Понедельник, 20.05.2024, 00:42
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Категории раздела
Минең файлдар [22]
Фотолар [2]
Презентациялар [3]
Дәрескә ҡулланыу өсөн презентациялар
Статистика

Файлдар каталогы


5 класс .Тема: Хәлдәр. Рәүеш,урын, ваҡыт хәлдәре. Башҡортостан буйлап сәйәхәт.
[ Скачать с сервера (30.4 Kb) ]18.02.2020, 21:31

5 класс

Тема: Хәлдәр. Рәүеш,урын, ваҡыт хәлдәре. Башҡортостан буйлап сәйәхәт.

Маҡсат: 1.Уҡыусыларға хәлдәр рәүеш, урын, ваҡыт хәлдәре менән таныштырыу, телмәрҙәҡулланабелергәөйрәтеү;

2. Күҙәтеүсәнлек, иғтибарлылыҡты, коммуникатив күнекмәлелекте үҫтереү;

3. Тыуған илгә һөйөү тойғолары, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Күргәҙмә материал: видеопроектор, слайдтар,дәреслек

 

Дәресбарышы.

1.Ойоштороу . Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!

Шундай йылы һүҙ икән .

Һәр күңелде йылытырлыҡ,

Һәр кемгәлә үҙ икән.

Ултырығыҙ.

2.Актуалләштереү:

Бөгөн беҙҙең дәрес ябай түгел. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән сәйәхәткә сығабыҙ. – Һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

- (Яуап)

- Ә сәйәхәтсе ниндәй булырға тейеш?

- ( көслө, белемле, батыр, ярҙамсыл).

Һеҙҙең сәйәхәткә әҙер булыуығыҙҙы тест һорауҙары менән билдәләйек. - - Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө? Дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. Тест яуаптарын хәреф менән билдәләгеҙ. Һәр һорауға 1 мин ваҡыт бирәм.

1-се слайд:

Нимә ул тултырыусы?

===================

2 –се слайд:

Салауат батыр- беҙҙең милли геройыбыҙ? Ҡалын шрифт менән яҙылған һүҙ һөйләмдә нимә булып килә?

====================

3 – сө слайд:

Аныҡлаусы ниндәй һорауға яуап бирмәй?

 =======================================

- Тестарҙы тикшерәйек. Яуаптар:1 - в,2 - г,3 – б. Һеҙҙә үҙегеҙҙең яуаптарығыҙҙы тикшерегеҙ.

3.Яңы тема

- Беҙ сәйәхәткә әҙер. Сәйәхәткә сығыр алдынан беҙ үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирәбеҙ?

-(Ҡайҙа барабыҙ?,Ҡасан барабыҙ? Нисек барабыҙ?) – тип урынын, ваҡытын, рәүешен билдәләйбеҙ.

-Шулай итеп беҙ ниндәй һүҙҙәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-(Ҡайҙа, ҡасан, нисек һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр тураһында һөләшәсәкбеҙ).

- Был һүҙҙәр хәлдәр тип атала.

Һөйләмдә эшхәлдең эшләнеүен, рәүешен, ваҡыттын, урынын, сәбәбен, күләмен, маҡсаттын һәм ниндәй шарттарҙа эшләнеүен белдергән эйәрсән киҫәк хәл тип атала. Хәлдәр рәүештең һорауына яуап бирә. Һөйләмдә ул нөктә, пунктир менән билдәләнә. Мәҫәлән, Алтын бөртөкләп (нисек?) йыйыла. Һ.б.

- Беҙ бөгөн сәйәхәт ваҡытында һеҙҙең менән урын, ваҡыт, рәүеш хәлдәре тураһында белербеҙ.

- Хәлдәр.Урын, ваҡыт, рәүеш хәлдәре. Теманы яҙып ҡуйығыҙ.

- Беҙҙең сәйәхәт башланды!

1-се туҡталыш – “ Ҡайҙа?” туҡталышы.

5 – се слайд;

= =======================================================

2 – се туҡталыш “ Ҡасан?” туҡталышы. 7 – се слайд:

Ҡыш, йәй, төн, иртә һүрәттәре.

- Был һүрәттәргә ҡарағыҙ һәм ҡасан? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр уйлағыҙ. (иртән, кис, көҙ, йәйһ.б)

-Бирелгән һөйләмде уҡыйыҡ. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәргә һорау бирәйек.

Иртә таңдан тороп ләззәтләнеп,

Һаҡмарымдың буйын буйланым.

--Буйланым ҡасан? ( иртә таңдан тороп)

- Ҡасан? һорауына яуап биргән һүҙҙәр нимәне аңлата?

- ( ваҡытты аңлата)

- Был һүҙҙәр ваҡыт хәле тип атала. Эш – хәлдең үтәлеү – үтәлмәү ваҡытын белдереп, ҡасан? Ҡасанға? Ҡасанға тиклем? Ҡасандан бирле? Һорауҙарына яуап була. Ваҡыт рәүештеренән, хәл ҡылымдарҙан, сығанаҡ килештәге исем, алмаш, исемләшкән һүҙҙәрҙән килә. Мәҫәлән, Кис ҡурҡҡан көндөҙ сыра яндырыр. (Мәҡәл)

- Дәреслектәрегеҙҙең 121- се күнегеүҙән ҡалын хәреф менән бирелгән ваҡыт хәлдәрен уҡып, ниндәй һорауға һәм ниндәй һүҙтөркөмөнән килгәнен әйтеп үтегеҙ.

Тартты төн буйы (ҡасан? Исем)

Бурай хәҙер (ҡасан? Рәүеш)

Булды иртәнгә саҡлы (ҡасанға тиклем? Исем)

- Шул һүҙбәйләнештәрҙе дәфтәргә күсереп яҙығыҙ.

3-сө туҡталыш: “Нисек?” туҡталышы. (слайд)

Һүрәттәр: йәйәү китеп барыусы, саңғыла

- Һүрәткәҡарағыҙ. Сәйәхәткә нисек сығырға була? Слайдҡа ҡарап бындағы кешеләр нисек сәйәхәт итәләр?

-йәйәү, саңғыла, күмәкләп, йүгереп, һ.б.

Эш –хәлдең эшләнеү рәүешен белдереп, нисек? Ҡайһылай? Ни рәүещле? Һорауҙарына яуап бирә. Улар рәүещтәрҙән, урын – ваҡыт, сығанаҡ килештәге исем, сифат, хәл ҡылым, алмаштарҙан килә ала. Мәҫәлән, арзан алып.

Ял минуты.

4. Нығытыу.4-се туҡталыш( 8 – се слайд): Сәйәхәтсе яҙмалары.

Сәйәхәтсе күргәндәрен яҙып бара. Беҙҙә сәйәхәтсе булараҡ, яҙмалар эшләп алайыҡ.

5.Парлап эшләү:

Парлап эшләйек. Ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып, ниндәй пар күберәк һөйләмдәр төҙөй? Һөйләмдәр бәйләнешле булһын.

 ==========================

6.Схема эшләү. (Таҡтала)

============================

7.Йомғаҡлау.

-Шулай итеп ,беҙ ниндәй тема үттек?

- Хәл ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

- Һөйләмдә нисек билдәләнә?

Яҙыла уҡыла

Кисә кис кисәгис

Кисә ҡайтҡан кисәғайтҡан

Асылыкүлдә Асылыгүлдә

Ноябрь (ҡасанға?) – ………. (ноябргә)

Кросс (төбәү килештә ҡуйырға) – кросҡа

8.Баһалау.

9.Рефлексия.Дәрес оҡшанымы?Барыһы ла аңлашылдымы? Яңы теманы өйрәнеү ҡыйынлыҡ тыуҙырҙымы?

10.Өй эше: Ур-ваҡыт, рәуеш хәлдәре һүҙҙәре менән йәйге сәйәхәт тураһында бәләкәй хикәйә яҙығыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

Категория: Минең файлдар | Добавил: zilyaidrisova74
Просмотров: 428 | Загрузок: 3
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика