Понедельник, 20.05.2024, 02:25
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Категории раздела
Минең файлдар [22]
Фотолар [2]
Презентациялар [3]
Дәрескә ҡулланыу өсөн презентациялар
Статистика

Файлдар каталогы


Башҡорттоң данлы ҡурайы. Кесе Табын ырыуы ҡурайсылары(Эҙләнеү эше)
[ Скачать с сервера (44.7 Kb) ]19.02.2020, 22:05

Эҙләнеү эшенең темаһы:

Башҡорттоң данлы ҡурайы. Кесе Табын ырыуы ҡурайсылары

Башҡарҙы: Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба

урта мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы

Юлдаш Байбулдин

Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова

Йөкмәткеһе:

1.Инеш.

2.Төп өлөш.

3.Кесе Табын ырыуы ҡурайсылары.

4.Башҡорттоң данлы ҡурайы.

5.Йомғаҡлау.

6. Ҡулланылған әҙәбиәт.

Башҡорт халҡы - борон-борондан тәбиғәт балаһы булған. Шуға ла уларҙың тормошонда халыҡ музыка ҡоралдары ҙур урын тотҡан: хәҙерге көндә лә уйнатылған ҡурай һәм ҡумыҙ ( XIII-XIV быуаттар),ҡыллы инструмент –думбыра.Хәҙер онотола барған – ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр, борғо, думбырҙаҡ,шаҡылдаҡ, ятаған.Шулай уҡ төрлө һыҙғыртҡыстар, ағас һәм үлән япраҡтары, көнкүреш кәрәк-ярағы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө биҙәүестәренең шалтырауыҡтары һәм башҡалар ҡулланылған.

Эшемдең актуаллеге: халыҡтың йәнен имләүсе,тәрбиәләүсе,милләтебеҙҙең асылын,тамырын һутландырыусы ҡурайҙы инновацион технологиялар заманында һаҡлап ҡалыу.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты:

1.Ҡурайсылар борон-борондан илаһи,тәбиғи музыка ҡоралы аша быуаттарҙан быуаттарға рухи көс биреп,халҡыбыҙҙың тарихын яҙып килә.Ҡурайҙы ҡурай менән бергә халҡыбыҙҙың мәртәбәһен һаҡлаусы уйын ҡоралы тураһында белемде арттырыу.

2.Тиҫтерҙәремдә ҡурайға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы:

1.Ҡурай тарихын өйрәнеү;

2.Башҡорт уйын ҡоралының бөйөклөгөн данлау.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте: йыйылған һәм күҙәтеү үткәрелгән материалдар артабан башҡорт халҡының уйын ҡоралдарын өйрәнеүҙә,мәктәп музейында файҙаланыла ала.Тикшеренеү һығымталарын төрлө кисәләрҙә ҡулланырға мөмкин.

Структураһы – тикшеренеү эше инештән,төп өлөштән,йомғаҡлауҙан,ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.

XIX быуаттың икенсе яртыһында Европа уйын ҡоралдары киң ҡулланыла башлай: гармун, тальян гармун, скрипка, мандолина. XX быуаттың беренсе яртыһында баян ҡулланыла башлай.

Ҡурай, думбыра, ҡумыҙ бик борондан ҡулланылһа ла,хәҙер ҙә үҙенең ҡулланышын юғалтмай.Ул төрлө байрамдарҙың,йыйындарҙың биҙәге булып тора.Ҡурайҙы –тынлы музыка ҡоралдары донъяһында ғәжәйеп нәмә, тип иҫәпләй рус әҙәбиәте классигыС.Т.Аксаков.Икенсе бер яҙыусы В.Зефиров башҡорт ҡурайының әҫәрләндергес тауышын « икһеҙ-сикһеҙ урман һәм далалар симфонияһы » тип атай.

Инеш.

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ

Башҡорт ҡурайҙары булмаһа

Егет кенә кеше йыр йырламаҫ,

Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.

(Башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”)

Ҡурай – башҡорт халҡының бик боронғо милли музыка уйын ҡоралы. Ул, ата-бабалар аманаты булып, быуын-быуын күсә килгән, башҡорт халҡыныңтөп милли уйын ҡоралы булып һаҡланып ҡалған.

Бөгөн ҡурай – Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе, халҡыбыҙҙың рухи донъяһында мөһим урын тотҡан атрибут булараҡ , Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы символикаһында урын алған һәм милли сәнғәтебеҙҙең сағыу бер биҙәге булып йәшәп килә.

Ҡурай халҡыбыҙ менән йәнәш йәшәгән бик боронғо уйын ҡоралы икәнен меңәр йылдар, хәтһеҙ быуаттар элек ижад ителгән башҡорт халыҡ ҡобайырҙары “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Ҡуңыр буға”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Алпамыша”, “Ҡара юрға”һ.б риүәйәт-легендалары, йырҙары, әкиәттәре аша күҙалларға була.

Ошо бик боронғо уйын ҡоралында- ҡурайҙа- халыҡ таланттары мәшһүр “Урал”, “Сыңрау торна”, “Ғилмияза”һ.б йырҙарҙың һәм көйҙәрҙең классик өлгөләрен ижад иткән. Ҡурай үҙе, һис үҙгәрмәйенсә, тәүге һәм камил төҙөлөшө хәлендә һаҡланып ҡала килә. Унда уйнау сәнғәте бөгөн ошо йүнәлештә дауам итә.

Биш кенә уйымлы ошо үлән ҡурайҙың сихри ауаздары хаҡында оло әҙибебеҙ Ғайса Хөсәйенов былай яҙған: “Ҡурай моңоноң әҫәрләнеүсән кешегә бар донъяһын оноттороп ләззәтләндерер, хыялын әллә ҡайҙарға алып китер үҙенә бер төрлө ҡөҙрәте булыр. Һуҙып-һуҙып уйналған моңдан күҙ алдына берсә ҡылғанлыҡ киңлектәре , аҡ тирмәләре, көтөү-көтөү йылҡылары менән икһеҙ-сикһеҙ башҡорт сәхрәләре алға баҫыр”.

Ә музыка белгесе, фольклорсы С.Г.Рыбаков үҙенең “Ҡурай-башкирский инструмент” исемле хеҙмәтендә ҡурайсының ҡурайҙа хайран ҡалырлыҡ матур һәм төҙөк тауыштар сығара алыуын билдәләп киткән. Шулай уҡ ул “Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта”(1897) тигән китабында егерменән артыҡ маһир ҡурайсы-музыканттың ижады тураһында һөйләп кенә ҡалмай, ә халыҡ музыка сәнғәтендә профессионализм элементтарының ярылып ятыуын да һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Исемдәрен быуаттар төпкөлө лә юя алмаған билдәле һәм әлегә исемдәре беҙгә килеп етмәгән сәсәндәр ҡурай сәнғәтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнаған. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ маһирлығынан халыҡтың ауыҙ-тел , музыка хазиналары һандығына өлгө-өлөш индергән, ҡурайҙа уйнауҙың халыҡ мәктәптәре нигеҙендә башҡарыу традицияларын, оҫталыҡ серҙәрен киләһе быуынға мираҫ итеп тапшыра килгән.

-Ҡурай!

-Әү.

-Ҡайҙа үҫтең?

-Урманда.

-Кем ҡырҡты?

-Ҡурайсы.

-Ни эшләргә?

-Уйнарға.

Ҡурайсышулайһамаҡлап, әйткәнһәркәлимәһүҙеһайынуслаптотамлайбарып (8 һөйләм -8 тотам), ҡурайоҙонлоғонүҙенәяраҡлаштырыпкиҫепалған. Һуңынанилеләпүлсәп, уйымдарынуйған.

Кипкән, ҡороған , йәғни ҡураған, ҡорғаҡһыған көпшәнән эшләнгән уйын ҡоралын ҡурай тип атағандар.

Ҡурай- сатыр сәскәлеләр төрөнә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Халыҡ телендә ул “таҡыя башлы ҡурай” тип йөрөтөлә. Ҡурай үләне яңғыҙ үҫә,тирә-яҡҡа таралмай. Көпшәһе буйынан буйына эске яҡтан аҡ төҫтәге йомшаҡ “ит” менән ҡапланған. “Айыу ҡурайы” һымаҡ тыштан быуындарға,эстән бүлемсәләргә бүленмәй.

Музыкаль уйын ҡоралы булараҡ бары башҡорттарҙа киң таралыу алған. Тыва, алтай халыҡтарында ла осрай, уларҙа “асыҡ шоор”, “ябыҡ шоор” тип йөрөтөлә. Тауыш сығарыу ысулы оҡшаш тиерлек. Шулай уҡ ҡурайға тартым уйын ҡоралы ҡаҙаҡтарҙа (сыбызғы), ҡырғыҙҙарҙа(чоор), төрөкмәндәрҙә (ҡарғы-төйдөк)һ.б тигән атмаларҙа ҡулланыла.

Ҡурайҙы, үләндән тыш, башҡа материалдарҙан да эшләгәндәр. “Яуҙа яуҙаш, юлда юлдаш” ҡурайҙы, ғәҙәттә, ныҡлығы өсөн еҙ көпшәләрҙән яһап алғандар. Бындай ҡурайҙың осона, тешкә терәгәндә йомшағыраҡ булһын өсөн, йә ҡурғаштан, йә көмөштән мөштөк ҡойоп кейҙерелгән.

Хәҙер махсус технология нигеҙендә ҡурайҙы ағастан эшләү киң күренешкә әүерелде. Ошо башланғысҡа тәүгеләрҙән булып 70-се йылдарҙың уртаһында оҫта Вәкил Шөғәйепов юл асты һәм уның ижад емештәре шунда уҡ ҡурайсылар араһында хуплау тапты.

Бер аҙҙан был башланғысты башҡа оҫталар күтәреп алды: Сәйфулла Дилмөхәмәтов үҙен дүңгәүер ҡурайында уйнаған мәшһүр ҡурайсы ғына түгел, бик үҙенсәлекле ҡурай эшләүсе оҫта итеп тә күрһәтте: Зыя Хәлилов ҡурайсы һәм ҡурай эшләүсе оҫта булып дан алды: үҙе уйлап тапҡан өр-яңы технология менән ағастан ҡурай яһаусы оҫта Рәмил Хөснуллин да ҡурайҙары менән оҫталар рәтен тулыландырҙы. Һуңғы осорҙа ҡурай эшләргә оҫталығын сарлаусы йәштәр һаны бермә-бер арта.

Ағас ҡурай алты төрлө оҙонлоҡта яһала. Иң оҙон ҡурай бөтә уйымдары ябыҡ килеш бәләкәй октава “соль” тауышында, ә иң ҡыҫҡа ҡурай беренсе октава “до” тауышына көйләнә. Шулайитеп, хәҙергекөндә ундайҡурайҙаркиңҡулланыла.

Халҡыбыҙҙа ҡурай төрлө-төрлө булған. Башҡорт яугирҙары ил азатлығы өсөн көрәшкә сыҡҡанда үҙҙәре менән еҙ ҡурай йөрөткәндәр. Ҡатын-ҡыҙ уйнай торған ҡыҫҡа ғына ҡурайҙы сор ҡурай тип атағандар. Ағас шпондан эшләнгән ҡурай ҙа бар. Ләкин моңло булыуы менән үҫемлек ҡурай бөтәһенән дә айырылып тора.

Категория: Минең файлдар | Добавил: zilyaidrisova74
Просмотров: 407 | Загрузок: 5
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика