Понедельник, 20.05.2024, 03:08
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иҙрисова З.Х.сайты

Категории раздела
Минең файлдар [22]
Фотолар [2]
Презентациялар [3]
Дәрескә ҡулланыу өсөн презентациялар
Статистика

Файлдар каталогы


Минең башҡорт теле уҡытыусым.
[ Скачать с сервера (16.2 Kb) ]19.02.2020, 10:17

... Бала йөрәгендә тыуған ергә,

Үҙ халҡына мөхәббәт уятҡан,

Тимәк,һин ысын-ысын уҡытыусы.

(Ф.Ғөбәйҙуллина)

Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы,Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғафури районы Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы Заһиҙуллина хаҡында булыр һеҙгә бәйән итәсәк яҙмам.Уның бала сағы ошо райондың тәбиғәт ҡосағында,Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Оло Үтәш ауылында үтә.Ауыл бәләкәй булғас,бында тик башланғыс класс ҡына була.Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы үҙенең тыуған ауылында башланғыс белем алғас,күрше 5 км алыҫлыҡта ятҡан Еҙем-Ҡаран мәктәбендә белем алыуын дауам итә.Тап ошо мәктәптә уҡыған йылдарында туған телгә,әҙәбиәткә һөйөүе,ынтылышы арта.Ул әле үҙенә туған телдең матурлығын,байлығын өйрәткән башҡорт теле уҡытыусыһы Миңлегөл Вәли ҡыҙы Ҡотлогилдинаға сикһеҙ рәхмәтле.Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы урта мәктәпте тамамлағас,һөнәр һайлап баш ҡатырмай.Бәләкәйҙән уҡытыусы булам тип хыялланған ҡыҙ,документтарын БДУ-ға алып барып тапшыра.1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының башҡорт бүлеге талибәһе булып китә.Уны уңышлы тамамлағандан һуң,тыуған ауылы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай, ә инде 1985 йылдан әлеге көнгәсә Сәйетбаба урта мәктәбендә балаларға башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәтеүгә күп көс һала. Уның хеҙмәт стажы - 41 йыл булып киткән.Сәйетбаба ауылы күптән инде үҙенең тыуған ауылына әйләнгән.

Белем бирә тип әйтеүе генә анһат.41 йыл буйына үткәргән йоҡоһоҙ төндәр,һәр уҡыусы өсөн борсолоуҙар,дәфтәр тикшереүҙәр,дәрестәргә план – конспекттар яҙыуҙар,йәмәғәт эшендә ҡатнашыуҙар уҡытыусының күпме көсөн,һаулығын ҡаҡшата. 41 йыл буйы мәктәптә үткән ғүмере тик уҡытыу эшенә генә ҡағылмай. Уҡытыу менән бер рәттән элегерәк ферманан яланға,яландан гаражға,мәҙәниәт йортона агитатор булып йөрөүҙәр,ҡатын- ҡыҙҙар советы ағзаһы булыуҙар,профсоюз комитетын етәкләү кеүек өҫтәмә эштәрҙе һанап бөтөп буламы икән? Ул уҡыусылары менән уртаҡ тел табырға,улар күңеленә әҙәбиәткә,әсә теленә,халҡыбыҙ йолаларына,тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләргә ынтыла.Ижади эштәргә ҙур иғтибар бирә.Программа,дәреслектәр менән генә сикләнеп ҡалмай ул,даими эҙләнә,ижади эшләй.Республика,район күләмендә үткәрелгән семинарҙарҙа,конференцияларҙа актив ҡатнаша.Баймаҡ ҡалаһында уҙған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте- 1999” республика конкурсында ҡатнашып лауреат исеменә лайыҡ булды.2001 йылда уҡытыусыларҙың 9 съезына делегат булып һайланды.Милли проект буйынса 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды.Хеҙмәт уңыштары өсөн Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы,Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды.Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Әлбиттә,уҡытыусы өсөн иң ҙур шатлыҡ – уҡыусыларыңдың уңышы.Был йәһәттән,Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы белем биреп,тәрбиәләп сығарған уҡыусылары уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр.Районда,республика күләмендә ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә,олимпиадаларҙа һәр ваҡыт призлы урындар алып,уҡытыусыларын ҡыуандырып ҡына торалар.

Ул белем биргән,тәрбиәләп сығарған уҡыусылары – күпләгән һөнәр кешеләре бөгөн дә Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙын яҡын дуҫтары,кәңәшселәре тип һанайҙар,йыл һайын яратып осрашыуҙарға саҡыралар.

Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙының төп маҡсаты: туған тел аша кешеләрҙе яратырға өйрәтеү,уҡыусыларында намыҫлылыҡ,киң күңеллелек,шәфҡәтлелек хистәре тәрбиәләү,грамоталы белемле шәхестәр сығарыу.

Бала күңелендә бала саҡ хәтирәләре сағыу бер биҙәк булып ҡала.Һин кемделер үҙеңә маяҡ итеп ҡуяһың: беренсеһе иң яҡын кешең,кәңәшсең,һине был яҡты донъяларға тыуҙырып,күкрәк һөтө имеҙеп үҫтергән әсәйең булһа,икенсе мәктәп тупһаһын аша атлап үткәндә һине етәкләп фән тауҙарына алып менеүсе уҡытыусың була.Мәктәп йылдары онотолмаҫ хәтирәләргә бик бай. Кемдер физкультура,математика,химия,биология кеүек фәндәрҙе өҫтөн ҡуйһа,кемгәлер филология профиле күңеленә яҡын.Бәләкәйҙән шиғырҙар һөйләргә,рәхәтләнеп,кинәнеп иншалар яҙырға яратыуым башҡорт теленә ҡарата һөйөү булды.Телгә ҡарата һөйөүҙе әлбиттә ,миңә тел уҡытыусылары уятты.Башланғыс класты тамамлап,урта баҫҡысҡа күтәрелгәс тә,үҙемде филолог булараҡ астым.Бында инде миңә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүсе остаздарымдың роле ҙур.Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов шул нескәлектәрҙе башлап ебәреүсе булһа,Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы уны дауам итеп,әлеге көнгә тиклем үҙенең фекерҙәре,кәңәштәре менән ярҙам итеүсе.Ғиндулла Ширияздан улының дәрестәре бер төш кеүек кенә хәтерҙә ҡалған.Ж.Кейекбаев музейын ойоштороусы булараҡ,ул дәрестәрен һәр ваҡыт тип әйтерлек музейҙа үткәрер ине.Киләсәктә беҙгә Кейекбаев кеүек ҙур шәхестәр булып үҫеүебеҙҙе теләне. Һәр һөйләгән һүҙе,әйткән фекере ҡолаҡ төбөндә сыңлап торған кеүек.Берәй эшкә тотонор алдынан,һәр ваҡыт уның:”Һеҙҙән була”,- тигән һүҙе ҡолаҡта яңғырап тора.Үҙенең күпте белеүе менән беҙҙең күңелдәрҙе арбаны.Башҡорт теле кабинеты яҙыусыларҙың,шағирҙарҙың,ғалимдарҙың,рәссамдарҙың фоторәсемдәре менән йыһаҙландырылған ине.

Бәләкәйҙән,мәктәптә уҡыған саҡтан әле,үҙемде уҡытыусы һөнәре, мәктәп, балалар менән бәйләрмен,тип хыяллана инем.Һеңлеләремде,әхирәттәремде ултыртып,уҡытыу,диктант яҙҙырыу- был минең яратҡан уйындарымдың береһе булды.Әлбиттә,мин дәрестәрҙе тик башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҙғарырға яраттым.Ошондай дәрестәр үткәргәндә мин һәр ваҡыт телде өйрәтеүсе уҡытыусым Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙына оҡшарға тырыша инем.Уның кеүек атларға,уның кеүек һөйләргә,уның кеүек талапсан булырға – барыһын да унан өйрәндем.Уның матур итеп,һәр һүҙҙе әйтеүе,тасуири уҡыуы,күп белеүе һоҡландырҙы.Һәр эшкә талапсанлығы әсир итте.Ҡупшы итеп кейенеп һомғол буйлы,төҫкә сибәр апабыҙ,әле лә үҙенең матурлығын юғалтмаған.Балаларға тырышып-тырмашып белем һәм тәрбиә бирә.Беҙҙе уҡытҡан саҡта нисек булған,әле лә шулай күрәм мин уны.

Мин икеләтә бәхетле. Рәсәй күләмендә билдәлелек яулаған остаздарҙан белем һәм тәрбиә алыуым менән үҙемде бәхетле тип һанаһам,мәктәптә үҙемә белем биргән уҡытыусым менән эшләп йөрөүем минең өсөн ҙур бәхеттәрҙең береһе.

 

Категория: Минең файлдар | Добавил: zilyaidrisova74
Просмотров: 352 | Загрузок: 1
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү

Copyright MyCorp © 2024
uCoz Яндекс.Метрика