Понедельник, 20.05.2024, 02:01
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Категории раздела
Минең файлдар [22]
Фотолар [2]
Презентациялар [3]
Дәрескә ҡулланыу өсөн презентациялар
Статистика

Файлдар каталогы


Эҙләнеү эшенең темаһы: «Туғанлыҡ тамырҙарын барлайым “
[ Скачать с сервера (28.8 Kb) ]19.02.2020, 20:30

Эҙләнеү эшенең темаһы:«Туғанлыҡ тамырҙарын барлайым “

Башҡарҙы: Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба

урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы

Вәлиева Наҙгөл.

Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Иҙрисова Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы

Йөкмәткеһе

  1. Инеш.
  2. Төп өлөш.
  3. Йомғаҡлау.
  4. Ҡулланылған әҙәбиәт.
  5. Ҡушымта.

Инеш.

“Шәжәрә һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “нәҫел”,”генеология”(ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел,ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар.Европа монархтары,урыҫ батшалары,ҡытай императорҙарының генеологиялары булғанлығы билдәле.Төрки халыҡтарына килгәндә,уларҙың нәҫел тарихы,генеологик йылъяҙма төҙөүе алыҫ тарихҡа барып тоташа.Быны башҡорт,ҡаҙаҡ,ҡырғыҙ,төркмән,нуғай кеүек халыҡтарҙың телдән телгә күсеп килгән фольклорындағы “Урал батыр”(башҡорттарҙа),”Уғыҙнамә”(төркмән,азербайжан,төрөктәрҙә), “Манас “(ҡырғыҙҙарҙа),”Джангар”(ҡалмыҡтарҙа) кеүек тарихи,мифик,ярым мифик эпостар дәлилләй.

Тикшеренеү эшебеҙҙең актуаллеге

Борон беҙҙең ата-бабалар: “Һәр кеше үҙенең ете быуынын,шунан ары ауылының,халҡының тарихын белергә тейеш”,-тигән һәм үҙ балаларына ошо ҡағиҙәне үтәүҙе талап иткән.Һуңғы йылдарҙа үҙ тамырҙарын барларға теләүселәр күбәйҙе.Оло быуын кешеләре иҫән саҡта шәжәрәләрен яҙып алып ҡалыусыларҙа бар. Быға район- ауылдарҙа шәжәрә байрамдары үткәреү йоғонто яһай.

Шәжәрә- ҡиммәтле мәҙәни ҡомартҡы,халыҡтың тарихын,тормош-көнкүрешен,мәҙәниәтен сағылдырған тылсымлы бер көҙгө ул.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты

Ғалимдарҙың шәжәрәгә арналған мәҡәләләрен тикшереп,аҡһаҡалдар менән әңғәмә үткәреп Ҡаранйылға ауылының тарихын тикшереү,туғандарымды барлау,Ж.Ғ.Кейекбаевтың беҙҙең быуындан булыуын белергә теләү,иптәштәремдә шәжәрәне өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

Тыуған ергә бәйле ер-һыу атамаларының тарихын өйрәнеү.

Эҙләнеү эшенең методтары

Топонимдарҙың тарихын тикшереү.

Аҡһаҡалдар менән осрашыу.

Шәжәрәгә бәйле әҙәбиәт менән танышыу.

Тикшеренеү эшенең объекты

Темаға ярашлы әҙәбиәт,аҡһаҡалдар менән әңғәмә.

Эҙләнеү предметы

Шәжәрәгә бәйле материалдар.

Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары

Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн шәжәрәгә ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр,аңлатмалы,диалектик һүҙлектәр,теоретик ҡулланмалар,шәжәрәне төрлө яҡлап өйрәнеүгә бәйле мәҡәләләр,йыйынтыҡтар файҙаланылды.Шулай уҡ аҡһаҡалдар менән фекер алышыу ойошторолдо.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте

Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә,шәжәрә төҙөүҙә,мәктәп музейында файҙаланыла ала.

Структураһы- тикшеренеү эше инештән,төп өлөштән,йомғаҡлауҙан,ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.

Төп өлөш.

Ир үлгәндә, тиҙәр, дан ҡалыр.

Мин үлгәс тә, тием,уландарға

Ҡыйылып та атыр таң ҡалыр.

Ж.Кейекбаев.

Ж.Кейекбаевтың шәжәрәһе .

Ж.Кейекбаевтың шәжәрәһен өйрәнеп, нәҫелен асыҡлап , мәғлүмәттәр тупланым һәм ошоларҙы үҙемдең сығышымда һөйләп үтмәксемен.

Кесе-Табын ырыуы башҡорттары 1636 йылда Ҡаранйылға ауылына нигеҙ һала. Был турала мәғлүмәтте шул ауылда 1875-1923 йылдарҙа йәшәгән Аҫылбаев Ноғман Ғәйнетдин улы яҙып ҡалдырған. Кем һуң ул Аҫылбаев Ноғман? Ул Үтәк ауылы мәҙрәсәһендә һәм Кырмыҫҡалыла башланғыс белем ала, 5 йыл Каҙағстанда уҡытып йөрөй, һуңынан Белорет районының Баҡый ауылында уҡыта.Ғүмеренең аҙағында, Аҡташ ауылында уҡытып йөрөгәндә, үлеп ҡала һәм Ҡаранйылғаға алып ҡайтып ерләнә. Ни бары 48 йыл ғына йәшәп өлгөргән мөғәллим шиғырҙар ҙа яҙған.

Ҡаранйылға ауылына Үтәш, Яугилде, Үзбәк ауылынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. Ауылда «таҙлар», «татарҙар» тигән араларҙын булыуы ла билдәле. Был турала шул ауыл кешеһе Аҫылбаев Сәмиғулла Ғәйнетдин улының ҡулъяҙмаларында мәғлүмәттәр бар.

Уның шулай уҡ Ж.Кейекбаев музейында Ҡаранйылға, Туғай ауылдарына ҡағылышлы, ырыу-ҡәрҙәшлекте тасуирлаған, ара-аймаҡтар хаҡында фекерҙәре иғтибарға лайыҡ. аранйылғаға Үзбәк ауылынан күсеп килеүселәр араһына Кейекбаевтар нәҫеле ҡарай.

Бына, мәҫәлән, Кейекбаевтар шәжәрәһе: Ишмөхәмәт, унан Әлмөхәмәт, унан Кейекбай, Кейекбайҙан Кинйәбай, Мөхәммәтдәмин һәм Йәноҙаҡ, Мөхәммәтдәминдән Заһит, Заһиттан- Сибәғәт, Ғиниәт һәм Хәлил тыуа.

Ғиниәттең ҡатыны Ғәрифә. Был ғаиләлә 1911 йылдың 25 октябрендә атаҡлы ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев тыуа.

Ғиниәт Кейекбаев ер эшкәртеү, малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Үтәк мәҙрәсәһендә белем ала.1914 йылда Беренсе империалистик һуғышта ҡатнаша.1910 йылда хәрби часть биргән «отличный бомбардир-артиллерист» булыуын белдергән аттестаты Ҡаранйылғала музейҙа һаҡлана.

Бик тә уҡымышлы, сәсән кеше була, үҙ ауылында имам-хатип булып эшләй. Бәйеттәр ҙә сығара. «Ғиниәт бәйеттәре» «Башҡорт халыҡ ижады» китабында донъя күргән.

Ғиниәт менән Ғәрифәнең ғаиләһендә беренсе бала булып Ғәбделжәлил, унан Ғәмделғәфүр, Ғәйшә, Фатима, Хәтифә, Хәҙисә тигән балалар үҫә. Ғаиләләге икенсе бала Ғәфүр хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ҙур ниәттәр менән йәшәй. Яңы йорт төҙөргә план ҡора, өйләнә. Мөхтәрәмә һәм Рәйфә тигән ҡыҙҙары тыуа. Ләкин һуғыш был ғаиләне лә ситләп үтмәй. Ғәфүр фин яуының беренсе көндәрендә үк һәләк була. Уның да алсаҡ күңелле, йор һүҙле булыуы, һеңлеләренә һөйләгән әкиәттәре, таҡмаҡтары туғандары күңелендә иҫкә алырға ғына ҡала.

Өсөнсө бала Ғәйшәнең үҙенең өс балаһы була. Әхмәт медицина университетын тамамлап, хәрби врач булып эшләй. Ғайса үҙебеҙҙең Ғафури районында юрист булып эшләне. Рабиға Һарытау геология техникумын тамамлай.

Ҡаранйылға ауылы егете Вәлиев Ильясҡа тормошҡа сығып, Фатима 8 бала үҫтерә. Әлеге көндә уның кинйә улы Зәкир ағай атай нигеҙендә донъя көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Жәлилдең берҙән-бер иҫән ҡалған һеңлеһе Фатима инәй быйылғы йылдың ноябрендә мәрхүмә булды. Ул ауылдың «ағинәйе» ине. Ҡөрьән аяттары уҡып, ауылдаштарын иманға өндәп йәшәне.

Жәлилдең иң кесе һеңлеһе Хәҙисәнең балалары булмай.

Жәлилдән - Искәндәр, Ильяс, Зөһрә, Морат тыуа. Искәндәр Кейекбаев БДУ-ның физика факультетын тамамлай, хәҙер отставкалағы милиция полковни-

гы. Ильяс Ленинград институтын, Зөһрә -Ҡазан педагогия институтын, Морат БДУ-ны тамамлай. Тарих фәндәре кандитаты, социология фәндәре докторы. Бөтәһе лә Өфөлә йәшәй. Искәндәр Руслан, Рөстәм исемле улдар үҫтерә. Ильястың Жәлил исемле улы, Зөһрәнең Светлана исемле ҡыҙы бар. Мораттың Руслан һәм Кристина исемле балалары үҫә.

Жәлил Кейекбаевтың ҡатыны Нәфисә Үтәш ауылыныҡы. Данлыҡлы Халиҡовтар нәҫеленән. Уҡымышлы бер зат, мөфтөй, мәғариф бүлеге мөдире Мансур Халиҡовтың туғаны Хәлил Халиҡовтың ҡыҙы.

Ҡаранйылға ауылындағы фамилияларға иғтибар итһәк - Сибәғәтовтар, Кинйәбаевтар, Йәноҙаҡовтар, Сөләймәновтар, Фәтҡоловтар, Йәрмиевтәр–һәммәһе лә бер ырыу шәжәрәһен тәшкил итәләр.

Ишкә ҡуш тигәндәй, халҡыбыҙҙың ғорурлығы, милләтебеҙ уҙаманы – Жәлил Ғиниәт улының дан-шөһрәтенә уның ырыу-ҡәрҙәштәренең дә хеҙмәте нур өҫтөнә нур өҫтәп, ғорурлығыбыҙҙы тағы ла сағыу балҡышлы итә. Мәҫәлән, Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡов оҙаҡ йылдар «Йондоҙ» колхозы рәйесе булды. «Почет Билдәһе» ордены кавалеры. Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейын асыуҙы ҡеүәтләп, ярҙам итеүсе иң беренсе зыялы һәм рухлы зат ул.

Йәңоҙаҡов Абдулла, Йәрмиева Салиха, Фәтҡолов Миндулла ,Ялалова Сания «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы» ордены кавалерҙары булдылар. Йәноҙаҡова Мөниә Заһит ҡыҙы «Башҡортостандың атҡаҙанған артистҡаһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Кейекбаев шәжәрәһен өйрәнгәндә, минең үҙемдең тамырҙарым да уларға барып тоташҡанлығын белдем. Ул беҙҙең шәжәрәне әсәйем яғынан тулыландыра.Әлбиттә шәжәрә ағасын атай яғынан төҙөйҙәр,ләкин әсәй яғынан булған туғандарҙы ла оноторға ярамай тип уйлайым мин. Минең әсәйемдең тамырҙары Ж.Кейекбаевтан сыҡҡан. Ж.Кейекбаев минең әсәйем яҡлап 4- се быуын туғаныбы.Шәжәрәбеҙ ағасы Аҡҡол тигән ир-уҙамандан башлана.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,уның тураһында бер мәғлүмәттә һаҡланып ҡалмаған.Унан тыуған Аҡъегет,унан килә Фәтҡолислам ,унан һуң Мырҙаҡай,бына ошо Мырҙаҡайҙан Ғәрифә,Фатима,Һәҙиәтулла донъя яңғыратып ауаз һала.Һәҙиәтулланан Фәйзулла тыуа,ә инде Фәйзулланан минең әсәйем Гөлсөм Фәйзулла ҡыҙы донъяға килгән.Гөлсөм менән Назиф Вәлиевтарҙан 3 бала донъяға килә.Апайым Гөлназ БДУ –ның филиалы булған Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультеты талибәһе булһа,ағайым Салауат ҡалаһында эшләй.Әсәйем Сәйетбаба участка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.Ғәрифәнән тыуа Ж.Кейекбаев. Ғәрифә,Һәҙиәтулла,Фатима бер туғандар,Ж.Кейекбаев,Фәйзулла ике туғандар,ә Ж.Кейекбаев менән минең әсәйем өс туған булып сыға.Ошо нәҫел ағасын төҙөгәндә беҙ Ж.Кейекбаевтың балалары менән мин 5-cе быуын туған икәнебеҙгә ныҡлап төшөндөм.Шулай уҡ Хәбибулла Ғарифуллин “Дуҫым хаҡында” тигән хеҙмәтендә уның мандолинала уйнауын әйтеп үтә.Йыйылышып ултырған саҡта моңло итеп уйнағанын тын да алмай тыңлай торған инек,ти.Етмәһә,ул Ғафури ерлегендә генә билдәле бик күп йырҙар белгән була.Ж.Кейекбаевҡа оҡшап минең нәҫелемдә һәм мин үҙемдә йыр-моңға ғашиҡ кешеләрбеҙ.Шундай оло шәхестең әсәйем яғынан яҡын туғандарыбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланам,тимәк уның ҡаны беҙҙә лә бар.Киләсәктә уға оҡшап ҙур шәхестәр булып китербеҙ әле.

Ғалимдың исеме онотолмай. Сәйетбаба ауылы мәктәбе 1969 йылдан Ж.Кейекбаев исемен йөрөтә. 1974 йылдың октябрендә Сәйетбаба мәктәбендә ғалимдың мемориаль- биографик музейы ойошторола. 1991 йылда ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғала уның йорт-музейы асыла. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ж.Кейекбаев исемен йөрөткән 3-сө һанлы башҡорт ҡала гимназияһы эшләй. Ғалимдың исемен йөрөткән урамдар Өфөлә, Красноусолда, Сәйетбабала, Ҡаранйылғала, Табын ауылдарында бар. 1991 йылда күренекле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайы менән Ғафури район Советы башҡарма комитеты Ж.Кейекбаев исемендәге йыллыҡ район премияһын булдырҙы.Башҡортостандың 100 шәхесе исемлегенә индерелде. Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: Ж.Кейекбаевтың белеме, дәрәжәһе ҙур булһа ла, һауаланыу сифаты булмай. Бәлки, Рәшит Шәкүр яҙыуынса, «ҙур кешеләр генә һәләтлелер бындай кеселеклелеккә һәм кешелеклелеккә». Тыуған еренән, халҡынан, теленән башҡа ла йәшәй алмай ул.

Ғүмер буйына халҡына хеҙмәт иткән, фәндә хазина булған Ж.Кейекбаев бер ваҡытта ла онотолмаҫ.

Категория: Минең файлдар | Добавил: zilyaidrisova74
Просмотров: 320 | Загрузок: 2
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика