ниндәй уңай менән яҙылған?

А) Һабантуй алдынан б) Ҡоролтайға арнап

2. Атамды яу саптырып,

Әсәмде ҡол ҡалдырып,

Ике күҙен йәшләтеп,

Ҡәйнә булған Уралым.

Был өҙөк ниндәй ҡобайырҙан?

А)”Бейек тауҙың үлгәне” б)”Ололар һүҙе” в) “Ай Уралым, Уралым”

3. «Бир»ҙән бүтәнде белмәгән

Бейе лә бар был илдең;

Кешенең зарын ағыҙған

Йыры ла бар был илдең.

Өҙөк ниндәй әҫәрҙән?

А)”Бер тигәс тә ни яман?” б)”Бейек тауҙың үлгәне” в)”Ил тигәндең кеме юҡ”

4. Әҙәп-әхлаҡ темаһына ҡайһы ҡобайыр бағышланған?

А)”Бер тигәс тә ни яман?” б)”Бейек тауҙың үлгәне” в)”Ил тигәндең кеме юҡ”

г) “Ололар һүҙе” д)”Ай Уралым, Уралым” д) “Салауат батыр”

5. Ҡобайыр әйтеүсе һүҙ оҫталары:

а) сәсән б)йырсы

6. Яманлыҡты яҡламаҫ,

Дошман хәтерен һаҡламаҫ –

Кем икән ул, әйт шуны.

Ҡобайыр йомағының яуабы нимә булыр?

А)Ил зары Б) сәсән в) батыр сапҡан юл

7. Ниндәй сәсәндәрҙең әйтешен беләһегеҙ?

А) Байыҡ б)Аҡмырҙа в)Ерәнсә г)Ҡобағош д)Ҡонҡас е)Һабрау

8. «Башҡорт бабаларының тарихы”, “Урал” шиғырҙарының авторы

А) Рауил Бикбаев б)Шафиҡ Әминев Тамъяни г)Әмир Моратов

9. Мосолмандарҙың изге китабы Ҡөрьәнде ҡайһы пәйғәмбәр ижад иткән?

А)Мөхәммәт б)Ибраһим в)Йософ г)Ғайса

10. Ҡөрьәндә нисә сүрә?

А) 120 б)110 в)114

11. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Ҡөрьәнде аңлатып биргән үҙ һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре, тапҡыр һүҙҙәре нимә тип атала?

А) сүрә б)хәҙис в)аят

12.Ғ.Ибраһимов ҡайҙа тыуған?

А)Стәрлетамаҡта б)Өфөлә в)Белоретта

13. Ниндәй әҫәрендә ул XVIII быуаттағы башҡорттар тормошон һүрәтләй?

А)”Умырзая” б)”Кинйә” в)”Бер полк кешеләре”

14. «Кинйә” әҫәренең жанры.

А)повесть б)ҡисса в)роман

15. Кинйәнең атаһы.

А)Арыҫлан б)Әлибай в)Килмәк

16.Романда ниндәй сәсән образы бар?

А)Һабрау б)Ҡонҡас в) Аҡмырҙа

17. Кинйә урыҫ ер биләүселәре яҡлы булған кем менән атыша?

А)Әлибай б) Һатлыҡ в) Балтай г) Һеләүһен

18. Кинйә ғәскәрҙе кемгә алып барып ҡуша?

А) Губернаторға б)Кирилловҡа в) Пугачевҡа

19. Кинйәнең улы

А) Һеләүһен б)Балтай в) Әлибай

20. “Кинйә” романы нисә китаптан тора?

А) 1 б) 2 в) 3

3.Йомғаҡлау.Эштәрҙе йыйып алыу,баһалар ҡуйыу.

 

1) Башҡорт теле 5 класс. Тема: Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.

2) 5 класс .Тема: Хәлдәр. Рәүеш,урын, ваҡыт хәлдәре. Башҡортостан буйлап сәйәхәт

3)Ижек.Уларҙың төрҙәре. 5 класс.

4)Тема: Ҡылым һөйкәлештәре. 5 класс

5)Антонимдар.

 

 

 

 

 

 

Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика