Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы Идрисова Зили Хурматулловны - АТА-ӘСӘЛӘРГӘ
Среда, 08.05.2024, 07:37
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Статистика

АТА-ӘСӘЛӘРГӘ

             Хөрмәтле атай-әсәйҙәр! Туған тел – атай менән әсәйҙең үҙ балаларына мәңгелек бүләге ул. Ошо изге ҡомартҡынан килер быуындарығыҙҙы мәхрүм итмәгеҙ. Әйҙәгеҙ, халыҡ аҡылына мөрәжәғәт итәйек. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, тиҙәр бит. Ысынлап та, тел тураһындағы мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ата-бабаларыбыҙҙың меңәр йылдар дауамында тупланған уй-фекерҙәре, бай тормош тәжрибәһе сағылыш тапҡан.

Теле барҙың юлы бар. Тел белгән – илдәр белгән. Ете төрлө белем бел, ете илдең телен бел. Телле кеше теле менән ҡош тота. Телһеҙ кеше – ярты кеше. Туған телем – үҙ телем, ҡайҙа барһам –үҙ көнөм. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр. Үҙ телем – үҙ ҡылысым. Атайҙан ҡалған ҡоросом. Илдә-көндә тынысым. Тел –ҡылыс: тейешһеҙ ерҙә тый, тейешле ерҙә ҡый. Тел ҡылыстан үткер. Тел – күңел көҙгөһө. Тел менән әйтмәй, бармаҡ менән төртөп булмай. Телдең зиннәте – тура һүҙ. Һүҙҙең ҡанаты бар. Һүҙе хаҡтың йөҙө аҡ. Һүҙең үлгәнсе, үҙең үл. Һүҙен һөйләй белмәгән – үҙенә зыян килтергән. Әйтем – һүҙҙең биҙәге, мәҡәл – һүҙҙең еләге. Ҡарттар һүҙен ҡар баҫмаҫ. Ҡарттар һүҙен тоҡҡа һал, йәштәр һүҙен янсыҡҡа һал. Ҡаты һүҙҙән тал һына, йомшаҡ һүҙҙән таш һына. Ҡылыс берҙе еңә, тел меңде еңә. Ҡыҫҡалыҡта – оҫталыҡ. Мең кеше менән эш ит, бер кеше менән кәңәш ит. Мәҡәл аҡыллы баштан сыға. Мәҡәл әйткән – юл өйрәткән, әйтем әйткән – күңел йыуатҡан. Мәҡәлдә хикмәт булыр. Мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ, мәҡәлһеҙ һүҙ – тоҙһоҙ аш. Оло һүҙен бүлдермә. Оло һүҙен тыңламаған оролған да бәрелгән. Оҫта барҙа ҡулың тый, сәсән барҙа телең тый. Бит күрке – күҙ, тел күрке – һүҙ. Донъяла иң әсе нәмә лә тел, иң сөсө нәмә лә тел. Донъяны һүҙ биҙәр. Ил теле им булыр. Иле барҙың ғына теле бар(Р.Ғарипов)

Һаҡлайыҡ, яратайыҡ туған телебеҙҙе!

1. Ғаиләлә яҡын, ихлас һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырығыҙ.

2. Бала менән һөйләшкәндә уның күҙҙәренә ҡарағыҙ.

3. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөргә онотмағыҙ.

4. Холҡондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе ваҡытында күрә белегеҙ һәм хуплағыҙ.

5. Балаға ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булығыҙ, шәхес булараҡ хөрмәт итегеҙ.

6. Балалар алдында бүтәндәрҙе тәнҡитләмәгеҙ.

7. Намыҫлы, тоғролоҡло, ғәҙел һәм уның өсөн авторитет булығыҙ, ышанысын аҡлағыҙ.

8. Бала менән өлкәндәрсә һөйләшегеҙ, фекере менән иҫәпләшегеҙ.

9. Баланан ғәфү итеүен һорай, үҙегеҙ ҙә кисерә белегеҙ.

10. Бала һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә ышанғанығыҙҙы белһен, бер ҡасан да дәрәжәгеҙҙе төшөрмәгеҙ.

Әсәйҙәр тураһында мәҡәлдәр.

Әсә янында бала етем булмай. Әсәһеҙ ғаилә - һүнгән усаҡ. Әсәһен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр. Әсәле өй – ҡояшлы көн. Улы атҡа менеп сапһа, әсәһе ботон ҡыҫыр. Ата байлығы улға йоҡмаҫ, әсә байлығы ҡыҙға йоҡмаҫ. Ата булмай атайың ҡәҙерен белмәҫһең, Әсә булмай әсәйең ҡәҙерен белмәҫһең. Ата ҡарғышын күк күтәрмәҫ, әсә һағышын ер күтәрмәҫ. Ата һүҙен тотмаған, әсә һүҙе йоҡмаған – яуға сабыр ир булмаҫ. Атанан тыумай ул булмаҫ, әсәнән тыумай ҡыҙ булмаҫ. Атаһы күрер – улы һөйләр, әсәһе күрер – ҡыҙы һөйләр. Атаһын күр ҙә - улын ҡос, әсәһен күр ҙә ҡыҙын ҡос. Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер. Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның беләге һыҙлар. Ишеге ямандың өйөнә барма, әсәһе ямандың ҡыҙын алма. Ҡыҙ ҡыҙлы булмаҫ, әсә ҡәҙерен белмәһә, Ул уллы булмаҫ, ата ҡәҙерен белмәһә. Ҡыҙҙы әсәһе һаҡлаһын, улды –атаһы. Табағына ҡарап, ашын эс, әсәһенә ҡарап, ҡыҙын ҡос. Телһеҙҙең телен әсәһе белер. Тыуҙырған әсә түгел, үҫтергән әсә. Үҙ әсәң бауырһаҡ, үгәй әсәң – һарымһаҡ. Эшләгәнең атаң менән әсәң өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн. Әсәйең үгәй булһа, үҙ атайың да ят була. Атаһыҙ бала етем түгел, әсәһеҙ бала етем. Әсә булмай әсәйең ҡәҙерен белмәҫһең. Астан үлһәң дә ата -әсәңде ташлама. Атай менән әсәй – алтын һөйәк. Бала әсәйгә алтын бағана. Донъяла әсәйҙән башҡа бар нәмә лә табыла. Ата -әсәһенә изгелек күрһәтмәгән үҙе лә изгелек күрмәҫ.

 

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…

Баланы тәрбиәләгәндә иң мөһиме ҡысҡырмаҫҡа, баланы нисек бар, шулай яратырға. Шулай итеп…

  1. Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
  2. Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
  3. Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булдырығыҙ.
  4. Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
  5. Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
  6. Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
  7. Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
  8. Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
  9. Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
  10. Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
  11. Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп, башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
  12. Баланы кәмһетмәгеҙ.
  13. Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
  14. Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
  15. Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
  16. Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
  17. Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

Өй эштәрен әҙерләүҙе нисек ойошторорға?

      Өй эштәрен намыҫ менән, тырышып, еренә еткереп эшләү уҡыусыларҙың мәктәптә дәрес ваҡытында алған белемдәрен нығытырға һәм тәрәнәйтергә ярҙам итә, эшләй белеү күнекмәләрен үҫтерә һәм камиллаштыра.Өй эштәрен әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә һәм нығыта, үҙ һүҙендә ныҡ тороу ғәҙәтен һәм хеҙмәт һөйөү күнекмәләрен тәрбиәләй.Сисемалы эшләү ғәҙәтен тәрбиәләү өй эштәрен хеҙмәтләндереүҙең билдәләнгән бер ваҡытын булдырыуҙан башлана.Б Бынан башҡа бер нисек тә уҡыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп булмай.Билдәле булыуынса, өй эштәрен бер үк сәғәттә әҙерләргә ғәҙәтләнгән уҡыусыларҙың организмдары ошо ваҡытҡа кире аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә әҙер булып тора. Күп кенә ваҡыт шуны күҙәтергә була, уҡыусы дәрес әҙерләргә ултырғас та, иғтибарын ситкә йүнәлтергә мәжбүр була:йә уның ҡәләме булмай,йә линейкаһы янында булмай, йә юйғыс кәрәк.Быға ваҡыт китә, ә иң мөһиме- был уҡыусының иғтибарын сит эштәргә йүнәлтә.Ваҡытты файҙалы ҡулланыҙың бер юлы-эш урынында тәртип булдыррыға кәрәк. Унда иғтибарҙы ситкә йүнәлтә торған бер генә артыҡ әйбер ҙә булырға тейеш түгел. Баланың өй эшен эшләү урыны уңайлы булырға тейеш.

  Ата-әсәләрҙән йыш ҡына:” Өй эштәрен ниндәй тәртиптә эшләргә һуң: башта телдән үтәп,һуңынан яҙма эштәрҙәнме,еңелдән башларғамы, әллә ауырҙанмы?”- тигән һорауҙарын ишетергә тура килә. Юыға универсаль яуап биреп булмай, сөнки яңы материалды ҡабул иткәндә лә, иғтибарлыҡтың тотороҡлоғонда ла, бер эштән икенсе эшкә күскәндә лә балаларҙың һәр береһенең индивидуаль айырмаһы була.

  Башланғыс кластарҙа, ғәҙәттә, өй эше әҙерләүҙе яҙма эштәрҙән башларға, ә унан һуң телдән башҡарыла торған эштәрҙе эшләргә ҡушалар. 1-2 кластар өсөн был рекомендация күп осраҡта тура килә.Ә өлкән класс уҡыусылары өй эштәрен әҙерләүҙе үҙҙәре билдәләргә тейеш.

                                                             Ата-әсәләр ҡолағына

     *Барыһынан да бигерәк, балағыҙға бер ҡасан да, бер ниндәй хәлдә лә таныш булмаған кешеләрҙән тәм-том әйберҙәре, аҡса ниндәй ҙә булһа бүләк алырға, шулай уҡ үҙе, ғаиләһе һәм өйө тураһында һүҙ башларға ярамағанлығын аңлатығыҙ.Балаларҙың иғтибарын йәлеп итергә тырышыусы енәйәтселәрҙең “эш методы” бер үк:эт йәки башҡа хайуанды күрһәтеү йәки табырға ярҙам итеү, кәнфит, шоколад, һағыҙ, уйынсыҡ биреү кеүек мауыҡтырғыс тәҡдимдәр.

* Биш йәштән бәләкәйерәк балаларҙың өҫ кейеме эсенә фамилияһын, исемен һәм йәшен күрһәтеп яҙылған туҡыма киҫәге тегеп ҡуйырға кәрәк.

* Балағыҙҙы ишектәге “күҙ”ҙән файҙаланыу ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ.Әгәр “күҙ” аша тышҡы яҡта бер кеше лә күренмәһә, ишекте асмаҫҡа кәрәк.

     Насар компания үҫмерҙәр өсөн генә тип уйлаһағыҙ- яңылышаһығыҙ. Беренсе класс уҡыусылары өсөн дә насар дуҫтар шулай уҡ ҡурҡыныс.

    Шулай итеп, тәртипле, аҡыллы тип йөрөгән малай сығырҙан сыҡҡан хулиганға, ә тыйнаҡ, оялсан ҡыҙ тупаҫ, оятһыҙ “әхирәт” кә тап булырға мөмкин.Әлеге “дуҫлыҡ” ҡа ҡаршы сығып ҡына нәтижәгә ирешеп булмаясаҡ. Шуға күрә, баланың үҙен кешеләрҙе танырға өйрәтеп ҡарарға кәрәк:

1.Балағыҙҙың дуҫтары менән танышығыҙ.Бының өсөн уларҙы өйөгөҙгә саҡырығыҙ.

2.Мәктәп, дуҫтар тураһында бала менән күбәрәк һөйләшегеҙ, ҡыҙыҡһынығыҙ, әммә балағыҙҙың дуҫтары хаҡында насар һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылығыҙ, киреһенсә, баланың үҙенә дуҫы эшләгән батырлыҡ тураһында уйланырға тәҡдим итегеҙ. Мәҫәлән, ул уҡытыусыға тупаҫ яуап ҡайтарған, ти. “Әгәр уҡытыусы урынында һинең апайың йәки әсәйең булһа, ни эшләр инең?”- тигән һорау биреп ҡарағыҙ.

3.Әгәр инде дуҫлыҡ кәрәгенән артыҡ икән, балағыҙҙы төрлө секцияларға, түңәрәктәргә яҙығыҙ.Уның хулиган дуҫы менән аралашырға ваҡыты әҙәйәсәк һәм дуҫлыҡ үҙенән үҙе һүнәсәк.

 

Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика