Понедельник, 20.05.2024, 01:22
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Категории раздела
Минең файлдар [22]
Фотолар [2]
Презентациялар [3]
Дәрескә ҡулланыу өсөн презентациялар
Статистика

Файлдар каталогы


Антонимдар.
[ Скачать с сервера (20.7 Kb) ]18.02.2020, 21:13

Тема.Антонимдар.

Маҡсат: Антонимдар тураһында белем алырға шарттар тыуҙырырға;

дәрестең төрлө этабында уҡыусыларҙың үҙаллы эшләүҙәре

өсөн карточкалар менән тәьмин итергә

Бурыстар: 1)белем биреү: уҡыусыларҙы антонимдар менән танышты-

рырға, һөйләм эсендә антонимдарҙы табырға өйрәтергә,

антонимдарҙы телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтергә;

2)үҫтереүсе: уҡыусыларҙың телмәрен үҫтерергә һәм антоним-

дар һүҙлеге менән эшләү күнекмәһе булдырырға;

3)тәрбиәүи: уҡыусылар менән яҡшылыҡ, изгелек темаһына

әңгәмә үткәрергә.

Дәрес тибы: яңы белем үҙләштереү

Эш формаһы: төркөмдәр менән

Дәрес төҙөлөшө

1. Уҡытыусының инеш һүҙе.

2. Яңы темаға инеү.

3. Эҙләнеү: а) Антонимдар

б)Антонимдар һүҙлеге менән эш

в)Антонимдарҙың художестволы мөмкинлектәре

г)Антонимдарҙың телмәрҙәге роле

5)Физкультминутка

6)Тикшереү

7)Йомғаҡлау

8)Өй эше биреү

9) Рефлексия

Дәрестең тулы конспекты

Инеш һүҙ. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Ә хәҙер артҡа боролоп ҡунаҡтар, жюри ағзалары менән һаулыҡ һорашығыҙ. Ултырығыҙ.

Уҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙгә ҡунаҡтар килде. Әйҙәгеҙ әле, ҡунаҡтарға исем биреп китәйек. Ниндәй исемдәр тәҡдим итер инегеҙ.

Ике исемде таҡтаға һүрәт өҫтөнә беркетеп ҡуйыу.

-Уҡыусылар, малайҙарҙың кәйефтәре нисек?

-Ни өсөн … кәйефе юҡ ?

Уҡыусыларҙың яуаптары

Әйҙәгеҙ , уҡыусылар һеҙ тырышып уҡығыҙ, һеҙҙең өсөн ата-әсәйҙәрегеҙ ҙә, уҡытыусылар ҙа ҡыуаныр. Яҡшы билдәләр генә алып уҡыһағыҙ үҙегеҙҙең дә кәйефегеҙ һәр саҡ яҡшы булыр. Килештекме?

-Малайҙар тағы бер-береһенән нимә менән айырыла?

Иғтибарлыраҡ ҡарағыҙ.

… менән … һүрәтләргә ниндәй һүҙҙәр ярҙам итте?

Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр

-Башҡорт телендә ундай һүҙҙәр нисек атала?

Антонимдар

-Тимәк, бөгөн дәрестә ниндәй тема менән танышасаҡбыҙ?

Дәфтәргә число менән теманы яҙып ҡуйыу.

Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

Слайд. Нимә ул антоним икәнен аңларға .

Антонимдарҙың ҡайҙа ҡулланылғанын тикшерергә?

Антонимдарҙы нисек табырға?

Антонимдарҙы үҙебеҙгә ҡулланырға өйрәнергә.

Уҡыусылар, бөгөн беҙ дәрестә төркөмләп эшләйәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн ошо темаға ҡағылышлы күнегеүҙәр эшләргә кәрәк.

һеҙгә беренсе эш: антонимдар булған юлдарҙы ғына билдәләргә кәрәк. Эште шул карточкала башҡарырға кәрәк. Дөрөҫ яуаптарҙы түңәрәк эсенә алығыҙ. Һеҙгә бергәләп, кәңәшләшеп эшләргә кәрәк.

- Ҡайһы төркөм иртәрәк бөттө? Кемгә һүҙ бирәйек?

- Дүртенсе юлда нимә бирелгән

- Ә алтынсыһында? Ниндәй һүҙҙәр синоним тип атала? Улар антонимдарҙан нисек айырыла?

- Тимәк, ниндәй һүҙҙәр антоним тип атала?

Слайд Антоним – грек һүҙе «anti» -ҡаршы һәм «onima»-исем һүҙҙәренән яһалған.

Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр тигәнде аңлата

Антоним иштәр бер һорауға яуап биреп, бер һүҙ төркөмдәренән килергә тейеш

Ә һеҙ ниндәй антонимдар беләһегеҙ? Миҫалдар килтерегеҙ әле. Ярай, ә хәҙер һеҙҙең антонимдарҙы белеү кимәлегеҙҙе тикшерәйек. Һеҙгә ошо карточкалағы һүҙҙәрҙең антонимдарын яҙырға кәрәк.

Бергәләп, кәңәшләшеп эшләгеҙ.

Бай-ярлы Көньяҡ-төньяҡ Тулы-буш Иҫке-яңы Бейек-тәпәш Хәҡиҡәт-ялған Ҙур-бәләкәй Илау-көлөү Йылы-һыуыҡ Ҡайғы-шатлыҡ Насар-яҡшы Дыуамал-сабыр Тәрән-һай Һимеҙ-ябыҡ Яҡын-алыҫ Юғары-түбән Ҡараңғы-яҡты Зар-ҡыуаныс Әҙ-күп Әрләү-маҡтау Ялҡау-егәрле Оҙон-ҡыҫҡа Ҡиммәт-арзан Сағыу-һүрән

Слайд. Дыуамал-күп уйлап тормай, ҡыҙыулыҡ менән эш итеүсе

Зар-ҡайғы, хәсрәт

Сағыу-асыҡ төҫтә

Хәҡиҡәт-дөрөҫлөк

Бөтә антонимдарҙы ла табып яҙа алдығыҙмы?

Был осраҡта беҙгә ярҙамға һүҙлек килә.

Слайд.М.Х.Әхтәмов «Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге» 2009

450 –ләгән антоним иш бирелгән.

Әхтәмов тураһында

М.Х.Әхтәмов – ғалим, прфессор, беҙҙең яҡташыбыҙ. Ошо көндәрҙә 85 йәш тулды. Күп һүҙлектәр төҙөгән.

Уҡыусылар, һүҙҙәрҙе таптығыҙмы? Әйҙәгеҙ, эштәрегеҙҙе тикшереп үтәйек.

Уҡыусылар төркөмләп уҡый, ҡалғандар тыңлай.

Аңлашылмаған һүҙҙәр осраһа, һәр саҡ һүҙлеккә мөрәжәғәт итегеҙ. Башҡорт телендә һүҙлектәр бик күп. Башҡорт теленең синонимдар, омонимдар һүҙлеге телебеҙҙең бай икәнен күрһәтә.

Беҙгә әлегә компьютер кәрәкмәй.

Компьютерҙы һүндереү.

- Ә хәҙер ял итеп алайыҡ. Мин һеҙгә һүҙҙәр әйтәм, ә һеҙ шуның киреһен эшләйһегеҙ.

Уҡыусылар, илайбыҙ - көләбеҙ

Ултырабыҙ----баҫабыҙ

Бейек- тәпәш

Киң - тар

Еңел-ауыр

Күҙҙәрҙе асабыҙ - йомабыҙ

Тура торабыҙ - бөгөләбеҙ

Баҫабыҙ-ултырабыҙ

Тәпәш - бейек

Тар- киң

Ял иттегеҙме?

Ә антонимдар ҡайҙа ҡулланыла икәнен беләһегеҙме?

Хәҙер башҡарасаҡ эшебеҙҙә бирелгән һөйләмдәрҙән антонимдарҙы табырға һәм уларҙың ни өсөн ҡулланылғанын аңлатырға кәрәк.

Карточкаларҙы таратыу һәм ике-өс минут ваҡыт биреү.

1 Бөтә нәмә була ике яҡлы:

Ике яҡлы ҡапма-ҡаршылыҡ,

Изгелеккә ҡаршы - яуызлыҡ

Яманлыҡҡа ҡаршы - яҡшылыҡ

(В.Әхмәҙиев “Һүҙ ҡәҙере”)

2. Оло инәйем һөйләгән әкиәттәге кеүек, ут менән һыу бергә ҡушылыр, бүреләр менән һарыҡтар аралашып, бер көтөүҙә йөрөр, яуыздар - изгегә,дошмандардуҫҡа әйләнер.

(Мостай Кәрим «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ»)

3 Яҡшы ғәҙәт әҙәм итер, яман ғәҙәт - әрәм итер.(мәҡәл)

Мең яҡшылыҡты бер яуызлыҡ ҡаплай.(мәҡәл)

4. Урал батыр һыуҙың бер тамсыһын да йотмай, бер алдына, бер артына, бер уңға, бер һулға ҡарап, бөтә тирә-яҡҡа бөркөп ебәрә.

( «Урал батыр» әкиәтенән)

Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау

Был миҫалдар бөтәһе лә нимә тураһында булды?

Яҡшылыҡ, изгелек тураһында

Әле беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа Изгелек айы тигән бик матур акция бара. Башҡалала Изгелек көнө тип кенә иғлан ителгән акцияға төрлө райондар, ауылдар дәррәү ҡушылды. «Бәйләнештә» сайтында улар төркөм ойоштороп, шунда кем ниндәй изге эш эшләгән, кем кемгә ярҙам иткән, шуны сағылдырып баралар. Әгәр, һеҙҙең гимназияла ошондай акция иғлан ителһә, һеҙ ниндәй изге эштәр башҡарыр инегеҙ?

Уҡыусыларҙың яуаптары

Мин һеҙгә ышанам.

Уҡытыусының һүҙҙәре: Халыҡ аҡылы Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә балыҡ белер ти. Мин дә һеҙҙе үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙан килгән изгелек эшләргә саҡырам. Яҡшылыҡты үҙебеҙҙән башлайыҡ, кемдәндер көтөп ултырмайыҡ. Ҡоштарға ем бирһәң дә, оло инәйҙәргә ҡар көрәһәң дә, ауырыу кешеләрҙең хәлен белһәң дә изгелек була. Шул ваҡытта бәлки беҙҙең тормошобоҙҙоң ҡара, кире яҡтары кәмер һәм аҡ, ыңғай яҡтар күбәйер.

Артабан беҙ үҙебеҙҙең телмәребеҙҙә ҡулланып ҡарайыҡ антонимдарҙы

Дәреслектә 187-се күнегеүҙе асабыҙ 128-се бит, тәүҙә бирелгән һүҙҙәрҙең антонимдарын әйтәбеҙ һәм ошо антонимдар менән һөйләмдәр төҙөйбөҙ.

Сылбыр буйынса антонимдарҙы әйтеү һәм һөйләмдәр төҙөү, антоним иш бер һөйләм эсендә булырға тейеш

-Ҡайһы төркөм күберәк төҙөр икән. Өс минут бирелә һеҙгә.

Һөйләмдәрен уҡытыу.

Йомғаҡлау:

Ә хәҙер беҙ бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләшкәнебеҙҙе йомғаҡлап ҡуяйыҡ.

1-cе төркөм алға сыға һәм һорауға яуап ҡайтара.

Нимә ул антоним? Ул ниндәй һүҙҙәрҙән яһалған?

Ә һеҙ беренсе төркөмдөң эшен баһалағыҙ. Партағыҙҙа ятҡан смайлдың ҡайһыһы беренсе төркөмдөң эшенә тура килә?

2-се төркөм алға сыға һәм һорауға яуап ҡайтара.

Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеген кем төҙөгән? Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Икенсе төркөмдөң эшен нисек баһалар инегеҙ?

3-сө төркөм алға сыға һорауға яуап ҡайтара

-Антонимдарҙы беҙ ҡайҙа осратабыҙ? Антонимдар ҡайҙа һәм ни өсөн ҡулланыла ?

3-сө төркөмдөң эшен нисек баһалайбыҙ?

4-cе төркөм Бирелгән һөйләмде дауам итегеҙ

Беҙҙең тормошобоҙҙа кире күренештәр яуызлыҡ, алдашыу, урлашыу кеүек насарлыҡтар осрап тора, һәм беҙ…

Был төркөмдөң эшен нисек баһалар инегеҙ?

Уҡытыусының билдә ҡуйыуы һәм өйгә эш биреүе

1) Антонимдар темаһына кроссворд эщләргә

2)Туған әҙәбиәттән антонимдарға миҫалдар табырға

3) һүрәт төшөрөргә

4)Әкиәт яҙырға «Әгәр антонимдар телебеҙҙән юғалһа?»темаһына.

Категория: Минең файлдар | Добавил: zilyaidrisova74
Просмотров: 721 | Загрузок: 10
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика