Тема: Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Маҡсаттар:
1)Белем биреү маҡсаты – бойороҡ һөйкәлеше тураһында төшөнсә биреү,уларҙың телмәрҙәге ролен аңлатыу,
2)үҫтереүсе маҡсат- уҡыусыларҙың фекерҙәрен телдән һәм яҙма рәүештә бәйләнешле итеп биреү күнекмәләрен үҫтереү,һүҙлектәрен байытыу,
3)тәрбиәүи маҡсат-телгә хөрмәт тәрбиәләү,уҡыусыларҙы изге эштәр башҡарырға өндәү.
Йыһаҙландырыу: компьютер,экран,мультимедиа проекторы,дәреслек,һүҙлектәр.
Дәрес барышы:
1.Психологик инеш.Уҡыусыларҙың шиғыр юлдары менән уҡытыусыны ҡаршы алыуы.
Бөгөн беҙҙә башҡорт теле
Яратам һине,телем.
Рәхмәт һиңә! Һинең аша
Алам мин яҡшы белем.
Слайд 1. Уҡытыусының сәләмләүе.
Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл,ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем
Хәйерле көн һеҙгә,балалар!
Уҡыусылар,һеҙҙең алдығыҙҙа эшмәкәрлек картаһы ята.Дәрес барышында эшмәкәрлегегеҙҙе шул картаға яҙып барырһығыҙ.хәҙер шуның өҫтөнә төҫлө түңәрәктәрҙең береһен һайлап алып һалығыҙ.Ул һеҙҙең дәрес барышындағы кәйефегеҙҙе күрһәтеп торорға тейеш.Ниндәй төҫтәр була?Һынлы сәнғәт дәресенән уларҙы иҫкә төшөрәйек.
Уҡыусылар йылы,нейтраль,һалҡын төҫтәр була.
Слайд 2.Төҫтәр.
Уҡытыусы.Мин һары төҫ һайлайым.Әле дәрес башланып ҡына тора.Беҙҙең һөйләшеү килеп сығырмы тип бер аҙ хафаланам.
Слайд 3.Уҡыусылар,бөгөнгө дәрескә маҡсаттар билдәләп алайыҡ.Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуяйыҡ.
Слайд 4. Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән нимә эшләйбеҙ.
Тимәк,бөгөнгө дәрестең маҡсаттарын “эшмәкәрлек картаһы”на яҙа барабыҙ.
Ә хәҙер яңы теманы башлар алдынан,Һорау-яуап алымы менән мин һеҙҙең белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарайым.
1.Нимә ул ҡылым?
2.Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
3.Ҡылым нимәләр менән үҙгәрә?
4.Ҡылым нисә төрлө заманда килә ала?
5.Ҡылымдың нисә төрлө һөйкәлеше бар?
6.Килә,уҡый,яҙа ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
7.Килде.уҡыны,яҙҙы ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
8.Уҡыясаҡ,яҙасаҡ,уҡыр.яҙыр ҡылымдары ниндәй заманда килгән?
Афариндар,ҡылым тураһында белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрҙөк.
Динис,минең эргәмә кил.Ошо күнегеүҙе уҡы,эшлә.Мин Динисҡа нимә ҡуштым.
Кил,уҡы,эшлә бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары,тимәк мин Динисҡа бойороҡ бирҙем.
Бөгөнгө дәрестең темаһы:Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Слайд 5.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Слайд 6.Бөгөнгө дәрестең девизында табайыҡ әле.
Слайд 7.Дәфтәрҙәргә бөгөнгө датаны,теманы,девизды яҙып ҡуяйыҡ.
Киләһе эш төрө:бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ҡулланып һөйләмдәр төҙөйөк.
Тимәк,нимә ул бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары?
Слайд 9.Ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр.( Бойороҡ һөйкәлеше - ниндәйҙер бер эште башҡарырға өндәүҙе, бойороуҙы белдерә. Ни эшлә? Ни эшләгеҙ? Ни эшләһен? Ни эшләһендәр? Зат, һан менән үҙгәрә. Бир, бирегеҙ, бирһен, бирhендәр. Беренсе заты юҡ: ҡайт, ҡайтыгыҙ, ҡайтhын, ҡайтhындар. Юҡлыҡ формаhы - барма, бармағыҙ.)
1.Ғәҙәти бойороу:Уҡыусылар,дәрестән һуң спорт майҙанына волейбол уйнарға килегеҙ,берегеҙҙә ҡалмағыҙ.
2.Ҡаты бойороу: Походҡа барырға әҙерлекһеҙ килеп тә йөрөмәгеҙ!
3.Рәсми бойороу:Класта өлгәшмәүсе бер уҡыусы ла булмаһын!Һәр кем кластың намыҫы өсөн көрәшһен!
4.Үтенес,инәлеү,ялбарыу:”Инегеҙ инде,инегеҙ,апай”, - тип инәлде Самат.
Дәреслек менән эш. Күнегеү 279..
Ял минуты.
Балалар,күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ.Беҙ һеҙҙең менән осоусы балаҫҡа ултырып,төнгө күккә сәйәхәткә сығабыҙ.Ниндәй матур төнгө күк йөҙө! Унда алтын табаҡтай тулған ай йөҙә.Күк йөҙө шул тиклем яҡты,хатта ундағы Зөһрә ҡыҙҙа бик асыҡ күренә.Ай тирәләй көмөш тәнкә кеүек мең төрлө сихри йондоҙҙар емелдәй.Улар береһенән-береһе яҡтыраҡ,береһенән-береһе сағыуыраҡ,тылсымлыраҡ...Ниндәй серле йондоҙҙар!..Беҙ шул илаһи матурлыҡта йөҙәбеҙ:берсә күтәреләбеҙ,берсә түбәнгә төшәбеҙ,йә йондоҙҙар араһына инеп юғалабыҙ...Күңелдәребеҙгә дәрт,көс өҫтәп,кире әйләнеп ҡайтабыҙ.(Көй туҡтай).
Күҙҙәрҙе асабыҙ,дәрес дауам итә.
Карточкалар менән эш.Төркөмдәрҙә.
1-се төркөмдәге уҡыусылар өсөн.Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип иғлан ителде. (Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау йылы).
Һеҙҙең төркөм тәбиғәтте һаҡларға саҡырып,дуҫығыҙҙа хат яҙаһығыҙ.
Слайд 10.2-се төркөмдәге уҡыусылар өсөн.Бирелгән һөйләмдәрҙе бойороҡ һөйкәлешенә үҙгәртергә.
1.Уҡыусылар ҙур залға йыйылалар.
2.Мәүлит менән сиратлашып эшләйҙәр.
3.Мине тикшереү эше ҡыҙыҡһындыра.
4.Ҡоштар йылы яҡтан ҡайта.
5.Рөстәм сыйырсыҡтарға оя эшләй.
6.Гөлнар тырышып уҡый.
7.Батыр тыуған ерен һаҡлай.
Слайд 11.Дөрөҫ яуаптар.
3-сө төркөмдәге уҡыусылар өсөн.
Төшөп ҡалған һүҙҙәр урынына бойороҡ ҡылымдары ҡуйып яҙырға.
1.Ҡарағыҙ,бына хәҙер ниндәй матур ултыраһығыҙ.
2.Оло кешеләргә ярҙам итегеҙ.
3.Маратта һинең менән уҡыһын.
4.Байрас менән дуҫлаш.
5.Ситтә йөрөмә,ауылға ҡайт.
6.Уҡыусылар тырышып уҡығыҙ.
Эштәр тикшерелә.
Таҡтала эш.
Уҡы,уйна ҡылымдарын затта һәм һанда үҙгәртергә.
Уйла,эҙлә,тап.
Кешене...(хурлама),үҙеңде...(ҙурлама).
Һандуғас булһаң,һайрай ҙа ...(бел).
(Ололаһаң)... олоно,ололарҙар үҙеңде.
Дошмандың көлгәненә ...(ышанма).
Ауға барһаң эирәк...(бул),юлдашыңа терәк...(бул).
Дошмандан илең...(һаҡла),ярамһаҡтан серең...(һаҡла).
Кеше холҡон...(күҙәт),үҙеңдекен ...(төҙәт).
Намыҫыңды йәштән...(һаҡла).
Коллектив эш. Уҡыусылар ВОТУМ системаһы менән тест эшләйҙәр.
ВОТУМ.Тест һорауҙары.
1.Нимә ул ҡылым?
1)предметтың атамаһы
2)эш-хәрәкәт
3)предметтың билдәһе
4)эш-хәрәкәттең билдәһе
2.Ҡылым ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
1.Ниндәй?Ҡайһы?
2.Кем?Нимә?
3.Ни эшләй?Ни эшләгән?Ни эшләйәсәк?
4.Нисә ?Күпме?
3.Ҡылым нимәләр менән үҙгәрә?
1.Килеш,һан,зат
2.Зат,һан,барлыҡ-юҡлыҡ,заман?
3.Дәрәжә
4.Бер нәмә менән дә үҙгәрмәй
4.Ҡылымдың нисә төрлө заманы бар?
1.2
2.4
3.3
4.5
5.Ҡылымдың нисә һөйкәлеше бар?
1.6
2.4
3.3
4.2
6.Кил,яҙ,эшлә ҡылымдары ниндәй һөйкәлештә килгән?
1.Шарт
2.Хәбәр
3.Бойороҡ
4.Теләк
7.Уйна,уйнағыҙ бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй затта килгән?
1.1-се зат
2.2-се зат
3.3-сө зат
8.Барығыҙ,барһындар бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй һанда килгән?
1.Берлек
2.Күплек
3.Бер ниндәй һанда ла түгел
9.Балалар уҡығыҙ тигән һөйләмдә ҡылым ниндәй затта килгән?
1.1-се зат
2.2-се зат
3.3-сө зат
10.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы нимәне аңлата?
1.Ниндәйҙер бер эште башҡарыуға бойороуҙы,инәлеүҙе белдерә.
2.Ниндәйҙер бер эштең үтәлеүен шарт булыуын белдерә.
3.Эш-хәрәкәтте башҡарыуға теләкте белдерә.
4.Эш-хәрәкәттең эшләнеү-эшләнмәүен белдерә.
Кәйефтәр нисек,уҡыусылар (төҫтәрегеҙ үҙгәрмәнеме).
Дәрестә нимәләр белдең?
Нимә аңлашылманы?
Өйгә эш биреү.
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары менән 3 һөйләм төҙөргә.Ҡылымдарҙы һанда,затта үҙгәртергә.
279-сы күнегеү (2-се эш).
|