Понедельник, 20.05.2024, 01:22
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Категории раздела
Минең файлдар [22]
Фотолар [2]
Презентациялар [3]
Дәрескә ҡулланыу өсөн презентациялар
Статистика

Файлдар каталогы


Ижек.Уларҙың төрҙәре. 5 класс.
[ Скачать с сервера (18.3 Kb) ]18.02.2020, 21:31

Ижек.Уларҙың төрҙәре.

5 класс.

Маҡсаттар:1)уҡыусыларға ижек тураһында төшөнсәне аңлатыу,һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп яҙырға өйрәтеү,юлдан-юлға күскән осраҡта хаталанмаҫҡа өйрәнеү.

2)Уҡыусыларҙа алсаҡлыҡ ,кешеләрҙехөрмәт итеү күнекмәләрен тәрбиәләү;

3)фекерләү,һөйләү ҡеүәһен ,бәйләнешле телмәрен,тел байлыҡтарын үҫтереү.патриотик рухлы шәхес тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер,экран,проектор,дәреслек,һүҙлектәр.

Дәрес барышы.

1.Психологик инеш(2мин) РЭ-регулятивэшмәкәрлек.

Һаумыһығыҙ,хәйерле көн,

Дуҫтарым йылмайығыҙ,

Уйындала,дәрестәлә

Бер булһын уйҙарыбыҙ

Яҡшы кәйефтәр менән

Башланһын дәресебеҙ.

-Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле уҡыусыларым.Әйҙәгеҙ бер-беребеҙҙе йылмайып сәләмләйек.Бөгөн беҙҙең дәрес ҡәҙимге дәрестән айырыла.дәресебеҙҙә ҡунаҡтар ҡатнаша.Улар һеҙҙең кеүек уҡыусыларға белем биреүсе,районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.Әйҙәгеҙ,улар менән дә сәләмләшәйек.

Алдығыҙҙа эшмәкәрлек картаһы ята. Дәрес барышындағы эшмәкәрлегегеҙҙе шул картаға яҙып барырһығыҙ. Хәҙер шуның өҫтөнә төҫлө түңәрәктәрҙең береһен һайлап алып һалығыҙ.Ул һеҙҙең дәрес башындағы кәйефегеҙҙе күрһәтеп торорға тейеш.Ниндәй төҫтәр була? Һынлы сәнғәт дәресенән уларҙы иҫкә төшөрәйек.

Уҡыусылар йылы,нейтраль,һалҡын төҫтәр була.

Слайд 1. Төҫтәр.

Уҡытыусы.Мин һары төҫ һайлайым. Әле дәрес башланып ҡына тора.Беҙҙең һөйләшеү килеп сығырмы тип бер аҙ хафаланам

Слайд2. Ҡурай- ата –бабаларҙан ҡалған тылсымлы музыка ҡоралы.үҙенең моңон,тарихын һөйләп,быуындан-быуынға,быуаттар аша беҙҙең көнгәсә килеп етеп,һаман да сихри моңон көйләй.(һеҙҙең кеүек 5 класс уҡыусыһының диктанты.Укыусылар иғтибар менән ҡарағыҙ әле,укыусы ниндай хаталар ебәргән).(Юлдан-юлға күскән саҡта уҡыусы хата ебәргән,был уҡыусы һүҙҙе ижектәргә бүлә белмәгән.)

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ был диктанты мин ни өсөн күрһәттем? Яуаптар ярҙамында тема билдәләнә.

Слайд3.Бөгөнгөдәрестең девизын табайыҡ.Йәшеренгән хәрефтәрҙә мәҡәл ята.Ҡайһы рәт беренсе сисер?

-Тимәк, бөгөнгө дәрестең маҡсаты нимәлә? (Эшмәкәрлек картаһына яҙыу).

Слайд.Егерме етенсе ноябрь,йома.

Дәрестең девизы: Тырышҡан ташка ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

Һеҙҙең менән бөгөнгө дәрескә тиклем нимәләр өйрәнгән инек? Яуаптар.

Ижек тураһында һеҙ башланғыс кластан уҡ таныш. Нимәләр беләһегеҙ?

Слайд5.

Слайд6.

Дәреслек менән эш.Ҡурайҡайға .Ш.Бабич.

Һүҙлек эше:

Сәхрә- Йәйрәп ятҡан киң дала.

Шәүлә-Ниндәйҙә булһа яҡты нәмәнән ҡараңғы урынға төшкән яҡтылыҡ.

Ҡайнар тойғолар- тәрән тоғолар

Йөрәккәй ҡылдарын-

Ял минуты.Тырышып эшләнегеҙ,бик яҡшы.

Төркөмдәрҙәэш.

Бер төркөм уҡыусылар компьютерҙа тест эшләйҙәр.икенсе төркөмгә эштәр.

(Урындар алмашына.)

Кәйефтәр нисек,уҡыусылар?(төҫлө түңәрәҡтәрҙе күтәрәләр).Был дәрес һеҙҙең иҫегеҙҙә ҡалырмы? Ни өсөн? (« Эшмәкәрлек картаһына яҙалар»)

-Уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлеген баһалау.Өс варианта өйгә эш бирәм,кем ҡайһыһын эшләй ала.

1.)18 параграф,148-се күнегеү.

2)Ауылдағы ҡурайсыларҙы яҙып килергә.

Һөҙөмтә: теманы ңланым,күп нәмәләр белдем.

 

Категория: Минең файлдар | Добавил: zilyaidrisova74
Просмотров: 609 | Загрузок: 6
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика