Понедельник, 20.05.2024, 03:08
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Категории раздела
Минең файлдар [22]
Фотолар [2]
Презентациялар [3]
Дәрескә ҡулланыу өсөн презентациялар
Статистика

Файлдар каталогы


Эҙләнеү эшенең темаһы: Рәшит Назаров шиғриәтендә “Йөрәк” концепты.
[ Скачать с сервера (47.0 Kb) ]19.02.2020, 20:51

Эҙләнеү эшенең темаһы:

Рәшит Назаров шиғриәтендә “Йөрәк” концепты.

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

  1. Инеш ...................................................................................3-9
  2. Рәшит Назаровтың тормош юлы һәм ижады.
  3. Рәшит Назаров поэзияһының мәңгелек темалары.
  4. Рәшит Назаров тураһында хеҙмәттәштәре һәм уның ижадына ғашиҡ булған ауылдаштарым.
  5. Рәшит Назаров шиғриәтендә “Йөрәк” концепты.
  6. Йомғаҡлау........................................................................17-19
  7. Ҡулланылған әҙәбиәт..........................................................20

Инеш.

Миңә Рәшит Назаров шиғриәте күңелемә яҡын.Үҙемдең эҙләнеү эшемде Рәшит Назаровтың фажиғәле яҙмышына бәйләнем.Ни өсөн был тема актуаль һуң? . Нимәһе менән мине үҙенә тартты?

Актуаллеге: Талант- ғәҙәти булмаған бер күренеш,оҙаҡ асылыр сер.

Бөтә быуын ижад кешеләре күңелендә лә танылыу тапҡан әҙиптәр бар.Шуларҙың береһе – Рәшит Назаров.Тәүге әҫәрҙәре баҫылып сығыу менән,олоһо ла,кесеһе лә уны тиҙ күреп алды,һоҡланды,ғәжәпләнде,таң ҡалды.Сөнки йәш шағир башҡорт шиғриәтенә яңы һүҙ,яңы осор алып килде,яҡты йондоҙ булып балҡыны.

Рәшит Назаров – фажиғәле яҙмышлы,талантлы шағир. Был донъялағы ғүмеренең ижадҡа арналған йылдары үтә ҡыҫҡа булыуына ҡарамаҫтан,беҙ,ваҡыт үткән һайын,уның өр-яңы шиғырҙары,поэмалары,хикәйәләре менән таныша торабыҙ.Күренекле шағир Риф Мифтахов Рәшит Назаров ижадын уҡыусыларға еткереү буйынса ҙур эштәр башҡара.Ҡулъяҙмаларын барлап,туплап,томдарын әҙерләне. Киләсәктә беҙ был бөйөк талант эйәһенең поэтик драмалары, хикәйәләре, нәҫерҙәре,сәнғәт,әҙәбиәт һәм башҡа темаларға фәлсәфәүи уйланыуҙары менән дә танышырбыҙ,тип ышанабыҙ.

Шағир ғүмере- атылған йондоҙ кеүек,әммә шиғриәте – әҙәбиәт күген яҡтыртып тороусы сағыу йондоҙ.
Күктәме мин?Ерҙәме мин?

Әйтсе,ғәләм?Әйтсе,Ерем!..

Онотмағыҙ,мин бит һеҙгә

Мәңгелеккә ғашиҡ инем.

Рәшит Назаров.

Рәшит Назаров – донья әҙәбиәтендә һоҡландырғыс күренеш,бөйөк шағир.Ул – әсә һәм тәбиғәт тыуҙырған бик һирәк талант эйәһе.Бындай ижадсы ,билдәле,тиҙ арала өлгөрә,шиғриәт көмбәҙенә осоп ҡына түгел, атылып менә.Ул беҙҙе, әйләндереп алған ер – һыуҙы ,тәбиғәтте,күк есемдәрен,кеше күңелен,тормошто - бөтә доньяны образдарҙа күрә белә.

Шиғри фекерләй алыу маһирлығы уға,әлбиттә,”Хоҙай ”бүләк иткән илһам,аң-аҡыл,хис-тойғолар тулҡыны аша килә.Шағир быны үҙе лә яҡшы белгән,юҡҡа ғына бер шиғырында:

“Мин доньяның тынын тоя инем

Ун һигеҙҙә генә сағымда,”- тип яҙмағандыр.

Эшемдә түбәндәге маҡсаттар ҡуйҙым:

  1. Р.Назаровтың тормош һәм ижад яҙмышын өйрәнеү.
  2. Феноменаль фекер эйәһе, яңы шиғри аң асыусы шағирҙың ҡыҫҡа ғына арауыҡтағы мөғжизәле ижады менән таныштырыу;
  3. Шиғри теленең бөйөклөгөн “аң менән аңлап булмай” тигән фекергә килеү; тел байлығына, юғары фекер ҡеүәһенә һоҡланыу;
  4. Башҡорт милләтле ошондай гениаль шағирыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Ошо маҡсаттарҙан сығып түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

Бурыстар:

1.Р.Назаровтың тормош юлына һәм ижадына байҡау яһау;

2.Шағирҙың шиғырҙарында күтәрелгән темаларҙы асыҡлау;

3.Шиғырҙарҙы тикшереү нигеҙендә һүҙлек байлығын арттырыу;

4.Ижадына ғашиҡ булған кешеләр араһында ниндәй фекерҙәр,уй-тойғолар уятыуына туҡталып китеү.

Эҙләнеү эшенең методтары:

Эҙләнеү:Материалдар шағирҙың газета –журнал биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләр,китапханала китапханасылар менән осрашып ,һөйләшеп,интернет селтәренән алған материалдар аша тупланды.Әҙәбиәт теорияһынан тел һүрәтләү саралары өйрәнелде.

Анализлау:Р.Назаровтың шиғырҙарына анализ яһап,киң ҡулланылышлы тел һүрәтләү саралары,шиғырҙары анализланды,уларҙа күтәрелгән проблемалар асыҡланды.

Әңгәмә:Материал туплағанда Р.Назаровтың ижады менән таныш булған кешеләр менән әңғәмә үткәреү булды.

Эҙләнеүҙең әһәмиәте:Йыйылған материалдар артабан дәрестә,мәктәп музейында файҙаланыла ала.Шиғырҙарҙа ҡулланылған тел һүрәтләү сараларын өйрәнеү,уҡыу һәм яҙыу телмәрендә ҡулланыуға булышлыҡ итә.

2.Рәшит Назаровтың тормош юлы һәм ижады.

Рәшит Назаров –башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел,бөтә төрки,хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммәхалыҡты дан ҡалдырған,һоҡландырып,тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан талантлы әҙип.Шиғриәт донъяһы уны бер мәлгә генә дөрләп янған ялҡынлы ҡосағына ҡыҫа ла,мәңгелеккә бушлыҡ упҡынына ташлай.Ғүмере уның атылған йондоҙҙай ғына була.

Рәшит Назаров Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында 1944 йылдың ноябрь айында Фатима һәм Сәйетбаттал ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән илаһи йән эйәһе.Уның тормош юлы үтә лә ябай.Ауылда 10 класс тамамлап колхозда эшләй,1963-1966 йылдарҙа хеҙмәт итә.Шиғырҙарҙы бик иртә яҙа башлай,11 йәшендә тәүге шиғыр юлдарын дәфтәр битенә теркәй.Көнө-төнө лирик,ҡайһы ваҡыт сатирик шиғырҙар, мәҫәлдәр, нәҫерҙәр, хикәйәләр яҙа, поэмалар ижад итә. 1962 йылдан башлап шағирҙың шиғырҙары, поэмалары, нәҫерҙәре, хикәйәләре республика матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай. Шулай итеп,1960 йылдар урталарында башҡорт әҙәбиәтендә күренгән Рәшит Назаров тәүге әҫәрҙәре менән үк иң өлгөргән,киң танылған шағирҙарҙың алғы сафына баҫа. Шағирҙың “Таңды ҡаршылау” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 йылда,егерме бер йәше тулыр тулмаҫтан, Назар Нәжми мөхәррирлегендә донъяға сыға.Авторҙың халыҡсан алым менән яҙылған,ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нәр булып урала,шағир исеме республикала танылыу таба.1970 йылда Рәшит Назаровтың “Ҡояш юлы буйлап” тигән икенсе китабы нәшер ителә.Шағирҙың “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” тигән өсөнсө китабы 1991 йылда ғына донъя күрә,1994 йылда “Йәшен” тип аталған яңы йыйынтығы баҫылып сыға.

Һуңғғы йылдарҙа шағир Риф Мифтахов тарафынан Р.Назаровтың ҙур ике томлығы нәшер итеүгә әҙерләнде. 2002 йылда йылда уның беренсе томы донъя күрҙе.2004 йылда был китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Һалдат йәше еткәс,Рәшит Назаров 1963 йылдың ноябрь айында хәрби хеҙмәткә саҡырыла.Хеҙмәт урыны Башҡортостанға йәнәш Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына тура килә.Ауыр һалдат тормошонда ла шағир бер генә көнгә тип әйтерлек ҡәләмен ҡулынан төшөрмәй,ижад усағын һүндермәй.”Шағирҙың һаҡышлы уйланыуҙары тағы ла һағышлыраҡ,һалдат тормошо,бурысы,ил,Ватан яҙмышы хаҡындағы уй-фекерҙәре тәрәнерәк,буяуҙарға ла,хыялдарға ла сағыуыраҡ,тосораҡ була бара”,- тип күрһәтә автор шағирҙың ижадына байҡау яһап.Бигерәк тә “Бәхет йыры”,”Билдәһеҙ һалдат”, “Мин һалдатмын...”,Учениеларҙан һуң”,”Оҙон юлға сыҡтым...” һәм башҡа күпләгән шиғырҙары быға дәлил булып тора. Хеҙмәтенең тәүге йылдарында уҡ Рәшит Назаров бығаса “ Әсә һүҙҙәре” тип исемләнгән атаҡлы шиғырҙар циклын яҙа. СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилев,ошо төркөмгә ингән әҫәрҙәргә музыка яҙып ,Глинка исемендәге оло премияға лайыҡ була.

Эйе аңлы тормош юлы ла,ижады ла Рәшит Назаровтың бигерәк ҡыҫҡа булды.Мәңгелек ғаләм аҫтындә сәйер донъяға һоҡланып бағып,ел иҫкәнгә ,ҡош талпынғанға,ағастар япраҡ ярғанға ҡыуанып ул ни бары егерме бер йыл ярым ғына тиулы ҡанлы тормош менән йәшәй ала,шул арауыҡтың да ни бары көсөргәнешле биш,уҙа барһа алты йылын ғына ижад эшенә- шиғриәткә арнарға өлгөрә.

Шағир ғүмеренең ҡалған өлөшө иһә.....Ҡаранғылыҡҡа убыла,йырып үткеһеҙ томанға сорнала.

Эйе,томанға сорнаны... 1966 йылдың яҙынан бирле шағир зәхмәтле йән ауырыуына юлыға.Ғәскәри частан санитарҙар уны тыуған ауылына килтереп ҡуялар.Уны бер ни тиклем үткәндән һуң больницаға һалалар.Тәүге ваҡыттарҙа ваҡыты-ваҡыты менән тыуған ауылына ҡайтарғылап торһалар ҙа ,аҙаҡ Бөрө,Благовещенск ҡалаларының махсус дауалау йорттарына күсерәләр.1993 йылда Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһының һорауы буйынса Ишембай дауахана-интернатына ҡайтарыла.

Дауахана ла ятҡанда ла ул шиғыр яҙыуын ташламай,үҙен тотҡонлоҡта кеүек хис итеүен шиғыр юлына һала шағир:

...Яһалма ай бында,ялған ҡояш

Миңә инде күптән ғазап юлдаш.

Тыуған илен һаҡларға,тыуған иле алдындағы бурысын үтәргә киткән 18 йәшлек егеттең шундай хәлдә тыуған йортона илтеп ҡуйыуҙары бер ни тиклем аңлашылып та етмәй.Ул бит әрме сафына киткән дә һау-сәләмәт булған,дауаханала тикшеренеү үткән,бер ерҙә ауырыу тигән диагноз ҡуйылмаған.Тимәк әрмелә нимәлер булған тигән һығымта яһарға ғына ҡала.

  1. дың 14 октябрендә вафат була.

3. Рәшит Назаров поэзияһының мәңгелек темалары

Рәшит Назаров әҙәби ижадын бик иртә башлай.Һәм иртә тамамлай тиһәң дә булалыр.

Ул көнө-төнө лирик,ҡайһы ваҡыт сатирик шиғырҙар,мәҫәлдәр,хикәйәләр яҙа,поэмалар ижад итә.

Ниндәйҙәре бит әле! ”Йөрәк”, “Йәшен”, “Күк йылмая”, “Бәхет”,”Төнгө уйланыуҙар”, “Төн” һәм башҡа хайран ҡалырлыҡ шиғри әҫәрҙәр.

Бер йыл эсендә генә күпме шиғыр.Был бит ҡоласҡа һыймаҫлыҡ ғәйәт ҙур талантҡа ҡушылған ҡаһарман хеҙмәт емеше,илаһи илһам ҡанатында осҡан күңел,йөрәк һәм аҡыл мөғжизәһе!

Рәшит Назаровтың ижады күп яҡлы.21 йыл ғына аңлы тормош кисергән кеше өсөн бындайын да емешле ижад күп,бик күп.

Уның шиғырҙарында аҡһаҡалдар аҡылы күңелгә ятышлы шиғри алымдар менән үрелеп үтә.Ул яңы моң алып килә.Рәшит моңон.

Асылмаҫ серҙәре менән дә,әйтелеп бөтөлмәгән һүҙҙәре менән дә

нәфис был ижад.Үҙенсә генә ,”үҙәккә үткәргәнсе”генә әйтә Рәшиттең шиғырҙары:

Бер ҡарауҙа ғашиҡ булдым һиңә,

Рәсемеңдең күреп һүрәтен...

Ә ул рәсем-ысын тылсымдыр ул,

Үҙең –хурҙыр инде ,күрәһең!

Яҙмыш беҙҙе бына осраштырҙы,

Осрашыуға әрнеп ,әсендем,-

Шундай гүзәл,ниндәй саф,пак инең

Һүрәтендә һин шул рәссамдың!

Шағир үҙенең хыялының емерелеүенә,селпәрәмә килеүенә әсенә.

Ләкин “рәсемең саф булһа ла,үҙең түбән кеше икәнһең”тигән мәғәнәләге һүҙҙәрҙе ҡулланмай,ә бары йәтеш кенә итеп үҙенең әсенеүен “гүзәл”, “пак”

тигән һүҙҙәр аша еткерә.Ошо һигеҙ юллыҡ ҡына шиғыр эсенә ни тиклем мәғәнә һалынған.

Р.Назаров шиғырҙарында үҙ һүҙен ҡәтғи итеп,ныҡ итеп әйтә,ҡурҡмай. Мәҫәлән,”Ваҡ йәнгә” тигән бәйләменән бер шиғыр:

Баш осонда болот һырыһа-

Ҡалтыранып баҡма күккә:

Түбән ерҙә йәшен атмай,
Йәшен ата тик бейектә...

 ================================================================

4. Рәшит Назаров тураһында хеҙмәттәштәре һәм уның ижадына ғашиҡ булған ауылдаштарым.

Рәшит Назаров- тәбиғәт бүләге.Ундай шағирҙар Хоҙай ҡөҙрәте менән генә тыуалар.Күрәһең,уларға Тәңре бер йәһәттән ниндәйҙер өлкәлә мөғжизәләр асыу даһилығы бирһә,икенсе яҡтан,һынауҙы үтә алырһыңмы,тип ғазаптарын да татыталыр.
Рәшит Назаров икеһен дә үтте- һәр йәһәттән башҡорт халҡының мәңге юғалмаҫ киләсәк йылдар,быуаттар улы булыуын раҫланы! Беҙҙә уның мираҫын түкмәй- сәсмәй,бөртөкләп сүпләп,халҡыбыҙға һәм башҡа милләттәргә еткереү бурысын выждан эшебеҙ итеп ҡарарға тейешбеҙ,тип яҙҙы бер мәҡәләһендә Риф Мифтахов.(“Йырым минең – йөрәгемдән

Осоп сыҡҡан шатлыҡ ҡошо...” мәҡәләһе ,”Башҡортостан”гәзите 2014 йыл,1 ноябрь).Ошо урында шуны әйтеп китергә кәрәк : Риф Мифтахов Рәшит Назаровҡа башлап ҡулын һуҙыусы кеше.Уға һәр яҡлап ярҙам итеп шиғырҙарын йыйып китап сығарыуҙа күп көс һалды.Уның тел ярҙамы ла ,эш ярҙамы ла ҙур булды.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Н.Нәжми “Рәшит Назаров- башҡорт шиғриәтендә иҫ киткес уникаль фигура һәм бик тә үкенесле һәм фажиғәле исем.Ул- бөтөн көсө менән балҡып өлгөрмәгән бер йондоҙ тиһә,Рауил Бикбаев : “ Рәшит Назаров шиғриәтебеҙҙең тантанаһы ла,фажиғәһе лә ул.Был даһи шәхес халҡыбыҙҙың рухи байлығын,һүҙ һәләтенең ни дәрәжәлә сағыу булыу мөмкинлектәрен егерме йәшендә балҡытып күрһәтә алды”,- тип баһалай.Быларға өҫтәп тағы ни әйтәһең.Бары тик бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен генә уҡырға кәрәк.Уларҙа йән ғазаптары ла,хис-тойғолар ҡойоно ла,йөрәк осоштары ла...Рәшит Назаров – үҙ йөрәген күккә атҡан шағир,йондоҙ булып күктән беҙгә баҡҡан шағир.

Башҡортостандың халыҡ шағиры,яратҡан шағирыбыҙ Мостай Кәрим Башҡортостан яҙыусыларының XII съезы алдынан,1996 йылдың 30 октябрендә “Башҡортостан” гәзитенә биргән интервьюһында шулай баһалағайны:- “ Әҙәбиәттә ,шул иҫәптән,тарихҡа ҡағылған әҫәрҙәрҙә Ҡара китап шауҡымы ныҡ һиҙелә.Шомло,хәүефле хәл был-гел ҡараңғыға бағыу.Рәшит Назаровтың “ Башҡортостан”да баҫылып сыҡҡан шиғырҙары был йәһәттән мине ғәжәпләндерҙе, тетрәтте,ни тиклем фажиғәле булыуҙарына ҡарамаҫтан,һоҡландырҙы.Ул ҡараңғы ла “ер аҫтында” ҡалған көйө,яҡты донъяға,кешеләргә,дуҫтарына игелекле изге ҡараш менән баға.Бөтә шиғриәт өсөн фәһемле ғибрәт был.Гүйә,Назаров:”Эй,һеҙ,унда яҡтынан ҡараңғыға уҡталмағыҙ! Яҡтылыҡтың ҡәҙерен белегеҙ”,- ти.

Яҡташ яҙыусы Салауат Әбүзәров та Рәшит Назаров шиғриәтен юғары баһалай.”Рәшит Назаров “диңгеҙ”енең төбөнә төшөп тә,бар ынйыларын сүпләп тә булмай.Ни бары ун- ун биш йәшендә ғәжәп образдар менән эш иткән,фәлсәфәүи фекерҙәр тыуҙырған шағир.Бына,мәҫәлән,әле малай ғына сағында ошондай шиғри юлдарҙы йөрәгендә Хоҙай нурын йөрөткән даһиҙар ғына тыуҙыра алалыр:

Сабый булма.Хәтәр уйынсыҡ –дан!

Ынтылһаң да күккә,болотҡа,

Ныҡ түгел ул,тиҙҙән шартлар,һаҡлан!

Һин осаһың һабын ҡыуыҡта...

Есемеңде исемең данлай алмаҫ,

Исемеңде данлар есемең.

Шул хаҡлыҡты әгәр онотһа баш

Дан үрмәксе була,һин –себен! Ҡыҫҡа ғына шиғырҙа ниндәй тәрән фәлсәфә,образлы фекер,аҡһаҡалдар аҡылы тупланған.

Ә бына 2004 йылдың 2 ноябрендә “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “Шағир бәхете” мәҡәләһендә Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Хәсән Назар Рәшит Назаров менән яҙышҡан хаттарын баҫтыра,уның шиғырҙарының юғары пафослы булыуын билдәләй.”Быуаттар буйы килгән шиғриәтебеҙ бар,халыҡ ынйылары бар.Бына тигән шағирҙарыбыҙ шиғри донъяны алға алып бара.Иң өлкәндәребеҙҙән башлап иң йәшебеҙгә тиклем.Шул хазинаға Рәшит Назаровта үҙе әйткәнсә,бер һүҙ түгел,ә һис ҡасан юйылмаҫ һәм юғалмаҫ һүҙҙәрен-аҫыл әҫәрҙәрен өҫтәне.Ошо үҙе бәхеттең дә бәхете бит инде.”

Рәшит Назаровтың ижадына булған һөйөүем бөтә республиканы шаулатып уҙғарылған “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһен ҡарағандан һуң тыуҙы. Ошо тапшырыуҙарҙың береһендә ауылдашым прозаик,драматург,журналист Мөнир Ҡунафин уның “Офоҡтағы ҡояш” шиғырын үҙәктәргә үтерлек итеп башҡарҙы.Шиғырҙы тыңлағандан һуң,Назаровтың башҡа шиғырҙарында уҡып сыҡтым.Ысынында ла ниндәй генә шиғырҙы алып ҡарама ул тәрән йөкмәткегә ҡоролған һәм ошо урында йәш кенә көйөнә шул тиклем шиғырҙар яҙырға илһамды ҡайҙан алды икән тип уйлап ҡуяһың.Был шиғырҙы үҙемдә ятлап алдым һәм һәр ваҡыт яратып башҡарам.

 

Ошо эҙләнеү эшен әҙерләгән сағымда ауылдаштарым,иптәштәрем менән әңғәмә ҡорорға тура килде.Мәҙәниәт йортонда,”Сәйетбаба” башҡорт тарихи- мәҙәни үҙәгендә лә,ауыл китапханаһында ла булырға тура килде. Бында килгән саҡта башымда ҡайнаған борсолоулы уйҙар шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Ниндәй маҡсат менән килеүемде әйтеп тә бөтмәнем,мәҙәниәт йортонда ойоштороусы булып эшләгән,яҙыусы Рәйлә апай Сабитова :

”Йыртып астым күкрәгемде,

Йолҡоп алдым йөрәгемде

Һәм, йомарлап устарыма

Илттем уны дуҫтарыма,-тип шиғыр юлындарын һөйләптә алып китте.Үҙенең Р.Назаровтың ижадына ғащиҡ булыуын рәхәтләнеп һөйләне һәм 10-лаған шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе.Һәр ваҡыт байрамдар алып барыусы,сценарийҙар яҙыусы Гәүһәр һәм Миңһылыу апайҙарҙың был шағирҙың тормош һәм ижад юлын белеүҙәре һоҡландырҙы.Сценарийҙар яҙғанда,шиғриәт бәйгеләрендә һәр ваҡыт Р.Назаров шиғриәтенә мөрәжәғәт итеүҙәрен йәшермәнеләр.

Артабан юлымды ”Сәйетбаба” башҡорт тарихи- мәҙәни үҙәгенә дауам иттем. Үҙәк етәксеһе Рәзим Ибраһим улы шағир ижадының биографияһын “һә” тигәнсе иҫенә төшөрҙө,һөйләп тә ишеттерҙе,шиғырҙарында уҡыны.Ҡыҙыҡһынһағыҙ видеоһы ла бар.Рәхим итеп тыңларға мөмкин.

Мәктәптә уҡытыусылар менән әңғәмә үткәрҙем.Физика уҡытыусыһы булыуына ҡарамаҫтан Резеда Миннәхмәт ҡыҙы,музыка уҡытыусыһы Илһам Хәннән улы ла был ижадты яҡшы беләләр икән.Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан Илһам Рәхимов уның “Япраҡ” шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

Йомғаҡлау.

Эйе,күренекле шағир Рәшит Назаровтың ижады йырланмаған йыр кеүек.Үҙенең бер әҫәрендә шағир тап ошолай әйткәйне.Уйлай китһәң,Рәшит Назаровтың фажиғәле яҙмышы – йәшәлгән һәм йәшәлмәгән ғүмер йылдары ла шулай – әлегә йырланмаған йыр кеүек.

Оло йөрәкле был ҡәләм оҫтаһы үҙенсәлекле ижады менән һөйөндөрә лә,көйөндөрә лә.Һөйөндөрә,сөнки шиғыр яратыусылар Рәшит Назаровтың һәр ҡайһыһы балҡып-нурланып торған шиғырҙарын уҡып кинәнә,рухи байлығын байыта,йәшәйешкә шағир күҙҙәре менән ҡарарға өйрәнә.Был – бер. Икенсенән,шиғриәт йондоҙона әүерелгән,күп һанлы уҡыусы мөхәббәтен яулап өлгөргән йырсыға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын биреү бик урынлы булды.Әйтеп үтеүемсә,әлеге шул фажиғәле яҙмыш елдәре арҡаһында оло талант эйәһенең күп шиғырҙары яҙылмайынса тороп ҡалды,ләкин был ғына Р.Назаров ижадының бәҫен ебәрә алмай.

Быларға өҫтәп тағы ни әйтәһең.Бары тик бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен генә уҡырға кәрәк.Уларҙа – йән ғазаптары ла,хис-тойғолар ҡойоно ла,йөрәк осоштары ла...

 

 

 

Категория: Минең файлдар | Добавил: zilyaidrisova74
Просмотров: 832 | Загрузок: 16
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика