Понедельник, 20.05.2024, 04:00
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Категории раздела
Минең файлдар [22]
Фотолар [2]
Презентациялар [3]
Дәрескә ҡулланыу өсөн презентациялар
Статистика

Файлдар каталогы


Был ғүмерҙәр ике килмәй.
[ Скачать с сервера (29.0 Kb) ]19.02.2020, 10:04

Был ғүмерҙәр ике килмәй.

“Был ғүмерҙәр ике килмәй”,- тип йыш ҡабатлай өләсәйем. Эйе, бер ғүмер эсендә кеше дөрөҫ юл һайлап,халҡына хеҙмәт итергә,тыуған иле үҫешенә үҙ тупрағын һалырға тейеш.Ә миңә килгәндә,мин Аҡмулла кеүек үк мәғрифәтсе булғым килә.Милләтеңде томанлыҡтан,наҙанлыҡ һаҙлығынан ҡотҡарыу-тыуған илең үҫешенә бер ус түгел,ә бер ҡосаҡ тупраҡ һалыу.

Урамда егерме беренсе быуат,кеше аңының кимәле алға киткән мәл,наҙанлыҡтың «Н»хәрефе лә юҡ,тиерһегеҙ.Әммә тирә-яҡҡа күҙ йүгертеп сығайыҡ:замана кешеләренә тереклек итер өсөн ут,һыу,һауанан башҡа тағы нимә мөһим һуң?Аңдарыбыҙға кереп ултырған,ҡандарыбыҙға һеңгән интернет шауҡымы бөгөнгө көндә мейебеҙ менән идара итмәйме ни?Бөтә ер шарын баҫып алған был эпидемия төрө яйлап кешелек деградацияһына килтерә түгелме?

Айырыуса,киләсәктә кешелек доньяһына бөйөк асыштар асырға тейешле йәш быуын был солғауға баштан аяҡ сумған.Йәштәштәрема ҡараһам,йөрәгем әрней.Улар ҡыйбатлы текә гаджеттарынан ары бер ни күрмәйҙәр.Ошо доньяның матурлығына һоҡланып йән аҙығы алмағас,йәшәүҙең ни фәтеүәһе бар?Шулай виртуаль донья тылсымдары менән генә мейене,күңелде туйындырыусы быуын, кешелек доньяһын ни хәлгә килтерер?

Ябай ғына миҫал:әүәл өләсәйҙәр “ашау барҙа-йәшәү бар” , “балаларҙың күңеленә юл-ул тәмлекәстәр” ,-тип ейән-ейәнсәрҙәре килеүенә күберәк тәмлекәстәр алып ҡуялар ине,ә хәҙер «ейәндең йөрәгенә асҡыс-ул түләүһеҙ интернет»,-тип вайфай ҡуйҙырталар икән.

Замана ниндәй-балалар шундай.Бөгөн хатта өс йәшлек сабыйҙар ҙа интеренет доньяһына яраҡлашҡан.Ютубтан видеолар кереп ҡарарға,гуглдан уйындар уйнарға әүәҫтәр.Ҡыҙыҡ та,ҡыҙғаныс та.Мыжыҡ,шуҡ ,шаян балаларҙы тынысландырыу өсөн ата-әсәлар яңы ысул тапҡандар.Баҡ тиһәң ,замана сабыйын тыңлатам тиһәң,ҡулына телефон биреү ҙә етә.Йөҙ процент эффектив методтың ҡараңғы яғы бар:бала тынысланыуын тынысланды,әммә был ысулға буйһоноуы сабыйҙың интернет ҡоло булыуы тураһында һөйләй.Балаһын гаджеттар менән әүрәтеүсе ата-әсәләр сабыйының уйлау,фекерләү белеү һәләтен үлтереп,наҙанлыҡ һаҙлығына батыралар.Ә беҙҙең холҡ-фиғелебеҙ бәләкәйҙән уйнаған уйынсыҡтар ярҙамында асыла.Ояһында ни күрер,осҡанында шул булыр,тигән кеүек,бәләкәй саҡта әкиәт тыңлап,тәрбиәүи-әхлаҡи йәнһүрәттәр ҡарап,дөрөҫ уйынсыҡтар уйнап үҫкән кешенең эске доньяһы ла,телмәре лә бай,фекерләй белеүе үҫешкән була.Сәғәттәр буйына телефон ҡосаҡлап ултырған баланан күренекле булмаһа ла,йәмғиәткә кәрәкле кеше сығырмы?Тәбиғәттең матурлығын күрмәй,әкиәттәр тыңламай,китаптар уҡымай,тирә-яҡты күҙәтмәй үҫкән балананың күңелендә ер-һыуыбыҙға,телебеҙгә ҡарата һөйөү уянырмы?Киләсәк быуындар халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын,ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнерҙәрме?Һаҡлап артабан ебәрерҙәрме?Әллә замана арҡаһында барлыҡҡа килгән һалҡын битарафлыҡ ата-бабаларыбыҙ быуаттар буйына ҡорал тотоп көрәшкән телебеҙ,ер-һыуыбыҙҙы юҡҡа сығарырмы.

Тамыр каналын ҡарап,китаптар уҡып,әкиәттәр,йырҙар тыңлап үҫкәнгә,минең йөрәгемдә патриотизм уты яна.Ә йәштәштәрем өсөн ғорурлыҡ –ул фото аҫтында күп лайк йыйыу,виртуаль уйында иң ауыр баҫҡысты үтеү йә инстаграмда меңдән ашыу яҙылыусылар йыйыу.

 

Юлдаш Байбулдин,8 класс уҡыусыһы

(“Йәшлек” газетаһына ебәргән мәҡәләнән)

 

 

 

Категория: Минең файлдар | Добавил: zilyaidrisova74
Просмотров: 291 | Загрузок: 2
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика