Понедельник, 20.05.2024, 04:00
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Категории раздела
Минең файлдар [22]
Фотолар [2]
Презентациялар [3]
Дәрескә ҡулланыу өсөн презентациялар
Статистика

Файлдар каталогы


Оран һала Ер-Әсә!
[ Скачать с сервера (58.5 Kb) ]19.02.2020, 21:02

 

Башҡортостан Республикаһы, Ғафури районы муниципаль бюджет учреждениеһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Оран һала Ер-Әсә!

 

 

 

 

 

 

Авторы:Юлдаш Байбулдин,

Жәлил Кейекбаев исемендәге

Сәйетбаба урта мәктәбенең

8-се класс уҡыусыһы

 

 

 

Уҡытыусыһы:

Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2019 йыл

 

Оран һала ер-әсә!

Кешегә иң ғәзизе – тыуған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – туған тәбиғәтең. Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған еремде, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөрөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел.

Минең тыуған яғым – Ғафури районының Сәйетбаба ауылы. Мин быны бөтә ғорурлығым менән әйтәм. Тыуған яғым иҫ киткес матур, бай тәбиғәтле, төрлө һәм йомарт. Бында бейек тауҙар, серле урмандар, мул һыулы йылға-күлдәр, киң яландар бар. Урмандарына инһәң, һине зифа буйлы аҡ ҡайындар, ҡупшы кулдәкле шыршылар ҡаршы ала. Болондарында йөҙөп йөрөрлөк, төрлө-төрлө сәскәләр үҫә. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһын . Ер аҫтында хазиналар ята. Ә борғаланып- борғаланып аҡҡан Мәндем йылғаһы, һалҡын шишмәләре генә ни тора! Минең тыуған ауылым бик матур ерҙә урынлашҡан. . Ата-бабаларыбыҙ бик белеп килеп төпләнгән был ерҙәргә. Мәғрур тауҙар теҙмәһе ел-дауылдан, бурандарҙан һаҡлаһа, көмөш һыулы шишмәләре тәнгә шифа, йәнгә дауа! Сәй эсергә шифалы үләндәре бихисап, үрелеп ҡабам тиһәң еләк-емеше, бөрлөгәне тулышып бешә. Үҙҙәрендә күпме тарих һаҡлаған Битерле, Түрешле, Асанай, Бүләк яландары, Сейәлетүбә, Аҡбейек, Йәнекәй тауҙары, селтерәп аҡҡан Гөлйәмилә, Гөлбәзирә ҡойолары үҙҙәре генә ни тора!!! Тыуған тәбиғәтебеҙгә тәрән һөйөү һаҡлаған атайым Бужан, Аҡбейек тауҙарына, Битерле, Түрешле яландарына, Мәндем, Өйә йылғаларына бағышлап иҫ киткес сихри көйҙәр ижад итте. Ижад итмәҫлекме һуң!? Сөнки, бындағы һәр бер үлән, һәр бер ағас талғын ғына бәүелгәндә ниндәйҙер көй көйләгәндәй.

Ауылымды уртаға бүлеп Өйә йылғаһы аға. Эргә-тирәләге ниндәй генә ауылды алма, һәр береһе ниндәйҙер йылға буйында урынлашҡан, шул иҫәптән минең Сәйетбабам да Мәндем йылғаһы янында урынлашҡан. Олатайым һөйләүенсә, элек Мәндем, Өйә йылғалары ҡолас етмәҫлек, көҙгөләй ялтырап ятҡан, ҡыйыуҙар ғына икенсе ярға йөҙөп сығыр булған. Хәҙерге ваҡытта булған экологик проблемалар минең тыуған ауылымды ла урап үтмәй. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, кеше лә үҙен уратып алған тәбиғәткә меңәрләгән еп менән бәйле. Беҙ тәбиғәттең гүзәл ҡосағында ял итергә яратабыҙ. Уның сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙарын эсәбеҙ. Таҙа һыулы йылға-күлдәрендә балыҡтай туйғансы йөҙәбеҙ. Ҡоштарҙың моңло тауыштарын тыңлап ҡыуанабыҙ. Бай тәбиғәтебеҙҙең урмандарын, бөжәк-йәнлектәрен, үлән-сәскәләрен, бәшмәктәрен, еләк-емештәрен үҙ файҙабыҙға күпме ҡулланабыҙ! Был изгелеккә алмашҡа тәбиғәткә беҙҙән нимә ҡала?! Тирә-яҡтары сүплеккә әйләнгән йылға-күлдәр, ҡырҡылған урмандар, юҡҡа сыға барған үҫемлектәр, хайуандар һәм ҡоштар...? Йылға буйҙары бысраҡ, халыҡ урам тирәһендәге сүп-сарҙарын йылға буйҙарына түгәләр, ял итергә килһәләр, арттарынан таҙартмайҙар. Нисек үҙҙәренән һуң шул тиклем сүп ҡалдырырға оялмайҙар икән, нисек йәндәре түҙә икән?

  • халҡын борсоған тағы бер мәсьәлә сүп-сар түгә торған урын. Бик һирәктәр генә сүплектең үҙенә түгә, ә ҡайһы берҙәре ярты юлға түгеп китә. Ел булған көндә пакеттар, ҡағыҙҙар осоп ауылға тиклем килеп етә. Тәбиғәт менән аралашып үҫмәһәм мин уның матурлығын да күрмәҫ инем, ошо матурлыҡты бысратҡан кешеләргә лә битараф булыр инем, бәлки. Миңә тәбиғәткә булған һөйөүҙе атайым тәрбиәләне. Йәй етһә уның менән урманға, йылға буйҙарына сәйәхәткә сығабыҙ. Атайым миңә хайуандар, үҫемлектәр донъяһы хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Беҙ быйыл атайым менән тау-таштар араһынан ағып сыҡҡан, йырҙарҙа йырланған гүзәл Ағиҙел йылғаһына, Еҙем буйҙарына барҙыҡ, балыҡ ҡармаҡланыҡ, йомшаҡ ҡына, йылы ғына һыуында рәхәтләнеп йөҙҙөк. Барған һайын йылға буйҙарының саф һауаһын һулап, тәндәребеҙгә ял алып ҡайтабыҙ. Тик, йәшәйешебеҙҙең бер өлөшө булған еребеҙ, эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ бында ла ҡыйырһытылған хәлдә бөгөнгө көндә. Йылға буйҙары, урман-болондар сүп менән тулы. Шишмәләрҙең күбеһе кибеү хәлендә, урмандарҙа ҡороп йығылған ағастар йыйыштырылмайынса, таралып ята. Урман эстәрендә, яр буйҙарында, йылға буйҙарында ла сүп-сар өйөмдәрен йыш осратырға була. Яҙғы ташҡын, көслө ямғырҙар ваҡытында күпме сүптәр беҙҙең инештәребеҙҙе бысрата. Улар араһында нимәләр генә юк... Ә күпме зарарлы матдәләр бүленеп сыға?! Беҙ шул йылғаларҙа һыу инәбеҙ, керҙәр йыуабыҙ. Һанай китһәң, был тәбиғәтте бысратыуҙың бик аҙ өлөшө генә бит әле. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡалаларҙа урынлашҡан заводтарҙан йылғаларға ағыҙып ебәрелә торған "ҡалдыҡтар” күпме. Телевизорҙан бындай аяныс хәлдәрҙе лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш күреп торорға тура килә.

Беҙ, йыл һайын, йәйге каникул алдынан класс менән сәйәхәткә сығып, тәбиғәт ҡосағында ял итеп ҡайтырға яратабыҙ. Көнө буйы уйнап, үҙебеҙ алып килгән тәм – томдар менән һыйланып, тәбиғәткә хозурланып ҡайтыу үҙе ни тора! Һәм һәр ваҡыт та үҙебеҙ ял иткән урынды таҙартып, сүптәрҙе үҙебеҙҙең сумкаларыбыҙға тултырып алып ҡайтып китәбеҙ. Сөнки, уҡытыусы апабыҙ беҙҙе һәр саҡ тәбиғәтте һаҡларға, бысратмаҫҡа, сүпләмәҫкә кәрәклекте иҫкәртеп тора. Эх, бөтә кешеләр ҙә беҙҙең кеүек булһа икән ул! Шулай уҡ, ер ҡарҙан әрселеү менән тағы ла ергә ҡар ятҡансы даими рәүештә өмәләр ойоштороп, мәктәбебеҙҙең тирә- яғын, урам, ишек алдарын йыйыштырып торабыҙ. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың күрке булған шишмәләребеҙҙе ҡарап тороу – беҙҙең бурысыбыҙ.

Беҙ тәбиғәтте яратабыҙ, сөнки тормош өсөн кәрәкле бар нәмәне унан алабыҙ. Тәбиғәт беҙгә аҙыҡ, кейем, торор урын бирә. Ерҙән беҙ файҙалы ҡаҙылмалар алабыҙ, ҡырҙарҙа игендәр үҫә.

Тәбиғәт беҙҙең тормошобоҙҙо биҙәй.Күпме шатлыҡ килтерә ул беҙгә! Тәбиғәт ул- матурлыҡ, гүзәллек донъяһы. Йәйге болон. Ҡояшлы көн. Тирә-яҡта сәскәләр.Сиңерткәләр һикерә, ҡырмыҫҡалар йүгерешә.Ҡып-ҡызыл еләктәр бешә. Ә ҡышы иһә, әкиәт донъяһы кеүек, бар тирә-яҡ ап-аҡ, серле.

Мин урман шаулауын, ҡоштар һайрауын яратам. Ошо матурлыҡ күҙгә күренеп юҡҡа сығыуына күңел ышанмай. Тирә-яғыбыҙҙағы бар донъя ашығыс ярҙамға мохтаж. Тәбиғәтте ҡурсалау – илде һаҡлау ул. Берҙәм булайыҡ, бергә һаҡлайыҡ тәбиғәтте!

Милләттәрҙе ҡаҡмайыҡ,

Йолаларҙы һаҡлайыҡ,

Тәбиғәтте ҙурлайыҡ,

Дуҫ һәм татыу йәшәйек!

Тәбиғәттең һәр миҙгеле һәйбәт,

Һәр бер көнө уның йәмлелер.

Тәбиғәтте һөйгән кешеләрҙең

Күңелдәре һиҙгер,ғәмлелер...

(Рәшит Шәкүр.)

Тәбиғәт...Ошо бәләкәй генә һүҙ эсендә күпме мәғәнә ята.Тәбиғәт тигәс тә беҙҙең күҙ алдына тауҙар,урмандар,йылға-күлдәр,ялан-болондар,инеш-шишмәләр , ғөмүмән,беҙҙе уратып алған барлыҡ тереклек килеп баҫа.Ысынлап та,тәбиғәт – һулар һауабыҙ,беҙ йәшәгән,тормош иткән еребеҙ,эскән һыуыбыҙ.Беҙ барыбыҙҙа тәбиғәт балалары.Йәшел урмандар шауы,ҡоштар һайрауы,шишмәләрҙең сылтырап ағышы,йылға-күлдәренең сихри сафлығы күңелдәргә йән тыныслығы бирә.Улар беҙҙе туйындыра,йәшәү өсөн дәрт-дарман өҫтәй,сафландыра,илһамландыра.Ер-әсәбеҙгә аҙ ғына һаҡһыҙ ҡағылһаң,емерелергә,ыуалырға ғына тора.Шуға ла ул ярҙамға мохтаж.

Тәбиғәтте һаҡлау проблемаһын күтәреп сығып,әҫәрҙәр яҙған яҙыусыларыбыҙ бихисап.Шуларҙың әҫәрҙәрен уҡып күпме фәһем алырға була бит.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты,башҡорт прозаигы,журналист,тәбиғәт йырсыһы Ноғман Мусиндың ниндәй генә әҫәрен ҡулға алып уҡыһаң да тәбиғәт проблемаһы үҙәк урында тора.Әллә тәбиғәт өсөн ныҡ борсолғанғамы,әллә тәбиғәтте яратҡанғамы ул был темаға йыш мөрәжәғәт итә.Китап уҡыусыларҙы Ер-әсәбеҙҙе рәнйетмәҫкә,һаҡсыл ҡарашта булырға саҡыра. Уның бер әҫәрендә ошондай юлдар бар: “Үлгән тау урынына тау ҡалҡмай,ҡороған йылға үҙәнен шыр ҡаплай,- оҙаҡ йәшәһәләр ҙә,улар мәңгелеккә китә был донъянан”.Ысынлап та,был бик дөрөҫ әйтелгән фекер.Әгәр ҙә тәбиғәтебеҙҙә ҡоротһаҡ,уның урынына бер нәмә лә ҡалҡып сыҡмаясаҡ,ғөмүмән тереклек юҡҡа сығасаҡ.Киләсәк быуын балаларына ,беҙ,кешеләр,ни күҙебеҙ менән ҡарарбыҙ.

Борон-борондан кешеләр тыуған яғының матурлығына дан йырлаған,гүзәллеген һәр кешегә еткерергә тырышҡан.Мин дә тыуған яғым Ҡаранйылғаның хозур тәбиғәтенә һоҡланып туя алмайым.Тыуған ауыл – ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз һүҙ.Һәр бер кеше үҙенең тыуған ауылын яратҡан кеүек, мин дә үҙемдең тыуған ауылымды бик ныҡ яратам.Ҡайҙа ғына ҡунаҡта булһам да мин уны һағынып ҡайтам.Ауылдар бик күп,һәр береһе матур,ләкин минең ауылым кеүек ауыл бер ерҙә лә юҡ.Ауылымды дүрт яҡлап үрләс-үрләс тауҙар теҙмәһе уратып алған.Был тауҙар ауылымды ят күҙҙәрҙән һаҡлаған төҫлө тойола.Урманына инһәң,әйтерһең,үҙеңде ожмахта кеүек хис итәһең.Ниндәй генә еләк-емеш юҡ унда,ә шифалы дарыу үләндәренең ниндәй генә төрөн осрамайһың.Ә инде ауылымды икегә бүлеп Ҡаранйылға йылғаһы сылтырап аҡһа,ауылымдың ситенән Ҡарауыл тауы буйлатып Мәндем йылғаһы аға.Был йылғалар бик һалҡын һыулы,эсһәң тештәреңде ҡамаштырып уҡ ебәрә.Элегерәк был йылғаларыбыҙ мул һыулы булғандар,хатта,ололарҙың һөйләүҙәренә ҡарағанда,аттарҙы төшөрөп йыуындырып,йөҙҙөрөп сығарыр булғандар.Ә бөгөн килеп уларҙың хәле бик мөшкөл.Йылғаларыбыҙ һайыҡты,ҡорор сиккә етте. Юнир Үтәгәнов әсенеп шундай шиғыр яҙған.Һеҙгә лә өҙөк килтерәм:

Ярһыу Мәндем,элеккесә,

Ярһыу түгел.көмөш түгел.

Ул ышана: кешеләргә,

Ышанмайса мөмкин түгел.

“Көмөш булып ағырмын мин.

Балға әйләнеп тамырмын мин.

Кешеләрем ,ҡотҡарығыҙ!

Һеҙҙе данлап йырлармын мин”.

Ә быға кем ғәйепле һуң? Ғәйепте ситтән әҙләмәйексе.Бының барыһына ла беренсе сиратта, беҙ,үҙебеҙ ғәйепле.Йылға буйҙарына сүп-сар ташлайбыҙ,эргә-тирәһендәге ағастарҙы ҡырҡабыҙ,һыу төптәренә быяла киҫәктәре ырғытабыҙ.Бындай зыянды тәбиғәткә тик әҙәм балаһы ғына килтерә ала.Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян бөгөнгө йәмғиәттең ҡырҡыу проблемаларының береһе.Шуға күрә мин ауылдаштарымды,йылға буйҙарын таҙа тоторға,төрлө өмәләр үткәреп,тәртипкә килтерергә саҡырыр инем.Тәбиғәттең байлығын күрә белеп йәшәү- үҙе бер бәхет ул. Тик ҡайһы бер кешеләр быға битараф булып йәшәй. . Тыуған еремдең киләсәге бар.

Минең ауылым бик күп күренекле кешеләре менән дә мәшһүр.Шуларҙың береһе Бөтә төрки донъяһына билдәле шәхес Ж.Ғ.Кейекбаев.Уның менән мин сикһеҙ ғорурланам. Оло ғалим тыуған ауылда тыуып,ул йөрөгән һуҡмаҡтарҙан көндә мәктәпкә белем ала барыуыма сикһеҙ шатланам.Яҙыусы-сатирик Венир Исхаковтың да беҙҙең төбәктән булыуы икеләтә шатлыҡ хистәре уята.Ауылым кешеләре лә бик уңғандар.Иртә таңдан бал ҡорттары кеүек мәж килә ауылдаштарым.Кемелер ҡорт ҡарай,кемелер үҙенең таҡта бысыу цехында таҡта быса,кемелер бер көтөү аттарын көтөүгә ҡыуа,кемелер һөт йыя.Ана, тегендә,бал ҡорттары кеүек мәж килеүсе Марс,Ғәле ағай Ғәзизовтар ҡорт ҡарай,ә бында Айваз ағай Йәноҙаҡов таҡта яра,ә инде Әхмәт ағаәй Аҫылбаковтың аттарын Шамил ағай көтөүгә алып китте,теге оста Инера апай Ғалина һөт йыйырға сыҡты.Бына шулай башлана ауыл иртәһе. Мин тыуған ерем,тыуған ауылым,ауылдаштарым менән сикһеҙ ғорурланам.Мәктәбемде тамамлағас,ҡайҙа ғына йәшәһәм һәм эшләһәм дә,бер ҡасан да тыуған ауылыма,еремә тап төшөрмәм.Тыуған илебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда. Ҡаранйылғам- гөлбаҡсалар иле, үткәндәрҙе иҫкә алып, алдағы ғүмерең тураһында ла хәстәрлек күрәйек. Мин бында тыуып үҫеүемә, ошондай бай тәбиғәтле ерҙә йәшәүемә сикһеҙ шатмын.

Иншамды башта атап киткән Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романынан өҙөк менән тамамлап,кешеләргә мөрәжәғәт итәһем килә:

«Эй әҙәмем! Ергә хужа булған Кешем минең! Бына һин, әллә ни саҡлым уйҙарға сумып, төбөмдә баҫып тораһың. Ер яҙмышы – беҙҙең яҙмыш тураһында хәстәр күреп, шулай болоҡһоуың ҡайһылай шәп! Уйлан һин, ҡартлас Ер тормошон йәшәртеү өсөн ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшлә. Ә һуң һинең ҡулыңдан ниҙәр генә килмәй, Кеше?! Ер-Әсәбеҙҡуйынындағы һәммә хазина, бөтә тереклек һинең рәхимеңә тапшырылған. Беҙ, ерҙең барлыҡйән эйәләре, һиңә күҙ төбәгәнбеҙ. Һинең киләсәк быуындар ғүмерен хәстәрләп йәшәй башлауыңды күреп, тағы ла нығыраҡ ҡыуанам мин. Әҙәм балалары бына ошондай изге маҡсаттар, матур хыялдар менән генә йәшәһен өсөн, быуаттар буйы көрәште, йәнен фиҙа ҡылды бит һинең ата-бабаларың. Үҙеңә йән биргән Ер күркен, Ер хозурлығын һаҡлау өсөн көрәшкә сыҡҡанһың икән, ярты юлда туҡталып ҡалма, ниндәй генә кәртәләргә осраһаң да, гел алға ынтыл, Кешем! Анау алыҫ күкһел тауҙар – һин менәһе бейеклектәр улар, ә бейеклектәр алыҫтан ғына матур күренә. Шул алыҫ бейеклектәргә күтәрелергә ынтыл! Туҡталма, алға бар! Һинең көсөңә, ҡыйыулығыңа, аҡылыңа ышанам мин, Кешем».

 

 

 

 

 

 

 

 

Категория: Минең файлдар | Добавил: zilyaidrisova74
Просмотров: 614 | Загрузок: 15
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика